Өфөлә солоҡ балы

Бал ҡортоноң балы бар, балға хәтлем наҙы бар, тиҙәр халыҡта. Өфөлә йәшәүсе Камил Закиров солоҡ балын баш ҡалала ла киң йәйелдерергә теләй.

Хәҙер солоҡ балын Бөрйән яҡтарына юлланмайынса, Өфө ҡалаһында ла тәмләп ҡарарға мөмкин. Камил Закиров умартасылыҡ менән 5 йылдан ашыу шөғөлләнә. 

Бер-нисә йыл элек, физика-математика фәндәре кандидаты Камил Закиров был үҙенсәлекле бөжәктәр менән етди ҡыҙыҡһына башлай. Докторлыҡ диссертацияһының бер өлөшөн дә ул  бал ҡорттарына арнай.

Әлегә тиклем боронғо шөғөл тик ҡурсаулыҡтарҙа ғына һаҡланып килгән. Белгестәр бал ҡорттарының ҙур ҡала уртаһында  бал ташый алыуына шикләнә ине. Тәбиғәт киреһен дәлилләй. Өфө уртаһындағы сауҡалыҡтарҙың береһендә урын алған ике солоҡҡа ла бал ҡорттары ҡунған.

Быйыл иһә унда тағы ла бер-нисә солоҡ урынлаштырырға ниәтләй белгестәр.Ҡырағай бал үҙенең ҡараһыу төҫө, әскелтем тәме менән айырылып тора. Гәрәбә киҫәктәрендә күпләп микроэлементтер барлығын, ә зыянлы ҡатышмаларҙың бөтөнләй юҡлығын да күптән иҫбат иткән белгестәр.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендәге маҡсаттарҙы бойомға ашырыу эше башланды | ГТРК «Башкортостан»

Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендәге маҡсаттарҙы бойомға ашырыу эше башланды

“Берҙәм Рәсәй” сәйәси советының киңәйтелгән ултырышында Радий Хәбиров фирҡәнең урындарҙа иң әүҙем эшмәкәрлек алып барған бүлектәренә бүләктәр тапшырҙы.  Урындарҙан әйтелгән тәҡдимдәр сәйәси фирҡәнең мөһим ҡарарҙарында сағылырға тейеш. Фирҡә ағзаларының дөйөм фекер алышыуын ойоштороуҙы Радий...

30 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда короновирус теркәлмәгән | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда короновирус теркәлмәгән

Бөгөн Өфө халыҡ-ара аэропортына Ҡытайҙың Санья ҡалаһынан сираттағы самолеттың әйләнеп ҡайтыуы көтөлә. Әлегә нисә кешенең ялын туҡтатып Башҡортостанға ҡайтырға ҡарар итеүе тураһында билдәле түгел. Уларҙың барыһы ла аэропортта ентекләп тикшереләсәк. Тән температураһы күтәрелгән осраҡта дауаханаға...

30 января 2020
Смотреть видео Әҙип һүҙе-замандың йөҙө | ГТРК «Башкортостан»

Әҙип һүҙе-замандың йөҙө

Өфө киң профилле һөнәр биреү колледжында “Әҙип һүҙе-замандың йөҙө” тип аталған әҙәби осрашыу үтте. Сара йыр-моң менән башланып китте. Осрашыуға башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индереүсе әҙиптәр Гөлнур Яҡупова, Салауат Кәрим, Миңдебай Юлмөхәмәтов саҡырылған. Улар үҙҙәренең ижад емештәре менән таныштырҙы...

29 января 2020
Смотреть видео Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай | ГТРК «Башкортостан»

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Быйыл кешелек тарихындағы иң ҡурҡыныс һәм иң оҙайлы ҡамау тамамлауына 76 йыл була. Ленинград ҡалаһы блокадаһы 900 көн тиерлек бара. Аслыҡ, һыуыҡ, юҡлыҡтан меңәрләгән кешенең ғүмере өҙөлә. Ленинград блокадаһында ҡалыусыларҙы хөрмәт итеп республикала төрлө саралар уҙғарыла, ветерандар менән...

29 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тағы ла дүрт онкология үҙәге асыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы ла дүрт онкология үҙәге асыла

 Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, ямаш шеште асыҡлаусы ҡорамалдар 60-70 процентҡа иҫкергән. Бынан тыш, кадрҙарға ҡытлыҡ һиҙелә. еспублика клиник онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов әйтеүенсә, шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда яман шештәрҙе асыҡлау...

29 января 2020
Смотреть видео Корона вирусы | ГТРК «Башкортостан»

Корона вирусы

Донъяның киң мәғлүмәт сараларында коронавирус төп темаларҙың береһе булып ҡала. Вирус йәшен тиҙлегендә ер шарының төрлө ҡитғаларына тарала. Беҙҙең илдә был йәһәттән ашығыс саралар күрелә. Аэропорттарҙа санитар постар ҡуйылды. Пассажирҙарҙың тән температураһы үлсәнә. Өфөлә Ҡытайҙан ҡайтыусы ике...

29 января 2020
Смотреть видео Контейнер майҙансыҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Контейнер майҙансыҡтары

Быйыл яҙ төбәктә “RM: контейнер майҙансыҡтары” тигән автоматлаштырылған система эшләй башлай. Ул ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу барышын даими күҙәтеүҙән ғибәрәт. Республика хөкүмәтендә үткән сираттағы видеоселектор кәңәшмәһендә төбәк операторҙары менән подрядчиктар араһында килешеү төҙөүҙе тиҙләтеү...

29 января 2020
Смотреть видео Хаҡтар ни өсөн артҡан? | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар ни өсөн артҡан?

Торлаҡ йылытҡан өсөн түләү квитанцияларындағы хаҡтар күләмен республика башлығы етди тикшереүгә алырға ҡушты. Вице-премьер- торлаҡ-коомуналь хужалыҡ министры Борис Беляев белдереүенсә, үткән ике аҙнала БашРТС һәм торлаҡ-төҙөлөш эшмәкәрлеген күҙәтеү комитеты белгестәре йылытыу хаҡының ҡапыл артыуы...

29 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан Хөкүмәте киләһе биш йылға эш программаһын раҫланы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Хөкүмәте киләһе биш йылға эш программаһын раҫланы

2025 йылға төбәк тулайым продукты күләмен 2 триллион ярымға еткереп илдә алдынғы ун төбәк исемлегендә нығыныу. Башҡортостан Хөкүмәте киләһе биш йылға эш программаһын раҫланы.Иҡтисад һәм социаль үҫештең төп йүнәлештәре буйынса 22 проект инициативаһы Радий Хәбировтың сентябрь Указында сағылған...

29 января 2020
Смотреть видео Агросәнәғәт комплексына ярҙам артасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Агросәнәғәт комплексына ярҙам артасаҡ

Башҡортостан агро сәнәғәт комплексына ярҙамды арттырасаҡ һәм ауыл хужалығы эшсәндәренә субсидиялар менән ярҙам итәсәк. Республика етәксеһе был турала Миәкә районына эш сәфәре ваҡытында белдерҙе.

29 января 2020
Яндекс.Метрика