Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»
Выиграйте билеты на матч ФК «Уфа» vs ФК «ЦСКА»! - 209857540 | ГТРК «Башкортостан»

Депутаттар алдында ниндәй бурыстар ҡуйыла?

Константин Толкачев республиканың алтынсы саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе итеп һайланды. Был туралағы ҡарар бөгөн Өфөлә парламенттың тәүге пленар ултырышында ҡабул ителде.

Фирҡәләр сәйәсәтенең айырылыуы ихтимал, әммә халыҡ ышанып тапшырған бурыстарҙы үтәгәндә депутаттар берҙәм, ғәҙел һәм талапсан булырға килеште. Башҡортостан парламенты төбәк именлеге һәм халыҡ мәнфәғәттәре өсөн эшмәкәрлекте әүҙем һәм яңы көстәр менән башлай.Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай составының өстән ике өлөшө яңырған, йәғни 75 депутат вәкәләттәренә тәүге тапҡыр тотондо. Иң өлкәненә 73, йәшенә 25 йәш.

Беренсе пленар ултырышты традиция буйынса иң оло депутат аса. Валерий Шәрипов алтынсы саҡырылышҡа уңыштар теләп республика халҡының тормошон яҡшыртыр өсөн бар тырышлыҡты һаласаҡбыҙ, тип ышандырҙы. Кешеләрҙең талаптары көндән-көн арта, халыҡ социаль ғәҙеллек яҡлы.

Республика башлығы Рөстәм Хәмитов депутаттарҙы асыҡ власть сәйәсәтен бойомға ашырыуҙа берҙәмлеккә саҡырҙы. Дәүләт Йыйылышының беренсе ултырышы парламент эшен ойоштороу мәсьәләһенә арналды. Ҡоролтай рәйесе итеп бишенсе тапҡыр рәттән абруйлы һәм тәжрибәле Константин Толкачев һайланды. Уның урынбаҫарҙары вазифаһында Эльвира Айытҡолова, Рөстәм Ишмөхәмәтов һәм Вадим Старов раҫланды. Депутаттар  Ҡоролтайҙың даими эшләгән һигеҙ комитетын һәм уларҙың рәйестәрен һайланы.

Рөстәм Хәмитов “Парламент әйҙәүсе эксперт үҙәгенә әйләнергә тейеш, закондарҙы ҡабул итер алдынан депутаттар гражданлыҡ институттары, хөкүмәт менән кәңәшләшергә бурыслы”, — тип белдерҙе. Был һәр тармаҡты көйләгән ҡағиҙәләрҙе камиллаштырыу өсөн мөһим.

Ил президенты Владимир Путиндың өндәмәһендәге “Һеҙ халыҡ тауышын ишетеп етәкселеккә еткерергә бурыслы” тигән һүҙҙәрен ҡеүәтләп депутаттар һайлау алды кампанияһы барышында уҡ һыҙыҡ өҫтөнә алған наказдарҙы үтәүгә тотонған.

Үҙенең беренсе ултырышында Ҡоролтай 2018 йылдың көҙгө сессияһына закон проекттары эшенең яҡынса программаһын раҫланы һәм Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация советына Башҡортостан закондар сығарыу органы ағзаһын һайланы. Был вазифала Ирек Ялалов раҫланды.

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Өфөлә “Әҙәби трамвай” социаль акцияһы үтә | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Әҙәби трамвай” социаль акцияһы үтә

 Проект халыҡты шиғриәткә ылыҡтырыу өсөн ойошторола.Өфөнәң 11-се музыка мәктәбе уҡыусыһы Әлиә Кәлимуллина бындай ерҙә беренсе тапҡыр уйнай. Урын тар булыуы бер аҙ уңайһыҙлыҡтар тыуҙырһа ла, ихлас тамашасыларҙың дәррәү алҡышлауы күңелде күтәрә, ти ҡыҙ.Музыка ҡоралдарының тауышынан таш, әҙәби...

25 минут 5 секунд назад
Йәрминкәләр дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Йәрминкәләр дауам итә

Республиканың район-ҡалаларында ауыл-хужалығы йәрминкәләре үтте. Сифатлы продукция, ауыл хужалығы тауарҙарын фермер, шәхси хужалыҡтар һәм эшҡыуарҙар тәҡдим итте. Байрам йәрминкәһе өсөн Өфөгә райондарҙан айырым ылауҙар килде. Өфөнөң йәштәр һарайы алдында Башҡортостан умартасылары быйылғы уңыштарын...

