Республикабыҙҙы һәм башҡорт балын донъяға танытыу йәһәтенән был ғәйәт мөһим сара

Бер-нисә минут элек кенә Республика йортонда Апимондия конгресын үткәреү һәм ойоштороу буйынса кәңәшмә тамамланып тора. Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Зәки улы сығыш яһап, әҙерлекте тиҙләтергә ҡушты. Республикабыҙҙы һәм башҡорт балын донъяға танытыу йәһәтенән был ғәйәт мөһим сара, тине Рөстәм Хәмитов. Төбәк башлығы умартасыларҙың Халыҡ-ара 47-се конгресына әҙерлек сиктәрендә тәү сиратта хәл ителә торған иң мөһим мәсъәләләрҙе билдәләп үтте. Бөтә донъя форумын Башҡортостанда үткәреү өсөн  көрәштә еңдек, хәҙер инде уны лайыҡлы кимәлдә ойошторорға кәрәк, тине Рөстәм Хәмитов. Рәсәй төбәктәре араһында бал етештереү буйынса Башҡортостан беренсе урында килә. Уны экспортҡа сығарыу өсөн тиҙ арала лабороторияларҙы сафҡа индерергә кәрәк. 2021 йылда Өфөгә «Апимондия» конгресына донъяның төрлө илдәренән ҡунаҡтар килеүе көтөлә. Уларҙың мотлаҡ Башҡорт балы йортонда, Республика халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәгендә булыуы көтөлә. 2021 йылда иһә умартасылыҡ продукцияһын эшкәртеү буйынса республика комбинатын һәм башҡорт бал ҡорттарын үрсетеү буйынса тоҡомсолоҡ умарталығын файҙаланыуға тапшырыу ҙа күҙаллана. Халыҡ-ара умартасылар федерацияһының 47-се конгресы 2021-се йылдың 20-25 сентябренә планлаштырылды. Фестивалгә бар донъянан ун меңдән ашыу ҡатнашыусы килеүе көтөлә.

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Урал батыр эпосы төрлө телдәрҙә яңғыраны | ГТРК «Башкортостан»

Урал батыр эпосы төрлө телдәрҙә яңғыраны

Үткан аҙнала Урал батыр эпосын яттан һөйләү буйынса халыҡ-ара конкурс утте. Унынсы тапҡыр уҙғарылған ижади бәйгене ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм Социаль технологиялар институты уҙғарҙы. Конкурста ҡатнашыусылар һаны йыл һайын арта, тип билдәләй ойоштороусылар. Эпосты төрлө телдә һөйләнеләр....

1 час 55 минут назад
Смотреть видео 1 февралгә тиклем сүп-сар өсөн бурыстарҙы ҡаплау талабы ҡуйылған | ГТРК «Башкортостан»

1 февралгә тиклем сүп-сар өсөн бурыстарҙы ҡаплау талабы ҡуйылған

Быйыл яҙ төбәктә “RM: контейнер майҙансыҡтары” тигән автоматлаштырылған система эшләй башлай. Ул ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу барышын даими күҙәтеүҙән ғибәрәт. Республика хөкүмәтендә үткән сираттағы видеоселектор кәңәшмәһендә төбәк операторҙары менән подрядчиктар араһында килешеү төҙөүҙе тиҙләтеү...

1 час 57 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя

25 ғинуар “Динамо” спорт комплексында студенттар көнө уңайынан ҙур сара ойошторола. Ҡунаҡтарҙы билдәле артистар сығышы, ҡиммәтле бүләктәр, дәртле йырҙар көтә. Әле сараға әҙерлек эштәре нисек бара?  Егерме мең квадрат метр майҙанды биләгән “Динамо” спорт комплексынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй...

