Башҡортостан етәксеһе Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Анатолий Аксаков менән осрашты

Әңгәмәлә һүҙ республика тормошона ҡағылған көнүҙәк мәсьәләләр тураһында барҙы. Төбәктә бер нисә йыл элек башланғыс алған “Торлаҡ өсөн һаҡлыҡ аҡса” программаһын законлы нигеҙҙә көйләү зарурлығына баҫым яһалды. Анатолий Геннадьевич был мәсәләне эшҡыуарҙар, банк вәкилдәре менән ентекләп тикшергәндән һуң Дәүләт Думаһы депутаттары ҡарамағына сығарырға вәғәҙә итте.  Рөстәм Хәмитов ил парламенты депутаты иғтибарын Өфө-Ырымбур федераль трассаһын яңыртыу мәсьәләһенә йүнәлтте. Был трасса республика өсөн йөк ташыу һәм тауар әйләнешен  үҫтереү өсөн мөһим.

Подпишитесь на нас в Пульс