Баҫыуҙарҙа эш ҡайнай

Башҡортостан аграрийҙары шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарының өстән бер өлөшөн ҡаҙып алған. Татлы тамыр сәселгән бөтә хужалыҡтарҙа ла әле эш ҡайнай. Бынан тыш, шәкәр заводтары күпләп был культураны эшкәртә башланы. Радик Уйылданов 30 йылға яҡын ауыл хужалығында эшләй. Шуның яртыһын тиерлек ул шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуға бағышлаған. Татлы тамыр ҡаҙыу комбайны операторы билдәләүенсә, хәҙерге техника тиҙ һәм сифатлы ҡаҙып алырға ярҙам итә. Хужалыҡ быйыл 590 гектар майҙанда шәкәр сөгөлдөрө сәскән. Һәм был күләмде йыл һайын 100 гектарға арттыра бара. Әле аграрийҙар татлы тамыр баҫыуҙарының 90 процентын тиерлек ҡаҙып алған. Ямғырҙар һирәк яуыуға ҡарамаҫтан бында яҡшы уңыш алалар. Был баҫыуҙа 76 гектар шәкәр сөгөлдөрө сәселгән. Бөгөн хужалыҡ белгестәре дөйөм майҙандың яртыһын ҡаҙып бөтөргә йыйына. Гектәр ҡеүәте уртаса 400-450 центнер. Предприятие 7 мең тонна татлы тамырҙы эшкәртеүгә оҙатҡан. Әле баҫыуҙарҙа тағы ла 5-6 мең тонна ҡаҙылған продукция ята. Быйыл да хужалыҡ кәмендә 25-27 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө уңышы алырға иҫәп тота. Йәмғиәт шәкәр сөгөлдөрөн Раевка заводына оҙата. Эшкәртелгән продукцияны хужалыҡ үҙе һата һәм табыш ала. Әйткәндәй, татлы тамырҙы тейәү өсөн ярҙамға Әлшәйҙәр үҙ техникаһын ебәргән. Шишмә шәкәр сөгөлдөрө баҫыуҙарының 42 процентында эштәр теүәлләнгән. Хужалыҡтар 82 мең тоннанан ашыу татлы тамыр ҡаҙып алған. Шуның 50 мең тоннаһы баҫыуҙарҙан сығарылған һәм эшкәртеүгә оҙатылған. Республика буйынса 15 мең гектарҙан ашыу майҙанда татлы тамыр ҡаҙып алынған. Был дөйөм майҙандарҙың 35 проценты тирәһе. Хужалыҡтар 290 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө сығарған. Был көндәрҙә ямғырҙар башлана һәм көндәр һалҡынайта, тип белдерә синоптиктар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан аграрийҙар шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыуҙы дауам итәсәк. Тик, бына бысраҡ баҫыуҙан юлға сығарыуҙа һәм ташыуҙа ҡатмарлыҡтар тыуасаҡ, тип борсола ауыл эшсәндәре.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Мәңгелек хәтер | ГТРК «Башкортостан»

Мәңгелек хәтер

Мисирев йәки Мисарев – фамилияның бер хәрефе дөрөҫ яҙылмаған өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветераны хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә йөрөй. Бер туған ағалары уны оҙаҡ йылдар эҙләй, һуңынан был эште уларҙың балалары дауам итә һәм 2015 йылда һалдаттың ерләнгән ҡәберенә барып ҡайталар. Мисиревтар ғаиләһе...

12 февраля 2020
Смотреть видео Ветерандарға-миҙалдар | ГТРК «Башкортостан»

Ветерандарға-миҙалдар

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған миҙалдар тапшырҙы. Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған махсус миҙал Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән булдырылды һәм беренселәрҙән булып уны республика етәксеһе ҡулынан 10 яугир алды....

12 февраля 2020
Смотреть видео ММА- көслөләр һәм етеҙҙәр спорты | ГТРК «Башкортостан»

ММА- көслөләр һәм етеҙҙәр спорты

Өфөлә  Ҡатнаш алыш буйынса үҫмерҙәр һәм ир-егеттәр араһында  республика чемпионаты һәм беренселеге үтте.  Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған чемпионатта  республиканың  17 спорт клубынан 170-кә яҡын спортсы катнашты. Айнур Ибраһимов – “Алдар” ...

