Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә ТАСС агентлығында хәбәрселәр менән осрашты

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов бөгөн Мәскәүҙә ТАСС агентлығында Рәсәй һәм сит илдәрҙең киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре менән осраша. Ул ШОС һәм БРИКС илдәренең  Өфөлә үтәсәк бәләкәй эшҡыуарлыҡ форумына арнала. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, эшҡыуарлыҡ иҡтисадты яңы кимәлгә сығара ала. ШОС һәм БРИКС илдәрендә ер шарында йәшәгән халыҡтың 41 проценты йәшәй. Йәғни, иҡтисади ҡеүәте ғәйәт ҙур. Бәләкәй эшҡыуарлыҡтың иһә ШОС һәм БРИКС илдәрендә яңы эш урындары булдырыуҙа роле бик ҙур. Уға тиклем Башҡортостан етәксеһе Ҡытай вәкилдәре менән осрашып Өфөлә мәғариф үҙәге ойоштороу тураһындағы һөйләште. Ул һөнәри белем биреү буйынса халыҡ-ара проект сиктәрендә барлыҡҡа киләсәк. Килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһында Рөстәм Хәмитов, Ҡытайҙың Циндао ҡалаһы мэры ҡатнашты. Бынан тыш, Башҡортостан менән Ҡытай араһында иҡтисади мәнөсәбәттәргә һәм белем биреү өлкәһенә ҡағылышлы башҡа килешеүҙәр ҙә төҙөлдө.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда хажға барыу тәртибе үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда хажға барыу тәртибе үҙгәрә

 Изге ғәмәл ҡылырға ниәтләүселәр хәҙер юлламаларҙы турист агентлыҡтары түгел, ә тура республика мосолмандары Диниә назаратынан һатып аласаҡ. Яңы ҡағиҙә маҡсаты – хажға барыусыларҙы алдап, уларҙың аҡсаларын урларға маташыуҙы сикләү. Ошо хаҡта Рәсәйҙең хаж эштәре буйынса Советының Өфөләге...

14 февраля 2020
Смотреть видео Дауаланыу һәм дауанан һуң һаулыҡты тергеҙеү мөмкинлеген һәр кемгә | ГТРК «Башкортостан»

Дауаланыу һәм дауанан һуң һаулыҡты тергеҙеү мөмкинлеген һәр кемгә

Сәләмәтлек сәғәтенең сираттағы ултырышында Башҡортостанда реабилитация үҙәген камиллаштырыу мәсьәләһе ҡаралды. Радий Хәбиров һуғыш ветерандарының Республика клиник госпиталендәге медицина реабилитацияһы бүлеге эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе. Өфөлә биш йыл элек асылған үҙәктә Башҡортостандың төрлө...

14 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортса йәнһүрәттәр арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортса йәнһүрәттәр арта

 Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы мультипликаторҙары республикала йәшәгән халыҡтарҙың әкиәттәренә таянып йәнһүрәттәр төшөргән. Уларҙы тамашасылар телеэкрандарҙа, кинотеатрҙарҙа бушлай ҡарай ала. Ағастар терелгән, болот һөйләшә, ә боҙҙоң күҙҙәре бар... Төрлө халыҡ...

13 февраля 2020
Смотреть видео “Бәпембә” йорт туйлай | ГТРК «Башкортостан»

“Бәпембә” йорт туйлай

 Өфө районы Зубов ауылында 1954 йылдан эшләгән балалар баҡсаһы яңы бинаға күсте. Киләһе дүшәмбенән ул балаларҙы тулы төркөмдәргә ҡабул итә башлай. Зубов ауылында йәшәгән йәштәр был балалар баҡсаһын түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Дилара Шарбанова өс бала әсәһе. Олоһо мәктәп уҡыусыһы, уртансыһы...

13 февраля 2020
Смотреть видео Цифралы дәрес | ГТРК «Башкортостан»

Цифралы дәрес

Республика инженер лицей-интернатында цифрлы дәрес үтте. Сара  өс йыл рәттән Бөтә Рәсәй белем биреү проекты сиктәрендә ойошторола. Лицей-интернаттың 8-се синыф уҡыусылары «Шәхси ярҙамсылар» тип исемләнгән үҙенсәлекле асыҡ дәрестә ҡатнашты. Махсус дәрестең партнеры булып билдәле интернет...

13 февраля 2020
Смотреть видео Үтескә аҡса алмаһа ла, бурыслы | ГТРК «Башкортостан»

Үтескә аҡса алмаһа ла, бурыслы

Башҡортостанда йыш осрай торған фамилиялы кешеләргә аҙаштарының бурыстары өсөн яуап бирергә тура килә. Уларҙың иҫәптәренән аҡса юғала, мөлкәтенә арест һалына. Республикала бындай осраҡтар артҡандан-арта ғына. Ни өсөн ошолай кешеләрҙе бутайҙар һәм ғәйеп кемдә? Рәлиә Сәхибгәрәева асыҡларға тырышты....

13 февраля 2020
Смотреть видео Йәш ғалимдарға гранттар | ГТРК «Башкортостан»

Йәш ғалимдарға гранттар

Башҡортостанда 23 йәш ғалим фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе буйынса республика грантына лайыҡ булды. Радий Хәбировтың Указына ярашлы хәҙер аспиранттар һәм фән кандидаттарына дәүләт ярҙамы кимәле бер миллион һум. Фән юлын һайлаған йәштәрҙең ижади әүҙемлеген үҫтереү һәм уларға дәүләт ярҙамын күрһәтеү...

13 февраля 2020
Смотреть видео Республика Башлығының Әлшәйгә эш сәфәре | ГТРК «Башкортостан»

Республика Башлығының Әлшәйгә эш сәфәре

Әлшәй районында быйыл 2 яңы фельдшер-акушер пункты төҙөләсәк, киләсәктә район үҙәгендәге балалар спорт мәктәбенең үҙ боҙ һарайы буласаҡ. Был турала Радий Хәбировтың районға эш сәфәре барышында билдәле булды. Республика Башлығы Рәсәйҙәге тәүге заманса ауыл хужалығы лабораторияһы менән дә танышты....

13 февраля 2020
Смотреть видео Ейәнсура районында йыртҡыс аулаусылар боронғо һунар ысулын ҡуллана | ГТРК «Башкортостан»

Ейәнсура районында йыртҡыс аулаусылар боронғо һунар ысулын ҡуллана

Иҙелбәк ауылында йәшәгән эшҡыуар бүрене олоп саҡыра. Атыр өсөн түгел, ә фото һәм видеоға төшөрөргә. Алик Тоҡомбәтов бала сағынан йәнлектәр тураһында китаптар уҡый. Журналдар алдырып, тәбиғәтте өйрәнә. Атаһы һәм ҡартатаһы иһә һунарсылыҡ серҙәренә төшөндөрә. Ҡуян ҡыуалағанда ул бүрегә юлыға. Ата-...

12 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда  халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү стратегик мәсьәлә булып ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү стратегик мәсьәлә булып ҡала

Башҡортостан халҡын сифатлы эсер һыу менән тәьмин итеү стратегик мәсьәлә булып ҡала. Төбәктә әле һыу алыу өсөн 2 меңдән ашыу урын бар. Был һан ҙур булһа ла, һөҙөмтәләр түбән. Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу кеше ҡулланған һыу тейешле сифаттарға яуап бирмәй. Хәл Өфө районына ҡараған ауылдарҙа,...

12 февраля 2020
Яндекс.Метрика