Башҡортостан – Рәсәйҙә тауар балы етештереү буйынса беренсе урында

Был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитов 2021 йылда умартасылыҡ буйынса «Апимондия» халыҡ-ара конгресына әҙерлек мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә белдерҙе. . Республикала 350 мең күс иҫәпләнә, йыл һайын 5-6 мең тонна тауар балы етештерелә. Ул илебеҙҙә етештерелгән бөтә тауар балының һигеҙ проценты, Башҡортостандың Волга буйы федераль округындағы өлөшө 23 процент. Шулай уҡ Башҡортостан балының сифатын тикшереү буйынса махсус лаборатория төҙөү өсөн федераль ҡаҙнанан 86 миллион һум аҡса бүленгән. Шуларҙың 40 миллион һумы килгән. Был аҡсаға ҡорамалдар алынған һәм шулай уҡ умартасылар белемен камиллаштырған.

Подпишитесь на нас в Google Новости