Слушай Маяк! Болей за наших! - Хоккей на Маяке - 1109052913 | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә социаль объекттарға йылы биреү башланды.

Белгестәр медицина һәм балалар учреждениеларын йылыға тоташтыра, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы.Социаль объекттарға йыш ҡына ваҡытынан алда йылыға тоташтырыла. Өфө инженер селтәре хеҙмәтләндергән 14 объектҡа йылы бирелде. Өфөлә һауа температураһы биш тәүлек рәттән 8 градус йылынан түбән булғанда рәсми рәүештә йылытыу миҙгеле башлана.

Хәбәрҙәр

Башҡортостанда дауыл эҙемтәләре | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда дауыл эҙемтәләре

Башҡортостанда кисә сыҡҡан көслө ел 96 ағасты йыҡты, ике тиҫтәнән ашыу торлаҡ йортҡа зыян килтерҙе. 9 автомобиль,  ике автобус туҡталышы, 19 реклама таҡтаһы зыян күрҙе.  Республиканың 18 ауылында  ҡаза  тарыған йорттарҙың дөйөм майҙаны 2074 квадрат метр тәшкил итә. Бынан тыш 158...

50 минут 35 секунд назад
Смотреть видео Башҡортостан селекционерҙары яңы виноград сорттарын сығара | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан селекционерҙары яңы виноград сорттарын сығара

 Татлы, әскелтем, һутлы, Кушнаренко селекция үҙәге белгестәре һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә. Башҡортостан винограды һалҡындарға бирешмәй, бында 90 йылдан ашыу һынау үткән емештәр ҙә бар. Татлы, үтә лә һутлы емеште нисек кенә яратып ашамайһың, ти Хәйретдиновтар. Хәҙер бер нисә йыл улар үҙ баҡсаһында...

19 сентября 2019
Смотреть видео Башҡортостан хужалыҡтарына тоҡомло таналар килтереү дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан хужалыҡтарына тоҡомло таналар килтереү дауам итә

Был юлы Даниянан голштин тоҡомло 245 баш тана ҡайтты. Әле улар карантинға ябылған. Сит илдән килтерелгән һәүкәштәрҙең барыһы ла айырыуса хәүефле ауырыуҙарҙы асыҡлау йәһәтенән махсус тикшереүҙәр үтә. Таналар бер аҙна буйына юлда килде. Улар өсөн водителдәр яуаплы ине. Хәҙер малҡайҙар ҡурҡа-ҡурҡа яңы...

19 сентября 2019
Смотреть видео Законлы фатирҙарына ҡасан күсерҙәр? | ГТРК «Башкортостан»

Законлы фатирҙарына ҡасан күсерҙәр?

Өфөлә өс йөҙләгән ғаилә көн дә төҙөүселәр вәғәҙәһенә ышанып  йәшәргә мәжбүр. “Сомострой” ойошмаһына буласаҡ торлаҡ өсөн алдан уҡ аҡса тапшырған халыҡ хәҙер фатирһыҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа тороп ҡалған.  Йылдар дауамында үҙ фатирҙары тупһаһына аяҡ баҫа алмаған халыҡ төҙөлөш майҙанына кәртә аша...

19 сентября 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров тәнҡитләгән Бөрө районы хакимиәте "алтын юлдар" өсөн урында табылған ҡомдо файҙаланырға ниәтләй | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров тәнҡитләгән Бөрө районы хакимиәте "алтын юлдар" өсөн урында табылған ҡомдо файҙаланырға ниәтләй

 Әммә материал ҡулланыуға яраҡлымы-юҡмы икәне лаборатория тикшереүен үткәс кенә билдәле буласаҡ. Александр һәм Людмила Никитиндар үҙҙәрен белә белгәне бирле ошо ауылда көн күрә. Яҙ етеү менән бер ҡайҙа ла сыға алмайынса тотҡонда тороп ҡала торғайныҡ, ти улар. Айбабаш ауылы менән ҡаланы Берҙән-...

19 сентября 2019
Көслө дауыл республикала 158 ауыл-ҡасабаларҙы утһыҙ ҡалдырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Көслө дауыл республикала 158 ауыл-ҡасабаларҙы утһыҙ ҡалдырҙы

 Барлығы 36 600 кеше электр утһыҙ тороп ҡалды, тип хәбәр итә Төбәк электр утын бүлеү  компанияһы. Тәүге электр утын  һүндереүҙәр бөгөн 4сәғәт  49 минутта башланып, әле булһа дауам итә.

19 сентября 2019
Илһам ҡанаттарында | ГТРК «Башкортостан»

Илһам ҡанаттарында

Өфөлә “Спиваков тәҡдим итә...” фествале сиктәрендә  билдәле  испан скирпкасыһы, ун алты йәшлек Мария Дуэньяс сығыш яһаны. Рәсәйҙең филармоник оркестрына ҡушылып ул бөйөк  Мендельсон үлемһеҙ увертюраларын башҡарҙы. Был Марияның ғына түгел, ә бәлки һәр скрипка оҫтаһының да иң яратҡан...

