Күп балалы ғаиләләргә ярҙам

Киләһе йылдан Башҡортостанда өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙары тыуған ғаиләләргә федераль бюджеттан да ярҙам ҡаралған. Әгәр быға тиклем төбәктәр өсөнсө һәм артабанғы сабыйҙары тыуған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә — 70, ә федераль үҙәк 30 процент бүлһә, киләһе йылдан был тәртип киреһенсәгә үҙгәрә. Шуға ярашлы, пособиеларҙы федераль ҡаҙнанан финанслау 20 миллиард һумға арттырыла. Әле Башҡортостанда өсөнсө һәм артабанғы балалар өсөн пособие күләме 9 мең һум самаһы. Республикала 2 мең 932 ғаилә ошондай ярҙам ала. Өсөнсө һәм артабанғы бала өсөн пособие сабыйға өс йәш тулғансы түләнә. Быйыл был маҡсатҡа 176 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Бындай пособиеға йән башына уртаса килеме 8 мең 483 һумдан аҙыраҡ булған ғаиләләр дәғүә итә ала.

Подпишитесь на наш Telegram-канал