Бөрйән районында 3 гектарҙан ашыу майҙанда урман яна

Бөгөн алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, ут һүндерелмәгән. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәбиғи янғындар хәүефе тураһында бынан бер-нисә көн элек үк иҫкәрткәйне. 15 сентябрҙән Башҡортостанда 5 класлы янғын хәүефе иғлан ителгән, төбәктә янғын сығыу ихтималлығы 20 сентябргә тиклем һаҡлана. Бөгөндән республикала икенсе, урыны менән өсөнсө, дүртенсе һәм бишенсе класлы янғыны хәүефе фаразлана.

Подпишитесь на нас в Пульс