Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Быйыл көҙ Рәсәйҙә иҡтисади үҫеш көтөлә. Иҡтисади үҫеш министры Алексей Улюкаев ошо турала Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында белдерҙе. Алексей Улюкаев фараздарына ярашлы, 2016 йылдан башлап Эске тулайым продукт 2-3 процентҡа үҫә барасаҡ. Әлеге ваҡытта хаҡтар артыуы күҙәтелмәй, Рәсәй һумының курсы тотороҡлана, кешеләрҙең финанс хәлдәре яҡшыра.

МЕРС короновирусынан һәләк булыусылар 27 кешегә еткән. 173 кеше был үлемесле ауырыуҙы йоҡторған. 4 меңгә яҡын кешегә ҡарата карантин индерелгән. Бөтә Донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, вирустан 450 кеше һәләк булған.

Варшаваның халыҡ-ара аэропортында хакерҙар һөжүме сәбәпле ай-ти система сафтан сыҡҡан. Пассажирҙарҙы теркәү, 10 халыҡ-ара рейс һәм эске рейстар буйынса самолеттар осоуы туҡтатылған.

Рәсәй Көнсығыш Европала НАТО инфраструктураһы киңәйеүгә һәм ракеталарға ҡаршы система урынлаштырылыуға ризаһыҙлыҡ белдерә. Был турала Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһе Сергей Иванов белдергән. Уның әйтеүенсә, әгәр ҡушма штаттар Румыния, Болгария, Польшала ракеталар урынлаштыра башлаһа Рәсәй ҙә ҡәтғи аҙымдарға барырға мәжбүр тигән президент хакимиәте етәксеһе.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

112-се башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышҡан урындар буйлап автосәйәхәт ойоштороласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

112-се башҡорт кавалерия дивизияһы һуғышҡан урындар буйлап автосәйәхәт ойоштороласаҡ

Тарихсылар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1942-1943-сө йылдарҙа башҡорт атлылары 2 мең 600 һуғышсыһын юғалта. Уларҙы эҙләү һәм хөрмәтләп ер ҡуйынына тапшырыу-беҙҙең изге бурыс, ти Башҡортостандың эҙәрмәндәр отрядтары вәкилдәре. Быйыл Республиканың ошондай 30-лаған отрядынан 200-ҙән ашыу эҙәрмән Ростов,...

12 апреля 2018
Бөгөн Рәсәйҙә Космонавтика көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Рәсәйҙә Космонавтика көнө билдәләнә

1961 йылдың 12 апрелендә барлыҡ доньяны иҫ киткес яңылыҡ солғап ала.Ғәлләмдә кеше  һәм ул – Совет кешеһе. Беренсе йыһан гиҙеүсе Юрий Гагариндың “Восток” карабындағы был сәйәхәте 108 минут дауам итә. 1962 йылда кешенең йыһанға осоуының бер йыллығын билдәләүгә әҙерлек сиктәрендә СССР Юғары...

12 апреля 2018
 “Башҡортостан башлығы менән һөйләшеү”гә һорауҙар ҡабул ителә башланы | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡортостан башлығы менән һөйләшеү”гә һорауҙар ҡабул ителә башланы

Иртәнге туғыҙҙан башлап колл-үҙәктәге телефондар тынмай. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн мөрәжәғәттәр ике телдә – башҡортса һәм русса ҡабул ителә. Тәүге өс сәғәт эсендә генә 300-ҙән ашыу шылтыратыу булған. Әлегә был һорауҙар махсус электрон порталда теркәлеп бара. Һәр шылтыратыусыға айырым карточка...

