Өфө “Шаляпин кистәре “ Халыҡ-ара опера сәнғәте фестиавлен ҡаршы ала

Фестиваль күптән көтөлгән опера — Фауст менән асыласаҡ. Тәүге премьера көнөндә операның Мефистофель партияһында яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ артисы, Мариин театры солисы Асҡар Абдразаҡовтың сәхнәгә сығыуы көтөлә. Әле һуңғы репетициялар бара. Доктор Фаустың тарихы – романтик-композиторҙарҙың яратҡан темаларының береһе. Гете трагедияһының магияһы ул осорҙа  Шуберт, Берлиоз, Лист һәм башҡа композиторҙарҙың ижадын солғап ала.  Уларҙың һәр береһе үҙ версияһын тәҡдим итә. Әммә Шарль Гуно яҙған мистик драма опера сәнғәтендә ныҡлы урын ала һәм быуат ярымдан ашыу  донъя сәхнәләренән төшмәй. Башҡорт опера һәм балет театрында ла ул бер нисә тапҡыр ҡуйыла.  Илһам Вәлиев Фауст партияһында сәхнәгә икенсе тапҡыр сыға. Әммә был юлы    әҫәр   француз  телендә башҡарыласаҡ.  Техник  яҡтан да  операның  ҡатмарлы булыуы көтөлә.Яҡтылыҡтың да йылдам үҙгәреүе спектаклгә  динамика өҫтәй.Мефистофель партияһында тәүге премьера көнө тамашасылар Асҡар Абдразаҡовты күрәсәк. Ә  14 июлдә уны Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Ҡәйепҡолов алмаштыра.Мефистофель опера театры йырсыларының уҡытыусыһы Салауат Асҡаровтың да  уңышлы партияларының береһе. Премьера алды репетицияһында был образда  Айгиз Ғиззәтуллин  сәхнәгә сыҡты. Үлем һәм йәшәү, фәрештәләр һәм ғазраил темаһы бер ваҡытта ла тамашасы иғтибарын битараф ҡалдырмаясаҡ. Шулай ҙа 1859 йылда премьера спектакленән һуң  “Фауст” операһын  тамашасы яҡшы  ҡабул итмәй. Тик ижад миҙгеленең аҙағына ғына, 59 тапҡыр сәхнәгә сыҡҡандан һуң уның популярлығы арта. Премьеранан һуң ун йыл үткәс, Париждағы Ҙур опера театры өсөн Шарль Гуно диалогтарҙағы ябай һөйләшеүҙәрҙе лә йырлау менән алмаштыра һәм балет күренештәрен өҫтәй.Тап шунан һуң опера киң билдәлелек яулай.Режиссер Георгий Исаакян, киреһенсә, тотошлай балеттан торған сәхнә өлөшөн төшөрөп ҡалдырыу яҡлы.Операны сәхнәгә ҡуйыусылар тамашасыларға сағыу образдар, костюмдар төрлөлөгөн һәм хис-тойғоларҙың  ҡайнап торасағын вәғәҙәләй. “Шаляпин кистәре” фестиавле лә башынан аҙағына тиклем ҡыҙыу темпта  барасаҡ.Фестиваль  тамашасыларҙы төрлө концерттар, осрашыуҙар менән 25 сентябргә тиклем  һөйөндөрәсәк.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Салауат театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Салауат театры көнө

Башҡортостан 24 каналында тематик көндәр дауам итә. Был юлы беҙҙә ҡунаҡта Салауат башҡорт дәүләт драма театры булды. Сара телеүҙәк алдында тамаша менән асылды. Театр артистары милли батырыбыҙ, шағир-ипровизатор Салауат Юлаев тураһында шиғыр уҡып ишеттерҙе һәм Салауат ҡалаһы тураһында йыр башҡарҙы....

17 июня 2021
Смотреть видео Шишмә емеш-еләк питомнигында баҡса еләге миҙгеле башланған | ГТРК «Башкортостан»

Шишмә емеш-еләк питомнигында баҡса еләге миҙгеле башланған

Яңы технология буйынса ултыртылған баҡса еләге быйыл беренсегә  уңыш биргән. Унда 2019 йылдан алып баҡсасылыҡ һәм еләкселекте үҫтереү буйынса инвестицион проект ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы махсус алым  ярҙамында 33 гектар  майҙанда баҡса еләге ултыртылған. Емеш үҫтереү өсөн тамсылап...