19 сентября 2019
Көслө дауыл ҡупты Өфөлә | ГТРК «Башкортостан»

Көслө дауыл ҡупты Өфөлә

Бөгөн сыҡҡан көслө дауыл байтаҡ зыян яһап өлгөрҙө. Баш ҡалала, мәҫәлән, илленән ашыу граждан ярҙам һорап Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына шылтыратты. Улар автомобилдәргә ҡолап төшкән ағастар, йығылған ҡоймалар, йыртылған баннерҙар, өҙөлгән электр сымдары һәм башҡалар тураһында хәбәр итте. Өфө...

19 сентября 2019
Эсмә шарап, булма харап | ГТРК «Башкортостан»

Эсмә шарап, булма харап

Республикала алкоголизм  мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия асылды. Тәүге көндә генә лә ете тиҫтәнән ашыу телефон шылтырауы яңғыраны. Проектты тормошҡа ашырыу “Айыҡ ауыл” төбәк конкурсы сиктәрендә атҡарыла. Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, шылтыратыусыларҙы тәү сиратта яҡындарының эсеүе борсой...

19 сентября 2019
“Башҡорт ихаталары” | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡорт ихаталары”

Ауыл-ҡалаларҙы тәртипкә килтереүҙе маҡсат иткән республика программаһы шулай атала. Сара быйыл башланды, бөгөнгә иһә 55 обьектта төҙөкләндереү эштәре тамамланды, йәнә 338-ендә  аҙағына яҡынлаша. Быйыл республикала 400 самаһы йорт-ҡура, уларҙың ихаталарының ҡилбәт-күренеше ыңғай яҡҡа үҙгәрергә...

19 сентября 2019
Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын үтәй башланы  | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын үтәй башланы

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы Йортонда яңы етәксенең инаугурацияһы уҙҙы.  Тантаналы сара шау-шыуһыҙ һәм ҙур дәрәжәле ҡунаҡтарҙың артыҡ күп булмауы шарттарында  үтте. Радий Хәбировтың  төбәктең күп милләтле халҡы алдында ант биреүе уның үҙ вазифаларын атҡара башлауын аңлата.  Ҡанунға...

19 сентября 2019
Смотреть видео Һуңғы юлға сыҡты 4 юлаусы | ГТРК «Башкортостан»

Һуңғы юлға сыҡты 4 юлаусы

Кисә республика юлдарында  булған  юл-транспорт фажиғәләрендә 4 кешенең ғүмере өҙөлдө. Тәүлек әйләнәһендә барлығы 12 осраҡ теркәлеп, ун дүрт кеше төрлө ауырлыҡтағы тән йәрәхәте алды.  Юлдарҙа булып торған ҡазаның төп сәбәбе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуға бәйле.

19 сентября 2019
Смотреть видео Уҡтан атыу буйынса 3Д турнир | ГТРК «Башкортостан»

Уҡтан атыу буйынса 3Д турнир

Башҡорттарҙың борондан килгән шөғөлө - уҡ менән һунарсылыҡ итеү тергеҙелә. Әммә йәнлектәр урынына уларҙың өс үлсәмле күсермә моделдәре ҡулланыла. Благовещенда уҡтан атыу буйынса 3Д турнир үтте. Бер атыуҙан сәпкә тейҙергән мәргән ҡыҙ кескәй сағынан уҡ ҡулына уҡ-һаҙаҡ тоторға яратҡан. Олатаһы эшләп...

18 сентября 2019
Смотреть видео Өфө сәнғәт галереяһында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфө сәнғәт галереяһында үҙенсәлекле күргәҙмә асылды

Унда һынлы сәнғәттең ҡатмарлы, Башҡортостан халҡы өсөн таныш булмаған төрө – ҡайнар эмаль техникаһында башҡарылған паннолар, картиналар һәм  биҙәүес әйберҙәре урын алған. Рәсәйҙең 13 ҡалаһынан 36 эмальерҙың эштәре араһында республиканан тик 4 кенә оҫтаның исемен күрергә була. Улар Виталий...

18 сентября 2019
Смотреть видео «Айгөл иле» йәнә башҡала сәхнәһендә | ГТРК «Башкортостан»

«Айгөл иле» йәнә башҡала сәхнәһендә

Мостай Кәримдең «Айгөл иле» романтик драмаһы йәнә башҡала сәхнәһенә. Башҡорт драматургияһының иң сағыу пьесаларының береһен Өфөнөң Нур театры күрһәтәсәк. 8-ҙәр метрлы йөҙйәшәр имәндәр, ике актерҙар составына 50-гә яҡын яңы тегелгән костюм... Ижад миҙгеле әле асылмаған әммә коллектив ҡыҙыу эш...

18 сентября 2019
Смотреть видео “Йәшә, урман!” | ГТРК «Башкортостан»

“Йәшә, урман!”

