Башҡорт театрына Хөкүмәт премияһы тапшырылды

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына Хөкүмәт премияһы тапшырылды. Федор Волков исемендәге награда профессиональ сәнғәтте үҫтереүгә көс һалған алдынғы коллективтарға тапшырыла. Премияны йыл һайын иң күбе 3 театр ала, уға 100 мең һумлыҡ аҡсалата дәртләндереү ҙә ҡаралған.  Ярославль ҡалаһындағы драма театры сәхнәһендә Хөкүмәт наградаһын алғас Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов тамашасы һәм ҡунаҡтарҙы башҡортса сәләмләне.

Читайте нас в Яндекс.Новостях