Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй оборона министрлығы Урта диңгеҙҙә Ил-20 самолеты һәләкәте  өсөн Израиль ғәйепле, тип белдерҙе. Израиль, үҙ сиратында, Сүриә етәксеһе Башар Асад хөкүмәтен, Иран һәм “Хезболла” ойошмаһын ғәйепләй. Рәсми Мәскәү күп йылдар дауамында Сүриә биләмәһендә Израиль мәнфәғәттәрен иҫәпкә алып килде, әммә хәҙер барыһы ла үҙгәреүе ихтимал.

Ҡырымда “Триумф” С-400 ракеталары  Евпатория районында дежур итә башланы. Быға тиклем ошондай уҡ системалар Феодосия һәм Севастополдә йәйелдерелгәйне. Шулай итеп, Ҡара диңгеҙ һәм Азов диңгеҙенең һауа киңлеге тулыһынса тулыһынса күҙәтеүгә алынды. С-400 ракеталары 400 саҡырым алыҫлыҡтағы сәпте юҡ итә ала.

Былтыр Германияның Виттенберг ҡалаһында 30 йәшлек Хемпелды Сүриә мигранттары туҡмап үлтергәйне. Прокуратура егет ҡасаҡтарға беренсе булып һөжүм иткән, ғәйеплеләр үҙҙәрен һаҡларға мәжбүр булған тигән һығымтаға килгән. Һәләк булған егеттең атаһы видео күҙәтеү камераларындағы яҙмаларҙы ҡарап сыҡҡандан һуң киреһен иҫбатлай. Яңыраҡ митинг ваҡытында Карстен улының ни сәбәпле үлгәнен һөйләргә маташҡан әммә уны бүлдереп нацист тип атағандар.

Канадала көслө ел эҙемтәләрен бөтөрәләр. 30 кешенең йәрәхәтләнеүе, 150 меңдән ашыу бинаның утһыҙ ҡалыуы, 40-лаған йорттоң зыян күреүе тураһында хәбәр ителә. Елдең көсө сәғәтенә 200 километрҙан ашҡан.

Подпишитесь на нас в Пульс