Башҡортостан “Йәшә, урман!” Бөтә Рәсәй экология акцияһына ҡушылды. Урмансыларҙың һөнәри байрамы алдынан Ҡырмыҫҡалы районындағы Зәңгәр күл янында урындағы халыҡ, урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар һәм студенттар 12 мең төп ағас ултыртты. Бишенсе класта белем алыусы Иван һәм Эмилия беренсегә...

18 сентября 2019
Смотреть видео "Таҙа Танып" экология акцияһы | ГТРК «Башкортостан»

"Таҙа Танып" экология акцияһы

Балтас районында "Таҙа Танып" тип аталған экология акцияһы үтте. Уның сиктәрендә минуципалитеттың барлыҡ йылғалары һәм һәм һыу ятҡылыҡтары тирәләй шәмбе өмәләре ойошторолдо. Был биләмәләрҙе район халҡы үҙ көсө менән тәртипкә килтерҙе. Акцияла Башҡортостандың башҡа төньяҡ-көнсығыш райондары ла...

18 сентября 2019
Смотреть видео Өфө һәм Мәскәү кардиохирургтары аневрезимды юҡ итеү ысулын тапты | ГТРК «Башкортостан»

Өфө һәм Мәскәү кардиохирургтары аневрезимды юҡ итеү ысулын тапты

Өфө һәм Мәскәү кардиохирургтары үҙенсәлекле операция эшләне. Улар бергәләп йөрәк кәмселегенең бер төрө – аневрезимды юҡ итте. Янбаш ҡан тамыры аша хирургтар яйлап ҡына йөрәккә табан окклюдерлы катетер үткәрә. Табиптар аңлатыуынса, уның ярҙамында йөрәк менән аорта араһындағы өҙөлгән урында махсус...

18 сентября 2019
Смотреть видео Юл ҡағиҙәләрен бәләкәйҙән өйрәнеү зарур | ГТРК «Башкортостан»

Юл ҡағиҙәләрен бәләкәйҙән өйрәнеү зарур

Башҡорт Дәүләт ҡурсаҡ театрында мәғариф министрлығы һәм Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы менән берлектә, беренсе класс балаларына бағышланған сара үтте.   Бында  республиканың төрлө район-ҡалаларынан йөҙҙән ашыу уҡыусы йыйылды.  Уҙғарылған сара юл йөрөү ҡағиҙәләре һәм...

18 сентября 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров йәмәғәт транпортындағы ҡулаҡсаһыҙ түләү терминалдарын тикшерергә ҡушты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров йәмәғәт транпортындағы ҡулаҡсаһыҙ түләү терминалдарын тикшерергә ҡушты

 “Транспорт сәғәте” форматындағы кәңәшмәлә республика етәксеһе тейешле органдарға рейдтар ойоштору кәрәклеге тураһында әйтте.  Бөгөн төбәктә 125 мең “алға” һәм  “транспорт” ҡушымтаһы булған 250 мең “уҡыусы” карталары таратылған. Пассажирҙар улар менән йәмәғәт транспортында 12 миллион...

18 сентября 2019
Смотреть видео Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса Совет | ГТРК «Башкортостан»

Кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса Совет

Башҡортостан башлығы эргәһендә кеше хоҡуҡтары һәм гражданлыҡ йәмғиәте институтын үҫтереү буйынса Совет барлыҡҡа килде. Ойошманың беренсе ултырышында был туралағы Указ менән Радий Хәбиров таныштырҙы. Яңы ойошманы Владимир Барабаш етәкләне. Уның урынбаҫары итеп Вадим Беляков, секретарь вазифаһына...

18 сентября 2019
Смотреть видео Өфөлә 15 кешенең ағыуланыу осрағына бәйле яңы мәғлүмәттәр билдәле | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә 15 кешенең ағыуланыу осрағына бәйле яңы мәғлүмәттәр билдәле

Сипайловолағы тиҙ туҡланыу нөктәһендә эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең береһендә стафилаккок инфекциһы табылған. Бактерия шаурмаға ҡушылған салатта ла була. Шулай итеп ағыуланыусылар һаны 16-ға етте, әле зыян күреүсе 14 кеше дауаханала. Эске эштәр министрлығы эшҡыуарҙың башҡа 6 туҡланыу нөктәһен дә...

18 сентября 2019
Смотреть видео Әбделмәмбәт ере – Алтын Бишек | ГТРК «Башкортостан»

Әбделмәмбәт ере – Алтын Бишек

Башҡортостан-24 телеканалы башланғысы менән ойошторолған Алтын бишек конкурсында ҡатнашыусылар ҙур әүҙемлек күрһәтә. Бөгөн беҙ Әбйәлил районы Әбделмәмбәт ауылы менән таныштырабыҙ. Ирәндек итәгендә һәм йәмле Оло Ҡыҙыл      йылғаһы буйында урынлашҡан Алтын бишек хаҡында беҙҙең...

17 сентября 2019
Яндекс.Метрика