27 минут 17 секунд назад
Мәктәп уҡыусылары телевиденияның цифралы форматын өйрәнде | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп уҡыусылары телевиденияның цифралы форматын өйрәнде

Телевидение барлыҡҡа килгәндән һуң,  телеиндустрия йылдам үҫеште. Уның йәмғиәт тормошона тәъҫире, телетапшырыуҙар системаһы, телевизорға сигналдың нисек тапшырылыуы, уның ҡатмарлы технологиялары менән Өфө ҡалаһының 20-се гимназия уҡыусылары танышты. Дәрестә күргәҙмә материалдар ҡулланып,...

30 минут 8 секунд назад
Цифра мөмкинлектәре | ГТРК «Башкортостан»

Цифра мөмкинлектәре

Башҡортостанда аналог тапшырыуҙар туҡтатылып цифраға күсеү башланды. Телевизорҙарын цифрлы приставкаға тоташтырып өлгөрмәгәндәргә экранда мәғлүмәти ролик  күрһәтелә. Унда республиканың ни өсөн цифраға күсеүе, цифраға күсеү өсөн телевизор ҡараусыларға нимә эшләргә кәрәклеге бәйән ителә. ...

33 минуты 19 секунд назад
Үткән аҙнала юл-транспорт ваҡиғалары һаны йөҙҙән ашҡан | ГТРК «Башкортостан»

Үткән аҙнала юл-транспорт ваҡиғалары һаны йөҙҙән ашҡан

2018 йылдың ошо осоро менән сғыштырғанда йәрәхәтләнгәндәр һәм һәләк булғандар һаны ла күберәк. Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров юлдарҙағы соҡорҙарҙы юҡ итеү мобиль программаһының эшен тәнҡиткә тотто. Транспорт һәм юл хужалығы дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов белдереүенсә, ведомство-ара...

38 минут 33 секунды назад
ЮХХДИ йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға тәҡдим итә | ГТРК «Башкортостан»

ЮХХДИ йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыға алмаштырырға тәҡдим итә

Был аҙнала республиканың күп кенә юлдарында боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Тәүҙә ямҡыр яуасаҡ, һуңынан һыуытасаҡ. Был иһә ҡатмарлы хәлдәргә килтереүе ихтимал. Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, шаршамбынан төндәрен бер градусҡаса, урыны менән 5 градусҡаса һыуытасаҡ.

43 минуты 27 секунд назад
Фәлсәфә фәндәре докторы Фәнил Фәйзуллин Республика көнө тураһында | ГТРК «Башкортостан»

Фәлсәфә фәндәре докторы Фәнил Фәйзуллин Республика көнө тураһында

Бер быуатлыҡ тарихҡа күҙ һалғанда Башҡортостан ҡытыршылыҡлы сәйәси юлдар үтеп, тотороҡһоҙ иҡтисади шарттарҙа йәшәп тә үҙенең милли асылын юғалтманы.  Бер аҙ тарихи ваҡиғаларҙы барлап, бөгөнгөгә анализ яһап үтергә төҡдим итәм. Республика фәндәр академияһы академигы, фәлсәфә фәндәре докторы...

13 октября 2019
Икенсе йөҙ йыллыҡҡа аяҡ баҫып... | ГТРК «Башкортостан»

Икенсе йөҙ йыллыҡҡа аяҡ баҫып...

Республиканың икенсе йөҙ йыллығына аяҡ баҫып киләсәккә етди үҫеш пландарын барлағанда, үткәндәрҙе лә иҫтә тотоу зарур. 90-сы йылдағы үҙаллылыҡ Республиканың булған потенциалын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып тиҫтәләрсә йылдар дауамында йыйылып килгән социаль мәсьәләләрен хәл итһә, иртәгәһе көн үҫешкә...

13 октября 2019
 Республика көнө – халыҡ байрамы! | ГТРК «Башкортостан»

Республика көнө – халыҡ байрамы!