24 января 2020
Смотреть видео Яугирҙарҙың исемдәре эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел | ГТРК «Башкортостан»

Яугирҙарҙың исемдәре эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел

75 йыл үткәндән һуң Венгрияны азат итеүҙә һәләк булған старшина Исрафил Ибраһимовтың ерләнгән урыны асыҡланған. Уның менән бергә  хәбәрһеҙ юғалған тағы 19 яугирҙың исемдәре табылған. Ибраһимовтар ғаиләһе  күптән  ырыу шәжәрәһен төҙөү менән ҡыҙыҡһына. Нәҫел ағасы әҙер, быуындар ебе...

24 января 2020
Смотреть видео Һыу ҙа, канализация ла юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Һыу ҙа, канализация ла юҡ

Башҡала үҙәгендә урынлашҡан иҫке йорт 1983-сө йылдарҙа уҡ авария хәлендә тип танылған. Әммә әлегә тиклем Миәс урамы, 42-се йортта йәшәүселәргә яңы торлаҡ бирелмәгән. Йортта бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт башҡарылмаған. Зәбирә Хөснийәрованың атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Бүлмә уға ваҡытлыса...

24 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан спиртлы эсемлектәр сауҙаһын үҙгәртә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан спиртлы эсемлектәр сауҙаһын үҙгәртә

 Тәүге яңылыҡтарҙың береһе – байрам осоронда араҡы-шарап һатыуҙы сикләү. Суррогатҡа ҡаршы көрәштең һөҙөмтәһе юҡ түгел. Республикалаяңы йыл каникулдары осоронда спиртлы эсемлектәрҙе сикләү тураһындағы ҡанун бығаса көтөлмәгән һөҙөмтәләр биргән. Эш араҡы-шарап менән сауҙа итеүҙең 27 ...

24 января 2020
Смотреть видео Йәш балаларҙың үлем осрағы һанын кәметеү күрһәткесе буйынса Башҡортостанда ыңғай һөҙөмтәләр кәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Йәш балаларҙың үлем осрағы һанын кәметеү күрһәткесе буйынса Башҡортостанда ыңғай һөҙөмтәләр кәрәк

Был хаҡта Радий Хәбиров сәләмәтлек сәғәтенең сираттағы ултырышында белдерҙе. 2019 йылдың 11 айында республикала тыуған мең баланың һәр бишенсеһе һәләк булған. Сәләмәтлек сәғәтенең Республика клиника перинаталь үҙәгендә ойошторолған күсмә ултырышында яңы тыуған балаларҙың үлем осрағын кәметеү,...

24 января 2020
Смотреть видео Өфөлә Төркиәнең почетлы консуллығын асырға планлаштыралар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Төркиәнең почетлы консуллығын асырға планлаштыралар

 Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Мехмет Самсар менән осрашыуҙа белдерҙе. Республикалар тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, әммә ике яҡ та был бәйләнеште тағы ла нығытырға кәрәк, тигән фекерҙә. Әлеге мәлдә Башҡортостан менән Төркиә...

24 января 2020
Смотреть видео Төҙөп бөтөргә ярамай емерергә... | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөп бөтөргә ярамай емерергә...

“Автомобилист” баҡса йорто ҡасабаһында йәшәүселәргә йортһоҙ тороп ҡалыу ҡурҡынысы янай. Асыҡланыуынса, милекселәрҙең ер бүлемдәре ауыл хужалығы ихтыяжы өсөн тәғәйенләнгән. Урындағы халыҡ өй һатып алғанда бөтә документтар ҙа теүәл ине, тип билдәләй.  Купцовтар ғаиләһе йәшәгән йорттоң икенсе...

23 января 2020
Смотреть видео Ауыл медицинаһы | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл медицинаһы

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре ил Президенты ҡушыуы буйынса ауыл медицинаһы торошона етди иғтибар итәсәк. Республика был йәһәттән эҙмә-эҙлекле эш бара, быйыл 90 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк. Ауыл кешеләре хәҙер ашығыс медицина ярҙамы машинаһын үҙҙәре саҡыра, ә фельдшер-акушер пункттары...

23 января 2020
Яндекс.Метрика