Бактериофагтар: үткән заман һәм киләсәк

Йоғошло ауырыуҙарҙы дауалау һәм иҫкәртеү – кешелекте борсоған иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. 20-се быуат башында,   бактериофаг препараттары төркөмө асылғас, сирҙәрҙе дауалау ыңғай һөҙөмтәләр бирә. Һуңыраҡ, антибиотиктар барлыҡҡа килеү менән, бактериофагтарға иғтибар кәмей төшә, әммә бөгөн, дарыуҙар рәтендә иң хәүефһеҙ сара булараҡ, бактериофагтар сирлеләр һәм табиптар араһында йәнә киң ҡулланышҡа инә.Беҙҙең илдә бактериофагтар етештереүсе предприятиеларҙың иҫәбе бармаҡ менән генә һанарлыҡ, шулар араһында Өфөләге Иммунопрепарат берекмәһе айырым иғтибарға лайыҡ. Был вирустарҙы үҫтереү лабораторияһы 1966-сы йылда асыла, белгестәр йоғошло сирҙәрҙең киң таралған төрҙәрен юҡ итеүсе бактериофагтарҙың биологик үҙенсәлектәрен фәнни нигеҙҙә тикшерә. 90-сы йылдарҙа цехта бактериофаг препараттары ҙур күләмдәрҙә етештерелә башлай. Бер үк ваҡытта был дарыуҙарҙың сифатын камиллаштырыу, яңы төрҙәрен уйлап табыу буйынса фәнни-тикшеренеү эштәре лә алып барыла.Бактерияларҙы юҡ итеүсе танылған препарат тап ошо цехта әҙерләнә. Бактериофагты башынан алып аҙағынаса әҙерләү өсөн белгестәргә 3 ай вағыт талап ителә.  Хәмдиә Ҡоҙаҡаева бактериофагтар етештереү цехында 12 йыл эшләй. Беҙ әҙерләгән дауалау сараһы бар дарыуҙар араһында сәләмәтлек өсөн иң хәүефһеҙе, ти ул.Цехта эскерһеҙ таҙалыҡ хөкөм һөрә. Һәр лаборатория үҙенә тейешле эш барышын күҙәтә. Был реакторҙарҙа кеше организмына тап килтерелгән махсус шарттарҙа химик реакция бара. Сир ҡуҙғытыусы бактериялар фагтар һөжүменә дусар ителеп кәрәкле препарат етештереү өсөн сеймал барлыҡҡа килә. Артабан ул махсус таҙартыу үтеп һауыттарға тултырыла.  Рәмилә Тимербаева етештереү цехының тәүге баҫҡысы лаборанты. Ул дарыу әҙерләү өсөн мөһим бактерияларҙы уларға хас аҙыҡ мөхитенә сәсә.Бактериофагтар лабораторияһында донъяла өлгөләре булмаған өр-яңы препараттар сығарыу буйынса фәнни эштәр үҙ һөҙөмтәһен бирә. Энтеробактер поливалентлы бактериофагы, мәҫәлән, бөгөн етештереү өсөн барлыҡ әҙерлек этаптарын үткән. Цех етәксеһе, профессор, медицина фәндәре докторы Наталия Ворошилова фекеренсә, ғәйепһеҙгә онотолған бактериофаг препараттары бөгөн кешелек өсөн алыштырғыһыҙ дауа сараһы булараҡ үҙ данын ҡайтарырға тейеш.  Улар организмды ағыуламай, аллергия ҡуҙғытмай, иммунитетты ҡаҡшатмай ғына һауыҡтыра. Уларҙың һис кем, хатта йөклө ҡатындар менән йәш балалар өсөн дә хәүефһеҙ икәнлеге иҫбатланған. Цехтың һәм, ғөмүмән, Иммунопрепарат предприятиеһының бурысы — патент ярҙамында яҡланған яңы фәнни асыш өлгөләрен етештереү кимәленә сығарыу. 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Бөгөн 1 сентябрь – белем көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн 1 сентябрь – белем көнө

Республика мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, төбәктә уҡыусылар һаны 488 меңдәш ашыу. Балалар баҡсаһына йөрөүселәр һәм колледж-институттар студенттарын иҫәпкә алғанда, дөйөм һан 900 меңгәсә барып баҫа. Мәғариф системаһында 115 мең хеҙмәткәр эшләй, уларҙың  34 меңдән ашыуы–...

1 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостанда кинотеатрҙар, сауналар һәм мунсалар асыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда кинотеатрҙар, сауналар һәм мунсалар асыла

Бөгөндән Өфөлә пассажирҙар  ағымы ҡырҡа артыр, тип көтөлә. Шуға ла башҡала урамдарына  50 яңы автобус рейсҡа сыҡты. Был хаҡта республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе.Башҡортостан КОВИД 19  вирусына бәйле сикләүҙәрҙең икенсе өлөшөн алыуға әҙер....

