Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Көнсығыш хәрби округы биләмәһендә рәсәй Ҡораллы көстәренең “Көнсығыш-2018” тип аталған күнекмәләре үтә. Маневрҙарҙың өсөнсө көнөндә Рәсәй һәм Ҡытай десантсылары вертолеттан  төшөп шартлы дошмандың позицияларын утҡа тотто.

Рәсәй, Ҡытай, Монголия Ҡораллы көстәренең “Көнсығыш-2018”  күнекмәләре үткән Цугол полигонына Рәсәй президенты Владимир Путин килде. Ул Рәсәй армияһы илдең именлеген һәм мөстәҡиллеген яҡларға һәр саҡ әҙер булырға тейеш, тип белдерҙе.  Владимир Путин Ҡытай һәм Монголия хәрбиҙәренә рәхмәт белдерҙе. Өс дәүләттең Ҡораллы көстәре Евразия киңлегендә тотороҡлолоҡ тәьмин итә, тине Рәсәй президенты.

Быйыл ер шарында 18 миллион кешелә яман шеш табылған. Унан 10 миллион самаһы кеше һәләк буласаҡ. Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы шундай белдереү яһаны. Ямаш шеште өйрәнеү буйынса халыҡ-ара агентлыҡ белгестәре 185 илдән йыйылған статистиканы өйрәнеп үҫешкән илдәрҙә онкология менән ауырыусыларҙың күп булыуын асыҡлаған.

 Америкала Көньяҡ Каролинала халыҡты эвакуациялау башланды. Урындағы хакимиәттәр халыҡты ашығыс рәүештә имен урындарға күсергә саҡыра.  Штатҡа Флоренс дауылы яҡынлаша. Уның тиҙлеге сәғәтенә 175 километрға етә.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тарих менән киләсәкте бәйләп | ГТРК «Башкортостан»

Тарих менән киләсәкте бәйләп

«Боронғо Өфө» музей-ҡурсаулығында «Һөйәк эштәре оҫтаһы» күргәҙмәһе асылды. Был юлы археологтар Өфө-II ҡаласығында табылған һөйәктәр аша урта быуатта йәшәгән ата-бабалыбыҙҙың көнкүреше менән таныштыра.һәм һунар ҡоралдары Өфө-II ҡаласығы майҙанында табылған һөйәктәр араһында иң ҡыҙыҡлы коллекция. Уҡ...

5 часов 42 минуты назад
Смотреть видео Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы

Республика көнө алдынан Өфөлә беренсе башҡорт йәнһүрәте исем туйланы. “Урал батыр” эпосына нигеҙләнгән анимацион фильмды тәүгеләрҙән Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәм хәбәрсебеҙ  Нәфисә Кинйәбаева ҡараны...

5 часов 43 минуты назад
Смотреть видео Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы | ГТРК «Башкортостан»

Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы

 Башҡортостандың фәндәр академияһы һәм стратегик тикшеренеүҙәр институы баш ҡалаға Рәсәй һәм яҡын сит ил ғалимдарын йыйҙы. Этнографтар, тарихсылар, телселәр “Төрки телле Рәсәй мәҙәни парадигмаһында башҡорт үҙаңы” тип аталған Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашты. Сентябрь башында...

5 часов 43 минуты назад
Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалы Өфөлә 22 кнопкала күрһәтеү хоҡуғын алды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалы Өфөлә 22 кнопкала күрһәтеү хоҡуғын алды

Мәскәүҙә, мәғлүмәт технологиялары, киң күләм коммуникациялар федераль хеҙмәтендә үткән конкурста “Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһына ингән Башҡортостан 24 телеканалы еңеүсе тип танылды. Яңы мөмкинлектәр һәм конкурс һөҙөмтәләре тураһында “Башҡортостан” дәүләт...

5 часов 44 минуты назад
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Әзербайджан хәрби авиациаһы Таулы Карабахтағы сиктәр буйынса ут асҡан. Был турала Әрмәнстан Оборона министрлығы вәкилдәре хәбәр итә. Һөжүм өсөн Төрөк авиацияһы пилотһыҙ аппараттары һәм истрибителдәре ҡулланылған. Пилоттарҙың төрөк телендә аралашҡанын да яҙҙырып алғандар. Таулы Ҡарабахта ыҙғыштар...

5 часов 44 минуты назад
Смотреть видео Яңы төр операция | ГТРК «Башкортостан»

Яңы төр операция

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары ҡан тамыры системаһын яңы алым менән дауалай. Операция барышында пациент аңында ҡала, тикшереү үткәс, ике көндән һуң ул өйөнә ҡайта ала. Яңы алым ярҙамында ҡан тамырын нисек дауалайҙар? Операция өҫтәлендә 31 йәшлек ир. Пациенттың һул аяғының...

5 часов 45 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта.

Ошо сәбәпле урамға сыҡҡанда, кибеттәргә барғанда мотлаҡ битлек кейергә кәңәш ителә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ил халҡына мөрәжәғәт итеп уяулыҡты юғалтмаҫҡа, табиптарҙың тәҡдимдәрен һәм санитар нормаларҙы үтәргә саҡырғайны. Өфөлә предприятиеларҙа әле КОВИД-19 менән ауырыусылар артыу сәбәпле...

5 часов 46 минут назад
Смотреть видео Республика Хөкүмәтендә йылдың яҡынса йомғаҡтары барланды | ГТРК «Башкортостан»

Республика Хөкүмәтендә йылдың яҡынса йомғаҡтары барланды

Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, 2020-се йыл пандемия сәбәпле ауыр булды. Әммә шуға ҡарамаҫтан, сәнәғәттә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта үҫеш күҙәтелә. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт урындарын тәртипкә килетереү, күп фатирлы йорттарҙы, подъездарҙы ремонтлау дауам итә, “...

5 часов 46 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы 10-сы октябргә тиклем дауам итәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда әбейҙәр сыуағы 10-сы октябргә тиклем дауам итәсәк

Күҙаллауҙар буйынса, 9 октябргә тиклем республиканың үҙәк райондарында көндөҙ +16 градус йылы булыр тип көтөлә. Алдағы ике аҙна ҡояшлы буласаҡ. 10 октябргә тиклем үҫтерелгән уңышты йыйып алырға ваҡыт етәрлек. Һуңынан инде, гисметео синоптиктары хәбәр итеүенсә, ямғырҙар башлана.  

30 сентября 2020
Смотреть видео «Ауыл тренеры» программаһы сиктәрендә аҡсалата сертификаттар тапшырыу башланды | ГТРК «Башкортостан»

«Ауыл тренеры» программаһы сиктәрендә аҡсалата сертификаттар тапшырыу башланды

 Хөкүмәт премьер-министры Андрей Назаров әйтеүенсә, илдә бындай программалар юҡ. Маҡсатыбыҙ — ҡаланан тыш, ауылда ла спортты үҫтереү. Башҡортостанда халыҡтың 40 проценты тиерлек ауылдарҙа йәшәй. Ҡалалағы кеүек ауылда йәшәүселәргә уңайлы шарттар тыуҙырыу көн талабы булып ҡала. Әлегә спорттың 11...

30 сентября 2020
Яндекс.Метрика