Программа 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Уны тормошҡа ашырыуға 37 миллиард һум аҡса йәлеп ителә, уның– 35 миллиард һумы – бюджеттан тыш сығанаҡтарға тура килә. Программа республика баҙарын урындағы һөт ризыҡтары менән тәьмин итеүҙе арттырыуға булышлыҡ итер, тип көтөлә. Төбәктә 20-нән ашыу яңы индустриаль һөт комплексын булдырыу, 1 меңгә яҡын кеше эш менән тәьмин итеү ҡарала.
Башҡортостанда һөт тармағын үҫтереү программаһы раҫланды
Тулыраҡ: Башҡортостанда һөт тармағын үҫтереү программаһы раҫланды