Эсәр һыуға ҡытлыҡ юҡ

Октярбрьский ҡалаһында һыу менән тәьмин итеү системаһы төҙөлөшө тамамланды. Хәҙер ҡалала эсәр һыу мәсьәләһе хәл ителде. Яңы комплекс эшмәкәрлеге менән эш сәфәре ваҡытында Республика етәксеһе Рөстәм Зәки улы хәмитов танышты. Был лабораторияла эсәр һыу сифаты тикшерелә. Бының өсөн Октябрьский ҡалаһында ҙур бина төҙөлдө. Хәҙер һыу бар талаптарға ла яуап бирә. Элек ҡалала һыуҙың ҡаты булыуы һәм шунлыҡтан һаулыҡҡа насар тәҫъир итеүе ҙур проблема булып тора ине, ти урындағы халыҡ. Һыу менән тәьмин итеү буйынса яңы комплекс төҙөлөшө бер нисә этапта барҙы – хәҙер бар эштәр ҙә тамамланған. Комплекс республиканың 100 йыллығына 100 объект  исемлегенә ингән. Ҡалала төрлө ойошмалар ҙа әүҙем эшләй. Мәҫәлән, бында пар һәм гидроизоляция материалдары етештерәләр. Компания  Рәсәйҙең һәм Ҡаҙағстандың ҙур сауҙа селтәрҙәре менән хеҙмәттәшлек итә. Ойошма хеҙмәткәрҙәргә ҙур талаптар ҡуя. Сөнки яҡшы оҫталарҙан башҡа сифатлы туҡыма етештереү мөмкин түгел. Кәсепхана тауарҙар төрөн алмаштырып тора. Үҙҙәре уйлап сығарған алты патентҡа эйә. Төбәк башлығы сәнәғәт министрлығына республиканың тиҙ үҫеүсе ойошмаларына ярҙам итеү юлын уйларға тәҡдим итте. Был компания нефть һәм газ скважиналарын быраулығанда инженер-технологик хеҙмәттәр күрһәтә. Улар нефтте алыу ҡатламдарын үҫтереү һәм импортты алмаштырыу менән әүҙем шөғөлләнә. Элек тау тоҡомдарын быраулау өсөн ҡулайламаны сит илдән һатып алһалар, хәҙер үҙ станоктарында етештерәләр. Бынан тыш, фирма яңы социаль объекттар төҙөүҙе лә планлаштыра. Спорт майҙансығы өсөн генә 5 млн һум аҡса бүленгән. Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы йәрминкәһендә булды, унда ҡала халҡы, аҙыҡ-түлек етештереүселәр, эшҡыуарҙар менән аралашты. Төбәк башлығы тәҡдим ителгән тауарҙарҙың төрлөлөгө, аҙыҡ-түлек хаҡтары менән ҡыҙыҡһынды.

Читайте нас в Яндекс.Дзен