Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй һәм Төркиә 15-се октябргә тиклем Сүриәнең Идлиб виләйәтендә хөкүмәт ғәскәрҙәре һәм ҡораллы оппозиция араһында махсус биләмә булдырырға һөйләшеп килеште.  Владимир Путин менән Рәжәп Эрдоган араһындағы һөйләшеүҙәрҙең төп һөҙөмтәһе шунан ғибәрәт. Хәбәрселәр алдында сығыш яһап Рәсәй президенты килешеүгә аңлатма бирҙе.

Төркиә етәксеһе Рәжәп Эрдоган билдәләүенсә, махсус биләмәне Рәсәй һәм Төркиә ныҡлы күҙәтеүгә ала. Рәсәй менән килешеү төбәктә гуманитар һәләкәттән ҡотолорға ярҙам итә, тине Рәжәп Эрдоган. Ике илдең оборона министрҙары Идлиб буйынса меморандумға ҡул ҡуйҙы. Сергей Шойгу әйтеүенсә, виләйәттә хәрби операция булмаясаҡ.

 2014-се йылда Украина өҫтөндә Воинг ракетаһын бәреп төшөргән “Бук” зенит-ракета комплексы Украинаныҡы булған. Был турала Рәсәй оборона министрлығы вәкиле белдерҙе. Ведомство йәшерен документтарға һылтанып ракетаның 1986 йылда эшләнгәне һәм һуңынан Украиналағы хәрби бригадаға тапшырылыуы тураһындағы хәбәр итте. Рәсәй оборона министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бригада террорға ҡаршы операцияла ҡатнашҡан. Министрлыҡ шулай уҡ Рәсәйҙә эшләнгән ракетаның Донбассҡа килтерелеүе тураһындаы видеороликтың ялған булыуын да иҫбатланы.

Германияның айырым ҡалаларында уң көстәр ҡаршылыҡ акциялары ойошторҙо. Афғанстандан килеүсе ике мигрант 22 йәшлек егетте үлтергәс илдә Меркель сәйәсәте менән риза булмаусылар артҡандан-арта.

Ибица аэропортында Мадридҡа осоусы пассажир терминал хеҙмәткәренең бер сумаҙанды асып әйбер урлауын видеоға төшөрөп алған. Был хаҡта лайнер экипажына хәбәр ителгәс, хеҙмәткәр ҡулға алынған.

Читайте нас в Яндекс.Новостях