Республика башлығы Вьетнам делегацияһы менән осрашты

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре Вьетнам Социалистик Республикаһының Бария-Вунгтау провинцияһынан килгән делегация менән осрашты. Вьетнам менән Башҡортостан араһындағы төрлө йүнәлештәрҙә барған хеҙмәттәшлекте нығытыу йәһәтенән үтә был осрашыу. 2015 йылда  ике республика араһында иң юғары тауар әйләнеше теркәлгән. 2018 йылдың ғинуарына ҡарата төбәктә Вьетнамдан биш предприятие эшләй. Хеҙмәттәшлек гуманитар йүнәлештә лә алып барыла. Республиканың юғары уҡыу йорттарында быйылғы уҡыу  йылында 115 Вьетнам гражданы белем ала. Өфө нефть-техник университеты был республиканан  тағы ла 100-ләп студентты өҫтәлмә  ҡабул итергә әҙер булыуын белдерҙе. Инвестициялар йәлеп итеү программаһында ла Вьетнам компанияларының өлөшө бар. 2020 йылға тиклем республикала һөтсөлөктө үҫтереү комплекслы программаһында ҡатнаша төбәк. 2017 йылда “Башҡорт-Вьетнам дуҫлығы” консорциумы төҙөлдө. Рөстәм Зәки улы Бария-Вунгтау провинцияһының Халыҡ советы рәйесе Линь әфәндене  мәҙәниәт, туризм һәм ауыл-хужалығы өлкәһендә лә хеҙмәттәшлек итергә саҡырҙы. Хеҙмәттәшлек нефть-химия, транспорт, машиналар эшләү сәнәғәтен дә үҙ эсенә аласаҡ. Иртәгә Вьетнам делегацияһы ҙур күргәҙмә ойоштороп, тағы ла  башҡа өлкәләрҙә лә хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлеген тәҡдим итергә ниәтләй.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тәфтишселәр бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтишселәр бүләкләнде

Өфөлә үҙ эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән тәфтишселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Тәфтиш комитетының үҙ-аллы эшләүенә 9 йыл. Сағыштырмаса ҡыҫҡа  ваҡыт эсендә ул үҙен тулы ҡеүәттә эшләүсе айырым структур берәмек итеп күрһәтте. Әлеге ваҡытта идаралыҡта 295 тәфтишсе эшләй, уларҙың 68-е ҡатын-ҡыҙ....

16 января 2020
Смотреть видео Дуҫлыҡ сылбыры  | ГТРК «Башкортостан»

Дуҫлыҡ сылбыры

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы үтте. 300 метрҙан ашыу сылбырға теләгән һәр кем бер нисә аҙна эсендә үҙ теләктәрен яҙып ҡалдырҙы. Ғәҙәти булмаған акцияны 2019 йылдың 20 декабрендә Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм хөкүмәт вице-...

16 января 2020
Смотреть видео Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу башлана. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын...

16 января 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә Федераль...

16 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана

Милли проекттарҙа билдәләнгән төп һәм иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе демографияға бәйле. Бала табыу йәше үҫә, 2012 йылғаса 30 йәшкә тиклемгеләр әсә бәхетен татыһа, әле бала табыуҙы 30-ҙан һуңға ҡалдыралар. Байтағы бер балала туҡталып ҡала. Бигерәк тә ҡала ерендәгеләр демографияны упҡынға һөйрәй....

16 января 2020
Смотреть видео Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр

Ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе Башҡортостан йәмәғәтселегендә ҡыҙыу фекер алышыуҙар тыуҙырҙы. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк штабы рәйестәше Надежда Крылова илдең төп законы – Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тәҡдименә үҙ ҡарашын белдерҙе....

16 января 2020
Смотреть видео Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә

Илдең йәшәйешендә генә түгел, уның ҡоролошонда ла үҙгәреш көтөлә. Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хөкүмәтте формалаштырыуҙа парламенттың хоҡуҡтарын киңәйтергә тәҡдим итте. Конституция ла байтаҡ үҙгәреш кисерә. Социаль сәйәсәттә демографияны алға этәрер реаль аҙымдар...

16 января 2020
Смотреть видео Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте

Был сара Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ойошторолдо. Маҡтау ҡағыҙҙарына уҙған йыл дауамында юғары һөнәри  уңыштарға өлгәшкән  иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре  лайыҡ булды. Рәсәйҙең  тәүге  баҫмаһы  “Ведомости”  донъя күргәндән алып, әлеге көнгә тиклем гәзит...

15 января 2020
Смотреть видео Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды | ГТРК «Башкортостан»

Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды

Яңы Иглин биҫтәһе төҙөлөү менән ауылда белем усағы етмәү көнүҙәк мәсъәлә ине. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” программаһы һәм “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ҡар бурандың уйнап тороуы  бер кемгә лә ҡамасауламаны, Иглин ауылында оло байрам....

15 января 2020
Смотреть видео Легендар ГАЗ-63 | ГТРК «Башкортостан»

Легендар ГАЗ-63

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Тәтешле оҫталары легендар ГАЗ-63 машинаһын тергеҙгән. Бындай  автомобилдәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы 1930 йылдарға барып тоташа. Горький автомобилдәр эшләү заводы хеҙмәткәрҙәре бөтә юлдарҙан да үтә алыу ҡеүәтенә эйә йөк машинаһын уйлап таба. Бөйөк Ватан һуғышы...

15 января 2020
Яндекс.Метрика