Башҡортостан хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләү кампанияһын дауам итә

  • Башҡортостан хужалыҡтары мал аҙығы әҙерләү кампанияһын дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөнгә күп йыллыҡ үләндәр сабыу менән бер рәттән, сенаж да хәстәрләнә. кооперативтар ҡышҡылыҡҡа һәр баш малға уртаса утыҙ центнер ризыҡ тупларға бурыслы. Ғәзинур Хәкимов әлшәй районында алдынғы механизаторҙарҙың береһе. Утыҙ йылдан ашыу хеҙмәтен ауыл хужалығына бағышлаған механизатор бесән мәлендә көндәрҙең генә түгел, ә эштең дә ҡыҙыу торорға тейешлеген яҡшы белә. Әлшәйҙәге “Красный Клин” йәмғиәте дүрт мең баштан ашыу мал аҫырай. Һауын-һыйырҙары менән бер рәттән башмаҡ-таналарҙы тәрбиәләү өсөн дә шарттар бар. Хужалыҡ быға тиклем бесән-һаламға артыҡ ҡытлыҡ кисергәне булмаған. Ғәҙәттә, етәкселек уңыштарҙың техниканың яҡшы булыуында, тип маҡтана. Әммә, районда төп көстөң  ябай һөнәр эйәләре, тракторсылар, водителдәрҙә икәнлеген онотмайҙар. Әлшәй хужалыҡтары быйыл яҡынса ун ике мең тонна бесәнде кәбәндәргә өйөргә ниәтләй. Сенаж соҡорҙарын тултырыу өсөн дә утыҙ ике мең тонна аҙык кәрәк буласаҡ. Тик үлән сабыу, баҫыуҙарҙы химик таҙартыу, бөжәктәргә ҡаршы көрәште бергә алып барыу ғына ҡайһы ваҡыт эшсе ҡулдарҙың етмәүен һиҙҙерә. Уҙан ял көндәрендәге ямғырҙар эште бер аҙ тотҡарлаһа ла, борсолорға урын юҡ. Яуым-төшөм, киреһенсә, үләндәргә тығыҙайып үҫергә мөмкинлек биргән. Быйыл республика хужалыҡтары һәр шартлы баш малған кәм тигәндә лә утыҙар центнер аҙыҡ тупларға бурыслы. Республика хужалыҡтары әле бесән сабыу менән бер рәттән сенаж да һала башланы. Йәшел ураҡ кампанияһының тәүге һөҙөмтәләре ошо көндәрҙә билдәле буласаҡ. 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының сит илдәргә гастролдәре киләһе йылдың февраленан башланыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының сит илдәргә гастролдәре киләһе йылдың февраленан башланыуы ихтимал

Был турала театрҙың генераль директоры Илмар Әлмөхәмәтов “Рәсәй” медиаүҙәгендә матбуғат хәбәрселәре менән осрашыу барышында белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, театр Европа илдәренә гастролдәргә сығырға тейеш булһа ла, был сәфәр билдәле сәбәптәр арҡаһында туҡталып торған. Йыл аҙағына тиклем труппа...

10 сентября 2020
Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сираттағы ижади миҙгелен  15-се сентябрҙә аса | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сираттағы ижади миҙгелен 15-се сентябрҙә аса

Был турала театрҙың генераль директоры Ильмар Әлмөхәмәтов “Рәсәй” медиаүҙәгендә матбуғат хәбәрселәре менән осрашыу барышында белдерҙе. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығының бөтә талаптарын үтәп, театр үҙ ишектәрен 15  сентябрҙә аса. Ә билеттарҙың тик 50...

10 сентября 2020
Смотреть видео Өлөшсөләр  фатир асҡыстарын ала башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өлөшсөләр фатир асҡыстарын ала башланы

Башҡалала оҙаҡ төҙөлгән йорттарҙың береһендә өлөшсөләр, ниһәйәт,  фатир асҡыстарын ала башланы. “Эрмитаж. Горсовет” торлаҡ комплексын төҙөү 2013 йылда уҡ башланғайны. Әммә төҙөүсе компания алдына алған бурысын тулыһынса үтәй алмағас, төҙөлөштө башҡа компания тамамларға риза булған. Тәүге...