17 июня 2021
Смотреть видео “Ҡарағай” шифаханаһы ял итеүселәр өсөн йәнә асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

“Ҡарағай” шифаханаһы ял итеүселәр өсөн йәнә асыҡ

Тапбитар дауаханаларҙа ғына түгел, шифаханаларҙа ла кешеләрҙең һаулығы һағында. Башҡортостаныбыҙҙың күркәм шифаханаларының береһе – Ҡарағай, ял итеүселәр өсөн йәнә асыҡ. Бер йыл самаһы ул ковид обсерват булараҡ эшләне. Был ваҡыт арауығында ял йорто танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Бөтә корпустар ҙа...

17 июня 2021
Смотреть видео 500 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған табиптар династияһы | ГТРК «Башкортостан»

500 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған табиптар династияһы

Өфөлә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған байрам саралары үтә.  Тармаҡ алдынғыларын дәүләт һәм республика наградалары менән бүләкләйәсәктәр. Шулай уҡ, баш ҡалала медицина хеҙмәткәрҙәренең парады уҙғарыла. Әйткәндәй, Башҡортостанда бөтәһенә бер һөнәр һәм 500 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған...

17 июня 2021
Смотреть видео Өфөлә “Горилла ММА” турниры уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Горилла ММА” турниры уҙҙы

Өфө “Горилла ММА” турнирының 34-се серияһын ҡабул итте. Бер кистә баш ҡала тамашасылары 11 көрәш ҡарай алды. Әйткәндәй, улар араһында дүрт спортсы Башҡортостан исемен яҡланы. Әҙерләнеү бүләмәһендә үҙенсәлекле атмосфера. Һәр спортсы майҙанға сығып уңышлы сығыш яһарға теләй. Ейәнсура районы егете...

16 июня 2021
Смотреть видео “Ретро шлягер” конкурсы | ГТРК «Башкортостан»

“Ретро шлягер” конкурсы

Улар халыҡ йырҙарына бәрәбәр. Ишембайҙа республиканың мәҙәни тарихында беренсе тапҡыр “Ретро шлягер” конкурсы үтте. Башҡортостан кимәлендә уҙғарылһа ла, конкурсты бөгөндән федераль күләмдә тип атарға мөмкин. Ҡатнашыусылар географияһы ошоно дәлилләй. Әйткәндәй, беҙҙең телекомпания был ярыштың...

16 июня 2021
Смотреть видео Динар Ғилметдинов отставкаға китте | ГТРК «Башкортостан»

Динар Ғилметдинов отставкаға китте

Башҡортостандың баш Дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов отставкаға китте. Был турала ул кисә “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында иғлан итте. Динар Заһит улы үҙенең етәкселеге аҫтында күп йылдар эшләгән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарына һәм республика халҡына...

16 июня 2021
Смотреть видео Балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны | ГТРК «Башкортостан»

Балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны

Башҡортостанда 14 йәшкәсә балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны артҡан. Үҫеш 9-сы майҙан алып күҙәтелә тип хәбәр иттеләр хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә. Шуға күрә балалар ҡатнашлығында күңел асыу, спорт һәм мәҙәни сараларҙы кәметергә тәҡдим ителә. Пандемияға бәйле сикләү кесаҙна...

16 июня 2021
Смотреть видео Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ | ГТРК «Башкортостан»

Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ

 Баймаҡ районы Буранбай ауылында ял көндәре шәжәрә байрамы гөрләп үтте. Ғөбәйҙуллиндар нәҫеле быуындар бәйләнешен барлап, барлыҡ туғандарын һаҡмар буйындағы аҡланда йыйҙы. Улар үткәнен онотмай һәм бөгөн дә киләсәк быуынға үҙ батырҙары хаҡында хәтирәләрҙе еткерә. Бөйөк Ватан һуғышын үткән...

15 июня 2021
Смотреть видео Өфөлә Муса Гәрәевты иҫкә алдылар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Муса Гәрәевты иҫкә алдылар

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 2022-лә 100 йыл тула. Батырҙы иҫкә алып Өфөлә Еңеү паркында ветерандар, авиация хеҙмәткәрҙәре, кадеттар уның һәйкәленә сәскәләр һалды. Ни генә тиһәләр ҙә, бәләкәйҙән хәрби хеҙмәт итергә, космонавт, осоусы булырға...

15 июня 2021
Яндекс.Метрика