1 сентября 2020
Смотреть видео Башҡортостан сода компанияһында хосусилаштырыу тураһындағы ҡануниәттең тупаҫ боҙолоуы асыҡланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан сода компанияһында хосусилаштырыу тураһындағы ҡануниәттең тупаҫ боҙолоуы асыҡланды

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәй Генераль прокуратураһының Башҡортостан сода компанияһын дәүләт ҡарамағына ҡайтарыу буйынса Арбитраж судҡа дәғүә биреүен раҫланы һәм быға ҡарата үҙ фекерен белдерҙе.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Хөкүмәте ағзалары менән үткән кәңәшмәлә ил президенты Владимир Путин...

1 сентября 2020
Смотреть видео Рәсәй киноһы көнө | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй киноһы көнө

Кинорежиссер Айнур Асҡаров «Өфөнән һөйөү менән-2» фильмын төшөрә башлай. Был юлы фильм ғаилә мөнәсәбәттәренә, ғаилә ҡиммәттәренә ҡоролған. Беҙҙең кино актерҙарын хәҙер Башҡортостандың 100 йөҙө проекты аша теләһә-ҡайһы режиссер, донъяның теләһә –ҡайһы нөктәһенән табасаҡ. Билдәле кинорежисер Айнур...

28 августа 2020
Смотреть видео Сәләмәтлек поезы | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәтлек поезы

“Сәләмәтлек поезы” ҡабаттан тергеҙелеп, республикала райондары буйлап юлланды. Акцияның маҡсты - ауыл халҡына бушлай медицина тикшереүҙәре үткәреү. Уның ярҙамында былтыр ғына, мәҫәлән, меңәрләгән кешенең төрлө ауырыуҙары асыҡланды. 85 йәшлек Бәҙәр Мусина оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан урындағы...

28 августа 2020
Смотреть видео Башҡорт яҙыусыһына һәйкәл Ҡазанды биҙәйәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт яҙыусыһына һәйкәл Ҡазанды биҙәйәсәк

Татарстандың баш ҡалаһында Мостай Кәримгә һәйкәл асылды. Монументаль ҡоролма ике туғандаш халыҡ – башҡорт менән татар милләтенең дуҫлығына йәнә бер билдә. Тантаналарҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм Татарстан Президенты Рөстәм Миннеханов ҡатнашты. Радий Хәбиров Ҡабан күле ярын ҡараны. Шулай...

28 августа 2020
Смотреть видео Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асыла | ГТРК «Башкортостан»

Ҡазанда Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримгә һәйкәл асыла

Был скульптура ике туғандаш республика халҡының дуҫлығын, бер-береһенә булған ихтирамын сағылдырған мөһим сара. Шағирҙың исемен мәңгеләштереү буйынса Башҡортостанда бихисап эштәр башҡарыла. Өфөлә Мостай Кәримгә тәүге һәйкәл 2013 йылда уҡ Профсоюздар йорто алдында ҡуйылғайны. Ул йәшәгән йортҡа...

27 августа 2020
Смотреть видео Берҙәм кейем | ГТРК «Башкортостан»

Берҙәм кейем

Быйыл республиканың алты районында башланғыс кластар өсөн берҙәм мәктәп кейеме индерелде. Тегеү цехтарынан мәктәп формалары заказ биреүсе ата-әсәләргә оҙатылды. Яңы форманы һатып алырғамы юҡмы икәнен ата-әсәләр үҙҙәре хәл иткәйне. Мәктәп формаһының хаҡы күпме? Иң мөһиме, уҡыусыларҙың яңы кейемгә...

27 августа 2020
Смотреть видео Митрополит Никонды “Халыҡтар дуҫлығы” Ордены тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Митрополит Никонды “Халыҡтар дуҫлығы” Ордены тапшырылды

Радий Хәбиров Митрополит Никонды “Халыҡтар дуҫлығы” Ордены менән бүләкләне. Ошо көндәрҙә Башҡортостан митрополияһына нигеҙ һалыныуға 30 йыл. 1990 йылдың 26 августында дини ойошмаға нигеҙ һалына, ошо көндән алып Никон уның алыштырғыһыҙ етәксеһе. Барлыҡ конфессияларҙы берләштереү һәм дуҫлаштырыуҙы...

27 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда санитар авиация паркын яңы “Ансат” вертолеты тулыландырҙы. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда санитар авиация паркын яңы “Ансат” вертолеты тулыландырҙы.

Транспортировкалау ярамаған һәм кисектергеһеҙ ярҙам талап ителгән ауырыуҙарҙы йөрөтөү өсөн әҙерләнгән вертолет махсус ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Башҡортостан санитар авиацияһында яңы ғына хеҙмәт юлын башлаған “Ансат” вертолеты тәүге рейсын башҡара. Яңауылдың үҙәк район дауаханаһынан ...

27 августа 2020
Яндекс.Метрика