10 сентября 2020
Смотреть видео Капиталь ремонт өсөн түләү 2022 йылға тиклем оҙайтыла | ГТРК «Башкортостан»

Капиталь ремонт өсөн түләү 2022 йылға тиклем оҙайтыла

Башҡортостанда өлкән йәштәгеләр капиталь ремонт өсөн түләүгә компенсацияны 2022 йылдың 31 декабренә тиклем аласаҡ. Республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары законға тейешле төҙәтмәләр индерергә планлаштыра. Компенсация түләү тураһындағы норма 2016 йылда тәжрибә рәүешендә бер йылға...

10 сентября 2020
Смотреть видео Медицина учреждениеларының автопаркы яңы машиналар менән  тулыланды | ГТРК «Башкортостан»

Медицина учреждениеларының автопаркы яңы машиналар менән тулыланды

Был аҙнала бөтә донъя ла Тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү көнө билдәләнә. Йыл һайын сентябрь айының икенсе йәкшәмбеһендә уҙарылған был иҫтәлекле дата 2000 йылда барлыҡҡа килгән. Ошо байрам менән тәбрикләп,  республика хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров медицина...

10 сентября 2020
Смотреть видео ОРВИ менән ауырыусылар арта | ГТРК «Башкортостан»

ОРВИ менән ауырыусылар арта

Көҙ менән бергә, ғәҙәттәгесә, республикаға грипп киҙеүе лә килде. Ауырыусылар арта, табиптар һаҡланырға саҡыра. Етмәһә, быйылғы грипп менән ауырыу осоро коронавирус менән ҡатмарлаша. Республикала әле киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар артҡан арта. Уларҙың араһында мәктәп йәшендәге...

10 сентября 2020
Смотреть видео Республикала көҙ хакимлыҡ итә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Республикала көҙ хакимлыҡ итә башланы

Көндәр һалҡынайтты, синоптиктар ямғырҙар ҙа вәғәҙәләй. Төндә көнсығышта яуым-төшөмһөҙ, айырым райондарҙа йәшен. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, төндә урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә — 9-14, көндөҙ — 14-19 градус. Иртәгә урыны менән йәнә бер аҙ ямғыр яуа.Һауа температураһы...

10 сентября 2020
Смотреть видео Республика башлығы Баймак районында эш сәфәре менән булып ҡайтты | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы Баймак районында эш сәфәре менән булып ҡайтты

Республика башлығы Радий Хабиров Баймак районында эш сәфәре менән булып ҡайтты. Ул халыҡ менан аралашты, борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Эш сәфәре барышында Ярат ауылында Радий Хабиров фельдшер-акушерлык пункты асыуҙа ҡатнашты. Был объектта төҙөлөш эштәре былтыр октябрь айында башланғайны....

10 сентября 2020
Смотреть видео Батыр даны мәңгелек | ГТРК «Башкортостан»

Батыр даны мәңгелек

Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Советтар Союзы геройы, пограничник  Вениамин Георгий улы Недошивинға бюст асылды. Һындың авторы Хәлит Ғәлиуллин.Көйөргәҙе районының Ермолаево ауылында тыуып үҫкән батыр һыны Башҡаланың 37-се дөйөм белем биреү мәктәбендә урын алды. Өфөнөң был белем усағында...

9 сентября 2020
Смотреть видео Кәбеҫтә уңды ишелеп | ГТРК «Башкортостан»

Кәбеҫтә уңды ишелеп

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл республикала уңыш алдағы йылдағыларға ҡарағанда күпкә мулыраҡ буласаҡ. Мәләүез районында, мәҫәлән, төрлө сорттағы кәбеҫтә йыйыу эштәре бара. Әйткәндәй, баҫыуҙа сит илдә үҫә торған уңыш та бар. Салат япраҡтары мул булып үҫһен өсөн уны аҙнаһына...

9 сентября 2020
Яндекс.Метрика