Таштан парк

Кешелек элек-электән таштарҙың көсөнә ышанған  һәм уларға табынған. Таштарға бәйле тарихи урындар ҙа, таш һындары менән дан тотҡан  илдәр ҙә күп. Тәбиғәт барлыҡҡа килтергәнме, оҫта ҡулдарымы — донъя мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән улар.

Башҡортостанда ла тиҙҙән  таш һындар паркы барлыҡҡа киләсәк. Көсө, ғәйрәте менән Ағиҙелде боролоп үтергә мәжбүр иткән Ҡыҙҙар тауы Кушнаренко ауылының  барлыҡҡа килеүен дә, ундағы ваҡиғаларҙың да шаһиты. Бында йәшәгән кешеләр уның текә итәгенә сығып уйҙарын йылға тулҡындарына һалырға ярата. Илфир Хәйруллин да уның тартыу көсөнә ҡаршылашып тормаған. Ә, киреһенсә, кеше килгән урынды матурлауға тотонған.

Башта 170  баҫҡыс барлыҡҡа килә. Таш киҫәктәрен ер ҡатламынан таҙартҡандан һуң оҫта йоҡлап ятҡан бесәй, аждаһа балаһын юна. Уның өҫтөндә крокодил ята. Ниндәй образ булырын һәр таш үҙе үк әйтеп тора, ти ул. Әлегә башланмаған композиция — филдәр ғаиләһе. Ә уларҙың аръяғында ниндәй сүрәттәге таштар асылырын әйтеп булмай. Ярҙамсылары эште тамамлауға улары ла образ алыр. Урынында ныҡ ятмаған таштарҙы егеттәр баҫтырып ҡуя — улар тиҙҙән аттарға әйләнәсәк.

Бер аҙ ситтәрәк, ағас ботаҡтарына йәшеренеп оялсан һыу инәһе  оҫта ҡулдарын көтә. Ул да ял итеүселәр менән бергә Ағиҙелде күҙәтәсәк. Мысырҙағы пирамидалар ошондай таштарҙан күтәрелгән, тип уртаҡлаша Илфир Хәйруллин. Уның һүҙҙәренән һуң был урындың айырым бер көсө барлығына тағы ла бер  инанаһың. Эргә-тирәләге кешеләр ҙә эштең барышы менән ҡыҙыҡһынып Ҡыҙҙар тауы ҡаяһына йыш килә. Ҡул көсө менән дә, матди яҡтан да ярҙам итергә теләүселәр бар.

Район  хакимиәте лә әүҙем ҡушылған — яҡшы күтәрмәләр, һуҡмаҡтар һалыу, яҡтыртыу — ғөмүмән ял итеү өсөн бөтә шарттар булдырыуға аҡса бүленәсәк. Ҡая урындағы халыҡтың яратҡан урындарының береһе. Тапалып бөткән һуҡмаҡтар ҙа ошо турала һөйләй. Таш һындар паркы асылғандан һуң, был урынға ҡарата халыҡтың мөхәббәте тағы ла көсәйер, тип көтә оҫта. Уға ҡарата һаҡсыллыҡ та бермә-бер артырына ышана.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Алыштырғыһыҙ ярҙамсылар | ГТРК «Башкортостан»

Алыштырғыһыҙ ярҙамсылар

Бөтә Донъя фольклориадаһы дауам итә. Бөгөн унда ҡатнашыусылар Борай, Тәтешле, Учалы райондарында, Октябрьский ҡалаһында сығыш яһай. Халыҡ-ара был сарала ирекмәндәр ҙә әүҙем эшләй.  Сәскә түтәлдәрен рәткә килтереү, сүптәрҙе утап сығыу – тағы ла бер көнлөк бурыс үтәлде, ти Айгөл Хөсәйенова....

7 июля 2021
Смотреть видео 12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк  | ГТРК «Башкортостан»

12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың  коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек режимы тураһындағы указына ингән үҙгәрештәргә ярашлы, 12 июлдән сикләүҙәр ҡәтғиләшәсәк. Шулай ҙа республика халҡы һаҡланыу сараларын күреүен дауам итә. COVID-19-ға ҡаршы прививка  эшләтеүселәр һанының...