12 апреля 2018
Смотреть видео Ағиҙел йылғаһында боҙ китә | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙел йылғаһында боҙ китә

Был күренеште ҡарарға яр буйынса күпләп халыҡ йыйылды

12 апреля 2018
Смотреть видео Салауат ҡалаһында алданған өлөшсөләр юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Салауат ҡалаһында алданған өлөшсөләр юҡ

Урындағы хакимиәт һәм төҙөлөш ойошмалары уртаҡ тел табып, оҙаҡ йылдар төҙөлмәй торған йорттарҙы сафҡа индергән. Бындай уңыштың сере нимәлә? Хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, Зинаида Зинина дауаханала эшләүен дауам итә. Сөнки, ғүмер буйы йыйған ағсаһын ул торлаҡ төҙөлөшөнә индерә. Әммә, хыялланған...

12 апреля 2018
Смотреть видео Улар әсәләренең туң йөрәген иретергә теләп илай | ГТРК «Башкортостан»

Улар әсәләренең туң йөрәген иретергә теләп илай

“Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында - етди мәсьәлә. Иртәгә тура эфирҙа балаларын бала табыу йорттарында ҡалдырып киткән әсәләр тураһында махсус репортаж сығасаҡ. Алып барыусылар студия ҡунаҡтары менән был заман күренешенең сәбәптәрен, етемлекте бөтөрөү мөмкинлектәрен тикшерергә ниәтләй....

12 апреля 2018
Смотреть видео Благовар районында йәшәүсе 5 етем баланы яңғыҙы тәрбиәләргә мәжбүр | ГТРК «Башкортостан»

Благовар районында йәшәүсе 5 етем баланы яңғыҙы тәрбиәләргә мәжбүр

Ике йыл элек ире мәрхүм булғас, ул балаларҙы приютҡа ҡайтарыуҙан баш тарта һәм ҙур ғаилә өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә ала. 10 йәшлек Алик өйҙәге иң оло ир-егет булараҡ аш алды намаҙын уҡый. Бер өҫтәл артында төрлө милләттән 4 ғаиләнән йыйылған балалар. Уларҙа берҙәмлек һәм бер-береңде туған тип ҡабул...

12 апреля 2018
Республиканың төрлө төбәктәренән хәүефле мәғлүмәттәр килә | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың төрлө төбәктәренән хәүефле мәғлүмәттәр килә

Ҡайһы бер ауылдарҙа йорт ихаталарын һыу баҫһа, икенсе төбәктәрҙә йылғалар юлдарҙы йыуа. Баймаҡ районы Басай ауылы өлөшләтә һыу аҫтында ҡалды. Быйыл яҙғы ташҡын Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ғафури, Бөрйән, Әлшәй райондарына ла янай. Әлегә ирегән ҡар һыуҙары баҫыуы хаҡында 106 ғариза  алынған. Яҙғы...

12 апреля 2018
Смотреть видео Шәхси диетолог урынына махсус ҡушымта | ГТРК «Башкортостан»

Шәхси диетолог урынына махсус ҡушымта

Стәрлетамаҡ ғалимдары сәләмәт туҡланыу һағында торор виртуаль ярҙамсы уйлап сығарған. Ул кеҫә телефонына “аҡыллы үлсәү” тоташтырып кешенең ауырлығын даими контролдә тота. Ерҙәге һәр икенсе кеше ваҡытында иҫкәртелмәгән сир сәбәпле яҡты донъя менән бәхилләшә. Ауырыуға еткермәйенсә, һаулыҡты алдан...

11 апреля 2018
Смотреть видео Һөт өсөн аҡса ҡасан түләнер? | ГТРК «Башкортостан»

Һөт өсөн аҡса ҡасан түләнер?

Дыуан районы Яңы Хәлил ауылы халҡы комбинатҡа тапшырылған һөт өсөн ике-өс айлап аҡса алмай интегә. Төпкөл ауылда урындағы халыҡ өсөн эш урыны юҡ. Шуға ла үҙ көстәре менән аҡса эшләргә тырышҡан хужабикәләр был килемдән дә мәхрүм. Тапшырылған һөт өсөн аҡса түләнмәүҙең сәбәбе нимәлә? Ләйсән Байышева...

11 апреля 2018
Яндекс.Метрика