Ут һүндерелде, ауылдарға ҡурҡыныс янамай

Ырымбур өлкәһендә сыҡҡан дала янғынын ике төбәк сигендә урынлашҡан ауылдарға янамай. Был хаҡта бөгөн Республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр иттеләр. Ҡоро үлән янып китеү сәбәпле кисә Медногорск ҡалаһында ғәҙәттән тыш хәл индерелгәйне. Ут Ейәнсура районы сигендә урынлашҡан бер-нисә ауылды ялмап алды. Бөгөн иртән генә ут һүндерелде. Үткән тәүлектә генә республика биләмәләрендә тағы ла 3 ут сығыу осрағы теркәлгән. Бөгөн 16 муниципалитетта 3-сө һәм 4-се, Көйөргәҙе районында  5 се класс янғын хәүефе һаҡлана. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ошоға бәйле иҫкәрмә иғлан итте. Яҙ башынан Башҡортостан урмандарында 141 янғын осрағы теркәлгән, былтыр 38 янғын осрағы булған.

 

Подпишитесь на нас в Google Новости