7 июля 2021
Смотреть видео Ҡәтғи талап | ГТРК «Башкортостан»

Ҡәтғи талап

Өфө халҡы тағы ла бер тапҡыр һулар һауала еҫ  барлығына зарланһа, ҡаланы тәртипкә килтереү буйынса махсус автохужалыҡ етәкселеге отставкаға китәсәк. Ошо турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәттә үткән оператип кәңәшмәлә белдерҙе. Уҙған аҙналарҙа Черкассы ауылында сүп-сар полигоны...

7 июля 2021
Смотреть видео Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Республикала көслө янғындар сығыуы ихтимал

Көндәрҙең эҫе тороуы сәбәпле айырым райондарҙа ут сығыу хәүефе арта.  Ҡотҡарыусылар тағы ла бер тапҡыр республика халҡын урмандарҙа, баҡсаларҙа уяу булырға саҡыра. Сүп-сар яғыу ҡәтғи тыйыла. Киләһе көндәрҙә республика биләмәһендә һауа торошо 30-32 градус эҫе буласаҡ, тип хәбәр итәләр...

7 июля 2021
Смотреть видео Һаҡ булығыҙ, юлда иҫерек водителдәр | ГТРК «Башкортостан»

Һаҡ булығыҙ, юлда иҫерек водителдәр

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы ял һәм байрам көндәрендә эскән килеш руль артына ултырыусылар, айырыуса, күп булыуын асыҡлаған.  Башҡортостандың баш Дәүләт автоинспекторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Владимир  Севастьянов  “Рәсәй” медиа-үҙәгендә хәбәрселәр...

7 июля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” хәйриә акцияһы башланды

Уның барышында күп балалы, аҙ-тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, йәки инвалид, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйыла.Акция  август аҙағына тиклем дауам итә. Әйберҙәр социаль приюттарҙа, балалар йорттарында, шулай уҡ Ғаиләгә һәм балаға социаль ярҙам күрһәтеү...

6 июля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда ял көндәрендә генә 12 кеше һыуға батып һәләк булған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда ял көндәрендә генә 12 кеше һыуға батып һәләк булған

Өс кешенең кәүҙәһе әле булһа табылмаған. Ҡотҡарыусылар хәбәр итеүенсә, фажиғәләрҙең төп сәбәбе-билдәләнмәгән урында һыу инеү. Шулай уҡ күптәр һыуға ҡыҙмаса булып алғандан һуң төшә. Һыу буйында ата-әсәләр ҙә уяулыҡты юғалта. Шаран районында һыу инеү рөхсәт ителмәгән быуала 13 йәшлек ике ҡыҙҙың...

6 июля 2021
Смотреть видео Башҡортостанда бер аҙ һыуытты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда бер аҙ һыуытты

30 градуслыҡ томра эҫенән һуң күптәр, ысын мәғәнәһендә, тын алып ҡалды тигәндәй. Гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, төндәрен 9-14 градус ҡына йылы буласаҡ. Көндөҙ 19-26 градус. Айырым райондарҙа ямғыр яуыуы ихтимал. Июль уртаһынан тағы ла эҫетә башлай-30 градусҡа тиклем. Быйылғы ҡоро...

6 июля 2021
Смотреть видео Республика “Апимондия-2022” конгресын үткәреүгә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Республика “Апимондия-2022” конгресын үткәреүгә әҙерләнә

 Сит илдән киләсәк  умартасылар Иглин районы Иваново-Казанка ауылында түмәр умарталар урынлашҡан майҙанда ла буласаҡ. Бер түмәр умартаһынан нисә килограмм солоҡ балы сыға? Конгресста ҡатнашыусыларҙы нимә көтә? Солоҡтоң ҡапҡасы япраҡтар менән ябыла. Ул ҡояш нурҙарынан, ел-дауылдан,...

6 июля 2021
Смотреть видео Фольклориаданы яҡтыртыуҙа “Башҡортостан” ДТРК-һы тәүге урында | ГТРК «Башкортостан»

Фольклориаданы яҡтыртыуҙа “Башҡортостан” ДТРК-һы тәүге урында

Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһының ил буйынса барлыҡ филиалдары ла Өфөлә үткән Фольклориаданы яҡтыртыуға әүҙем ҡушылды. Беҙҙең телерадиокомпания уның сиктәрендә үткән барлыҡ мәҙәни сараларҙы ла телевизор ҡараусыларға күрһәтеп барасаҡ. Һәр кем телевизорҙан булһынмы,...

6 июля 2021
Яндекс.Метрика