Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Көнсығыш хәрби округы биләмәһендә рәсәй Ҡораллы көстәренең “Көнсығыш-2018” тип аталған күнекмәләре үтә. Маневрҙарҙың өсөнсө көнөндә Рәсәй һәм Ҡытай десантсылары вертолеттан  төшөп шартлы дошмандың позицияларын утҡа тотто.

Рәсәй, Ҡытай, Монголия Ҡораллы көстәренең “Көнсығыш-2018”  күнекмәләре үткән Цугол полигонына Рәсәй президенты Владимир Путин килде. Ул Рәсәй армияһы илдең именлеген һәм мөстәҡиллеген яҡларға һәр саҡ әҙер булырға тейеш, тип белдерҙе.  Владимир Путин Ҡытай һәм Монголия хәрбиҙәренә рәхмәт белдерҙе. Өс дәүләттең Ҡораллы көстәре Евразия киңлегендә тотороҡлолоҡ тәьмин итә, тине Рәсәй президенты.

Быйыл ер шарында 18 миллион кешелә яман шеш табылған. Унан 10 миллион самаһы кеше һәләк буласаҡ. Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы шундай белдереү яһаны. Ямаш шеште өйрәнеү буйынса халыҡ-ара агентлыҡ белгестәре 185 илдән йыйылған статистиканы өйрәнеп үҫешкән илдәрҙә онкология менән ауырыусыларҙың күп булыуын асыҡлаған.

 Америкала Көньяҡ Каролинала халыҡты эвакуациялау башланды. Урындағы хакимиәттәр халыҡты ашығыс рәүештә имен урындарға күсергә саҡыра.  Штатҡа Флоренс дауылы яҡынлаша. Уның тиҙлеге сәғәтенә 175 километрға етә.

Читайте нас в Яндекс.Дзен