Башҡортостанда эшһеҙлек 2013 йыл менән сағыштырғанда биш тапҡырға кәмегән. Был хаҡта республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәрендә 50 мең буш эш урыны тәҡдим ителә. Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәлен яҡшрытыу буйынса етди саралар күрелә, инвалидтар өсөн уңайлы мөхит булдырыла.Ҡасандыр спорт менән етди шөғөлләнгән Романдың күҙҙәре насар күрә башлай. Уға һөнәр алмаштырырға тура килә. Ул күп уйлап тормай, Ульяновск медицина колледжына уҡырға инә. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә теркәлгәндән һуң Роман өҫтәлмә стажировка үтә, бер нисә урынға барып эшләп ҡарай. Айгөл Мирсәйәх ҡыҙының клиникаһына килеп эләккәндән һуң бында ҡалырға ҡарар итә. Уңайлы эш шарттарын булдырыуға махсус компенсацияны сувенирҙар эшләүсе компания ла алған. Бында мөмкинлеге сикләнгән рәссам һәм тегенсе ҡыҙҙарҙы эшкә алғандар. Авария һөҙөмтәһендә травма алған Натальяны эш биреүсеһе кире ҡабул итмәгән. Тегенсегә халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә ярҙам иткәндәр. Мөмкинлеге сикләнгән граждандарҙы эш менән тәьмин итеү буйынса төбәктә төрлө проекттар бар. Үткән йылдың көҙөндә Башҡортостан инвалидтарҙы стажировкалау һәм уларҙы эш урынында оҙатыу буйынса тәжрибә майҙансығы итеп һайланды. Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенә килеүсе мөмкинлеге сикләнгәндәр һаны көндән-көн арта. Уларға эш тәҡдим итеүсе ойошмалар һаны ла күбәйә. Орджоникидзе районының халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгенең үҙенә лә мөмкинлеге сикләнгән белгес эшкә алынған. Рөстәм Ғабдрахмановты хеҙмәттәштәре өлгөлө белгес һәм ярҙамсытип белә. 2016 йылда мәшғүллек үҙәктәре мөмкинлеге сикләнгән 1000 кешене эшкә урынлаштырһа, былтыр был күрһәткес ике тапҡырға артҡан. Төрлө һөнәрҙәр буйынса белемдәрен артырыу һәм төрлө ойошмаларҙа эшләп ҡарап, тик үҙҙәренә ҡулайлы урынға ғына урынлашыу мөмкинлеге хәҙер был категория граждандарҙың киләсәккә ышанысын һәм йәмғиәттә юғалып ҡалмай, башҡалар менән бер тиң йәшәү өмөтөн арттыра.
Башҡортостанда эшһеҙҙәр кәмегән
Тулыраҡ: Башҡортостанда эшһеҙҙәр кәмегән