11 февраля 2020
Смотреть видео Аҡыллы йорт | ГТРК «Башкортостан»

Аҡыллы йорт

Был аҡыллы йортта һауа температураһы үҙе көйләнә. Өфө районы Таптыҡ ауылында үҙенсәлекле йорт бар. Уны кемдер экологик йорт тип йөрөтә, кемдер өсөн ул йәшел өй, ә ҡайһы берәүҙәр уны аҡыллы йортҡа тиңләй. Был йортта  шпиондар йәшәй тиерһең. Янып һүнеп торған приборҙар, йәшерен ниндәйҙер...

11 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда һыуыҡтарҙы тағы ла йылы көндәр алмаштырасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда һыуыҡтарҙы тағы ла йылы көндәр алмаштырасаҡ

Бөгөндән һауа температураһы яйлап ҡына күтәрелә башлай. Көндөҙ 6, төнөн 9 градус һыуыҡ көтөлә. Ҡар яуыуы, буран сағыуы ихтимал. Аҙна аҙағына тиклем ошондай һауа торошо һаҡланасаҡ.

11 февраля 2020
Смотреть видео Нимә ул социаль контракт? | ГТРК «Башкортостан»

Нимә ул социаль контракт?

Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров донъяла короновирусҡа бәйле борсоулы хәлгә туҡталып, контролде көсәйтергә саҡырҙы. Башҡортостанда әле был сирҙе йоҡтороусылар юҡ.  Республикала “башҡорт ихаталары” программаһына үҙгәрештәр индерелә. Төбәктең торлаҡ-коммуналь...

11 февраля 2020
Смотреть видео Ҡытай студенттары ҡышты нисек үткәрә? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡытай студенттары ҡышты нисек үткәрә?

Өфө нефть техник университетында 50-гә яҡын Ҡытай студенты уҡый. Берәүҙәре яңы йыл каникулдарына ҡайтып өлгөрһә, икенселәре оҙайлы ялды башҡалала үткәрергә мәжбүр. Тыуған яҡтарына ҡайтып киткәндәр әлегә өйҙәрендә ҡалған. Өфөлә Ҡытай студенттары уҡыуҙарын дауам итә. Хэйнан виләйәтенең Пуян ҡалаһынан...

11 февраля 2020
Смотреть видео Коронавирус сәбәпле 14 февралдән Рәсәйҙән Ҡытайға чартер авиарейстар яһалмаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Коронавирус сәбәпле 14 февралдән Рәсәйҙән Ҡытайға чартер авиарейстар яһалмаясаҡ

 Был турала  Рәсәй биләмәһенә яңы коронавирус инфекцияһының инеүен һәм таралыуын иҫкәртеү буйынса штаб рәйесе Татьяна Голикова белдерҙе. Вице-премьер билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһы менән Ҡытай араһында авиабәйләнеште тулыһынса ябыу өсөн нигеҙ юҡ. Коронавирус башланыу сәбәпле 1 февралдә...

11 февраля 2020
Смотреть видео Гриптан нисек һаҡланырға? | ГТРК «Башкортостан»

Гриптан нисек һаҡланырға?

  Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы шәхси профилактика саралары тураһында иҫкәртә һәм күмәк халыҡ йыйылған урындарға бармаҫҡа, битлек кейергә, ҡулдарҙы һабын менән йыуырға, бүлмәне даими елләтергә тәҡдим итә.  Һуңғы аҙнала республикала...

11 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ менән ауырыусылар арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда грипп һәм ОРВИ менән ауырыусылар арта

Республикала айырым ҡалаларҙа мәктәптәр һәм балалар баҡсалары 16 февралгә тиклем карантинға ябылды. Әгәр киҫкен респиратор вирус инфекцияһын йоҡтороусылар арта икән мәктәп етәкселеге уҡыуҙы туҡтатып тороу тураһында үҙаллы ҡарар ҡабул итә ала.  

11 февраля 2020
Яндекс.Метрика