Өфөлә солоҡ балы

Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтлем наҙы бар, тиҙәр халыҡта. Өфөлә йәшәүсе Камил Закиров солоҡ балын баш ҡалала ла киң йәйелдерергә теләй.

Хәҙер солоҡ балын Бөрйән яҡтарына юлланмайынса, Өфө ҡалаһында ла тәмләп ҡарарға мөмкин. Камил Закиров умартасылыҡ менән 5 йылдан ашыу шөғөлләнә. 

Бер-нисә йыл элек, физика-математика фәндәре кандидаты Камил Закиров был үҙенсәлекле бөжәктәр менән етди ҡыҙыҡһына башлай. Докторлыҡ диссертацияһының бер өлөшөн дә ул  бал ҡорттарына арнай.

Әлегә тиклем боронғо шөғөл тик ҡурсаулыҡтарҙа ғына һаҡланып килгән. Белгестәр бал ҡорттарының ҙур ҡала уртаһында  бал ташый алыуына шикләнә ине. Тәбиғәт киреһен дәлилләй. Өфө уртаһындағы сауҡалыҡтарҙың береһендә урын алған ике солоҡҡа ла бал ҡорттары ҡунған.

Быйыл иһә унда тағы ла бер-нисә солоҡ урынлаштырырға ниәтләй белгестәр.Ҡырағай бал үҙенең ҡараһыу төҫө, әскелтем тәме менән айырылып тора. Гәрәбә киҫәктәрендә күпләп микроэлементтер барлығын, ә зыянлы ҡатышмаларҙың бөтөнләй юҡлығын да күптән иҫбат иткән белгестәр.

Подпишитесь на нас в Google Новости