Ер һатып алып йорт төҙөргәме әллә әҙер яңы фатирға күсергәме?

Был һорау хәҙер күп ғаиләләрҙе борсой. Быйыл ғинуарҙан алып июлгә тиклем генә Башҡортостан халҡы 29 меңдән артыҡ торлаҡ кредитын рәсмилләштергән. Халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыу өсөн ниндәй саралар күрелә? Нурмөхәмәтовтар ғаиләһе быға тиклем эш урынынан бирелгән фатирҙа йәшәгән. Балалары  ҙурайып килеү һәм йәшәү майҙаны тығыҙ булыу сәбәпле, улар ике йыл элек Өфөлә ипотекаға  фатир алалар. Нурмөхәмәтовтар ғаиләһе тәүҙә ҡалаға яҡын урынлашҡан ауылдан ер участогын һатып алып, өй төҙөргә лә уйлаған. Әммә балаларҙы көн һайын  мәктәпкә һәм балалар баҡсаһына йөрөтөү ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра. Күптәрҙе, бигерәк тә йәш ғаиләләрҙе торлаҡ мәсьәләһе борсой. Берәүҙәр ер участогын һатып алып, йорт төҙөргә ниәтләһә, икенселәре иһә әҙер фатирға күсеүҙе хуп күрә. Романовтар ғаиләһе, мәҫәлән, Дим районындағы ике бүлмәле фатирын һатып, ауылда йорт төҙөй башлай. Ике балаһы инвалид булыу сәбәпле уларға ер участогы бушлай бирелә. Ауылда өй һалыу күп көс талап итә. Әле йорттоң эшләнәһе эштәре лә бихисап. Бынан тыш, юлдың насар булыуы арҡаһында, бигерәк тә мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн унан йөрөүе ауырға тура килә. Үҙәк банктан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл ғинуарҙан июлгә тиклем генә Башҡортостан халҡы 29 меңдән артыҡ торлаҡ кредитын рәсмилләштергән. Шуларҙың 98 проценты ипотека өсөн алынған. Республикала яңы фатир, йә иһә ер участогын һатып алыу өсөн төрлө саралар күрелә. Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты күп фатирлы йорттар һалған төҙөүселәрҙе лә тикшереп тора. Былтыр республиканың төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты 27 пландан тыш тикшереү ойошторғайны. Федераль программаға ярашлы граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү башҡарыла, йәшәү шарттарын яҡшыртырға теләгәндәр өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Шулай ҙа, ер участогында йорт төҙөү йәки ипотекаға фатир һатып алыу мәсьәләһен һәр кем үҙенсә хәл итә.

Подпишитесь на нас в Instagram


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Салауат театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Салауат театры көнө

Башҡортостан 24 каналында тематик көндәр дауам итә. Был юлы беҙҙә ҡунаҡта Салауат башҡорт дәүләт драма театры булды. Сара телеүҙәк алдында тамаша менән асылды. Театр артистары милли батырыбыҙ, шағир-ипровизатор Салауат Юлаев тураһында шиғыр уҡып ишеттерҙе һәм Салауат ҡалаһы тураһында йыр башҡарҙы....

17 июня 2021
Смотреть видео Шишмә емеш-еләк питомнигында баҡса еләге миҙгеле башланған | ГТРК «Башкортостан»

Шишмә емеш-еләк питомнигында баҡса еләге миҙгеле башланған

Яңы технология буйынса ултыртылған баҡса еләге быйыл беренсегә  уңыш биргән. Унда 2019 йылдан алып баҡсасылыҡ һәм еләкселекте үҫтереү буйынса инвестицион проект ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы махсус алым  ярҙамында 33 гектар  майҙанда баҡса еләге ултыртылған. Емеш үҫтереү өсөн тамсылап...

