45 әсәгә "Әсәлек даны" миҙалы тапшырылды

Бөгөн Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төбәк башлығы Рөстәм Зәки улы исеменән 45 әсәгә «Әсәлек даны» миҙалын тапшырҙы. Әсә булыу бәхетен тойоп йәшәгән һәм башҡа йәш әсәләргә, ҡыҙ-ҡырҡынға өлгө булған ҡатындар залда. Уларҙың һәр береһе тормош мәғәнәһен бала тәрбиәләүҙә тапҡан һәм йәшәү бәхетен ҙур ғаиләлә тойоп йәшәй. Әсәлек миҙалын алыусы ҡатын-ҡыҙҙар иң аҙы биш бала әсәһе. Араларында алты-ете сабыйға тормош бүләк итеүселәре лә бар. Өй эсе балалар менән тулғанда  ғына йәшәү күңелле, ти улар. Күп бала үҫтергәндә  туғандарҙың да, дәүләттең дә ярҙамы мөһим. Залда ултырыусы ханымдар был ярҙамды тойоп йәшәйҙәр. Бәхетте Хоҙай уларға муллап, ишләп биргән. Әсәлек даны миҙалын алыусы әсәләрҙән  Айһылыу Рәшит ҡыҙы Рахманғолова  икеләтә бәхетле — ул ейәндәрен дә тәрбиәләшә. Һәр баланың мәшәҡәте менән баш әйләнеп киткән саҡтар ҙа булғылай, тип йылмая әсәләр. Шулай ҙа уларҙың мөхәббәтен тоймайынса йәшәүҙәрен күҙ алдына ла килтерә  алмайҙар. Балалар менән өй тулып, шау-гөр килеп йәшәүҙән дә йәмлерәк тормош юҡ был бәхетле ҡатындар өсөн. 225-тән ашыу сабый башын һалып үҫкән күкрәктәрҙә хәҙер дан миҙалы балҡый.

Читайте нас в Яндекс.Дзен