Республика көнө төбәктә ял тип иғлан ителде. Ә байрам саралары аҙна дауамында барҙы. Ҡала-райондарҙа йәрминкәләр, сауҙа рәттәре, үҙешмәкәр, профессиональ коллективтар сығышы, конкурстар, спорт ярыштары ойошторолдо. Өфөлә үткән “Алға, Башҡортостан!” байрам концерты меңәрләгән тамашасыларҙы йыйҙы.

12 октября 2019
Башҡортостан тыуған көнөн билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан тыуған көнөн билдәләне

Аҙнаның төп ваҡиғаһын Башҡортостандың тыуған көнө билдәләне. 1990 йылдың 11 октябре республиканың дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул ителгән дата. 29-сы тапҡыр Республика көнөн ҡаршылап Башҡортостан тәүге үҙаллылыҡтың 100 йыллығын да билдәләй. Байрам уңайынан ойошторолған төп...

12 октября 2019
14 октябрҙә Башҡортостанда аналог сигнал һүндерелә | ГТРК «Башкортостан»

14 октябрҙә Башҡортостанда аналог сигнал һүндерелә

Дүшәмбе, 14 октябрҙә Башҡортостандағы барлыҡ телевизорҙарҙа аналог сигнал һүндерелә. Был көн цифралы телевидениеға күсеүҙең һуңғы этабы булараҡ ил тарихында ҡала. Республикала 23 сентябрҙән шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге эшләй. Цифралы телевидениеға күсеүҙә ирекмәндәр ҙә ярҙамға килә. 23 сентябрҙә...

11 октября 2019
Һыу сифаты тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Һыу сифаты тикшерелә

Благовещенда “Полиэф” асыҡ акционерҙар йәмғиәте предприятиеһында булған авария эҙемтәләре тикшерелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, таҙартыу өсөн әҙерләнгән сәнәғәт ҡалдыҡтары һаҡланған резервуарҙарының береһендә стена емерелгәйне. Бәхеткә күрә, ҡорбандар һәм зыян күреүселәр юҡ. Был ваҡиғанан һуң әле “Өфө һыу...

11 октября 2019
Өфө ғалимдары асышы | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ғалимдары асышы

30 йыл элек Өфө ғалимдары донъя асышын яһай. Өфө авиация -техник университетының фәнни хеҙмәтәкрҙәре Кайбышев һәм Вәлиевтың үтә һығылмалы күренеше төрлө фәнни йүнәлештәргә нигеҙен һалған. Наноматериалдар һәм металдар өйрәнеүсе белгестәр тап ошо университетта йыйылды. Ҡытай студенттарының да Авиация...

11 октября 2019
Тикшерел һәм сәләмәт бул | ГТРК «Башкортостан»

Тикшерел һәм сәләмәт бул

Республикала күкрәк биҙе яман шешен профилактикалауға йүнәлтелгән айлыҡ дауам итә. Уның символы - ал таҫма. Программаның төп маҡсаты – ҡатын-ҡыҙҙарға һөт биҙҙәре яман шеше хаҡында тулы мәғлүмәт еткереү, сирҙе ваҡытында асыҡлау һәм кәрәкле ярҙам күрһәтеү. Тикшерел һәм сәләмәт бул. Башҡаланың 13-сө...

11 октября 2019
Рәсәй һәм Үзбәкстан финанс органдары кәңәшмәһе | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм Үзбәкстан финанс органдары кәңәшмәһе

Башҡортостандың дәүләт финанстары менән идара итеү тәжрибәһе менән Үзбәкстан ҡаҙнасылары ҡыҙыҡһына. Сит ил делегацияһының рәсми визиты сиктәрендә Өфөлә Рәсәй һәм Үзбәкстан финанс органдары кәңәшмәһе ойошторолдо. Федераль казначейство һәм Үзбәкстан финанстар министрлығы белгестәре бюджет үтәлешен,...

11 октября 2019
Республика көнө | ГТРК «Башкортостан»

Республика көнө

Бөгөн Башҡортостан халҡы 29-сы тапҡыр Республика көнөн билдәләй. 1990 йылдың 11 октябрендә дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияға ҡул ҡуйыла. Байрам уңайынан ҡала-райондарҙа байрам саралары уҙа. Тантаналарҙың төп урыны итеп Өфө һайлаған. Баш ҡалала йәрминкәләр, сауҙа рәттәре, концерт...