17 июня 2021
Смотреть видео “Ҡарағай” шифаханаһы ял итеүселәр өсөн йәнә асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

“Ҡарағай” шифаханаһы ял итеүселәр өсөн йәнә асыҡ

Тапбитар дауаханаларҙа ғына түгел, шифаханаларҙа ла кешеләрҙең һаулығы һағында. Башҡортостаныбыҙҙың күркәм шифаханаларының береһе – Ҡарағай, ял итеүселәр өсөн йәнә асыҡ. Бер йыл самаһы ул ковид обсерват булараҡ эшләне. Был ваҡыт арауығында ял йорто танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Бөтә корпустар ҙа...

17 июня 2021
Смотреть видео 500 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған табиптар династияһы | ГТРК «Башкортостан»

500 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған табиптар династияһы

Өфөлә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған байрам саралары үтә.  Тармаҡ алдынғыларын дәүләт һәм республика наградалары менән бүләкләйәсәктәр. Шулай уҡ, баш ҡалала медицина хеҙмәткәрҙәренең парады уҙғарыла. Әйткәндәй, Башҡортостанда бөтәһенә бер һөнәр һәм 500 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған...

17 июня 2021
Смотреть видео Өфөлә “Горилла ММА” турниры уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Горилла ММА” турниры уҙҙы

Өфө “Горилла ММА” турнирының 34-се серияһын ҡабул итте. Бер кистә баш ҡала тамашасылары 11 көрәш ҡарай алды. Әйткәндәй, улар араһында дүрт спортсы Башҡортостан исемен яҡланы. Әҙерләнеү бүләмәһендә үҙенсәлекле атмосфера. Һәр спортсы майҙанға сығып уңышлы сығыш яһарға теләй. Ейәнсура районы егете...

16 июня 2021
Смотреть видео “Ретро шлягер” конкурсы | ГТРК «Башкортостан»

“Ретро шлягер” конкурсы

Улар халыҡ йырҙарына бәрәбәр. Ишембайҙа республиканың мәҙәни тарихында беренсе тапҡыр “Ретро шлягер” конкурсы үтте. Башҡортостан кимәлендә уҙғарылһа ла, конкурсты бөгөндән федераль күләмдә тип атарға мөмкин. Ҡатнашыусылар географияһы ошоно дәлилләй. Әйткәндәй, беҙҙең телекомпания был ярыштың...

16 июня 2021
Смотреть видео Динар Ғилметдинов отставкаға китте | ГТРК «Башкортостан»

Динар Ғилметдинов отставкаға китте

Башҡортостандың баш Дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов отставкаға китте. Был турала ул кисә “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында иғлан итте. Динар Заһит улы үҙенең етәкселеге аҫтында күп йылдар эшләгән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарына һәм республика халҡына...

16 июня 2021
Смотреть видео Балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны | ГТРК «Башкортостан»

Балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны

Башҡортостанда 14 йәшкәсә балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны артҡан. Үҫеш 9-сы майҙан алып күҙәтелә тип хәбәр иттеләр хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә. Шуға күрә балалар ҡатнашлығында күңел асыу, спорт һәм мәҙәни сараларҙы кәметергә тәҡдим ителә. Пандемияға бәйле сикләү кесаҙна...

16 июня 2021
Смотреть видео Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ | ГТРК «Башкортостан»

Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ

 Баймаҡ районы Буранбай ауылында ял көндәре шәжәрә байрамы гөрләп үтте. Ғөбәйҙуллиндар нәҫеле быуындар бәйләнешен барлап, барлыҡ туғандарын һаҡмар буйындағы аҡланда йыйҙы. Улар үткәнен онотмай һәм бөгөн дә киләсәк быуынға үҙ батырҙары хаҡында хәтирәләрҙе еткерә. Бөйөк Ватан һуғышын үткән...

15 июня 2021
Смотреть видео Өфөлә Муса Гәрәевты иҫкә алдылар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Муса Гәрәевты иҫкә алдылар

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 2022-лә 100 йыл тула. Батырҙы иҫкә алып Өфөлә Еңеү паркында ветерандар, авиация хеҙмәткәрҙәре, кадеттар уның һәйкәленә сәскәләр һалды. Ни генә тиһәләр ҙә, бәләкәйҙән хәрби хеҙмәт итергә, космонавт, осоусы булырға...

15 июня 2021
Яндекс.Метрика