11 октября 2019
Ауыл-хужалығы йәрминкәләре | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл-хужалығы йәрминкәләре

Республика көнө уңайынан бөгөн Башҡортостандың район-ҡалаларында ауыл-хужалығы йәрминкәләре үтә. Ойошторусылар төрлө күңел саралары һәм бүләктәр ҙә әҙерләй. Сифатлы продукция, ауыл хужалығы тауарҙарын фермер, шәхси хужалыҡтар һәм эшҡыуарҙар тәҡдим итәсәк. Байрам йәрминкәһе өсөн Өфөгә райондарҙан...

11 октября 2019
Смотреть видео Башҡаларға хеҙмәт итеп, үҙем янам | ГТРК «Башкортостан»

Башҡаларға хеҙмәт итеп, үҙем янам

Башҡорт дәүләт университетында республиканың 100 һәм юғары уҡыу йортоның 110 йыллығы сиктәрендә философия фәндәре докторы, Дамир Жәүәт улы Вәлиев иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Тантаналы сарала профессорҙың туғандары, һабаҡташтары һәм студенттар ҡатнашты. Күргәҙмәлә Дамир Жәүәт улының шәхси әйберҙәре...

10 октября 2019
Смотреть видео Мостай уҡыуҙары | ГТРК «Башкортостан»

Мостай уҡыуҙары

Башҡортостандың мәғариф министрлығы, Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы, мәғәрифте үҫтереү институты һәм Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы "Мостай уҡыуҙары" төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияға йомғаҡ яһаны.12 сентябрҙән 25 сентябргә тиклем Башҡортостандың халыҡ шағыры...

10 октября 2019
Смотреть видео Быйыл Республика 29-сы тапҡыр төп тантанаһын билдәләргә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Республика 29-сы тапҡыр төп тантанаһын билдәләргә әҙерләнә

Ошо уңайҙан күп халыҡ ҡатнашлығында байрам ойошторола.  11-се октябрҙә һәр ҡала һәм районда күңел асыу саралары үтәсәк-мәҙәни һәм спорт саралары, экологик акциялар, ауыл хужалығы йәрминкәләре, сувенир продукцияһы, халыҡ кәсептәре әйберҙәре, халыҡ ҡулланылышындағы тауарҙар һатыу, социаль...

10 октября 2019
Смотреть видео Башҡортостанда “Однозначно” тип аталған социаль компания старт алды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда “Однозначно” тип аталған социаль компания старт алды

Был турала “Рәсәй” медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында  хәбәр иттеләр. Проект “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә ойошторола. Уның  маҡсаты - тиҙлек режимын боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү. 13 октябргә тиклем автоинспекторҙар водителдәр менән аңлатыу...

10 октября 2019
Смотреть видео Рәсәй гвардияһының махсус отряды – СОБР ойошторолоуға 27 йыл тулды | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй гвардияһының махсус отряды – СОБР ойошторолоуға 27 йыл тулды

Иң-иңдәр генә тупланған был ғәскәрҙәр Башҡортостанда ла уңышлы эшләй һәм төбәктәге генә түгел, илдәге, донъялағы  махсус операцияларҙа ҡатнаша. Һөнәри байрамын билдәләп, әлеге ваҡытта сафта булған СОБР хеҙмәткәрҙәре отставкалағы хеҙмәттәштәрен тәбрикләне. Улар алдында Рәсәй гвардияһы...

10 октября 2019
Смотреть видео Республикала йылылыҡ өсөн  түләү үҙгәрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Республикала йылылыҡ өсөн түләү үҙгәрҙе

Быға тиклем аҡса 12 айға бер тигеҙ бүленә ине. Хәҙер иһә 8 ай түләгәндән һуң ҡалған 4 ай өсөн иҫәпләшмәҫкә лә мөмкин.Хәҙер, йылытыу осоронда түләүгә күсеү дөйөм йорт иҫәпләү приборҙары күрһәтмәһенән сығып, ҡулланылған йылы өсөн түләргә мөмкинлек бирә. Белгестәр билдәләүенсә, күп фатирлы йорттарҙа...

10 октября 2019
Яндекс.Метрика