Рәсәйҙә милли телдәрҙә “Мобиль хәбәрсе” программаһы барлыҡҡа киләсәк

Башҡортостанда үткән бөтә Рәсәй мобиль хәбәрсе премияһын тапшырыу тантанаһынан һуң милли телдәрҙә эшләүсе редакциялар шундай ҡарарға килгән. Ә беҙҙең телерадиокомпания илдә тәүгеләрҙән башҡорт телендәге сығарылышты тамашасыға тәҡдим итте. Был кешеләр бер ваҡытта ла тиерлек ҡулдарынан камераны төшөрмәй. Мобиль репортерҙар тирә-яғында булған ҡыҙыҡлы ваҡиғаларҙы ла, хәл ителмәгән проблемаларҙы ла видеоға төшөрә. Әле инде улар яңы ҡала менән таныша. Халыҡ хәбәрселәрҙе Өфөгә “Йылдың иң яҡшы мобиль репотреры” Бөтә Рәсәй премияһын тапшырыу тантанаһына йыйылды. Баш ҡаланың иҫтәлекле урындарына экскурсиянан һуң, журналистар оҫталыҡ дәрестәрен ҡарарға, тәжрибә уртаҡлашырға телеүҙәккә килде. Делегацияның бер төркөмө төбәк башлығы Рөстәм Хәмитов менән дә осрашты. Осрашыу урыны йәнә конгресс-холл. Был бинала ШОС һәм БРИКС саммиттары үткәндә төрлө ил вәкилдәре менән бер рәттән, шулай уҡ Беларусь республикаһының президенты ла булғайны. Был юлы Беларусь журналистары, атап әйткәндә «Дуҫтар-Сябры» проекты етәкселәре. Шулай уҡ, Рөстәм Зәки улы ике республика араһындағы ауыл хужалығы, нефть һәм химия тармаҡтарында тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барылғанын билдәләп үтте. Артабан да яңынан-яңы килешеүҙәр төҙөлөп, төбәк-ара бәйләнеш нығынһын ине тигән теләк тә уртаҡ ине. Етди лә шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы һөйләшеүҙән тыш, ҡунаҡтар сәк-сәк менән башҡорт балынан да ауыҙ итте. Өҫтәүенә, Белоруссиянан килгән делегация Башҡортостанда белорустар күпләп йәшәгән ергә, атап әйткәндә, Иглин районының Балтика ауылына сәйәхәт ҡылды. Өс көн эсендә халыҡ хәбәрселәре тулыһынса тиерлек милли мөхиткә сумды. Хатта башҡорт яугирҙарын һынландырған “төньяҡ амурҙары” менән аралашты. Боронғо башҡорттарҙың көнкүреш-кәрәк яраҡтары экспозицияһы янында фотоға төшөргә теләүселәр ҙә күп ине. Илдең төрлө тарафтарынан һәм Беларусь республикаһынан килгән журналистар тәүге көндө башҡорт халҡының үҙенсәлеге менән танышты. Теләгән һәр кем милли кейемдәрҙе кейеп ҡарап, ашыу-һыуҙарҙы  тәмләне.Тәмләп кенә түгел, милли татлы ризыҡ сәк-сәкте эшләүҙә үҙҙәре ҡатнашты. Милли музыка ҡоралдарында уйнап ҡарарға теләүселәр ҙә байтаҡ ине. Оҫталыҡ дәрестәре, йәнле аралашыу, халыҡ хәбәрселәренең һәм журналистарҙың бер-береһе менән яҡындан танышыу  — фестиваль ҡыҙыҡлы ваҡиғаларға бай булды. Сараның иң тулҡынландырғыс мәле – иң-иңдәрҙе асыҡлау. Һауа торошо блогы, селфи, позитив, социаль проблема, репортаж, оператив кадр – еңеүселәр 8 номинация буйынса билдәләнде. Ә инде “иң яҡшы төбәк сығарылышы” тип “Башҡортостан” ДТРК-һының “Мобиль репортеры” танылды. Федераль каналда донъя күргән “Мобиль репортер” программаһының башҡорт телендәге версияһы сыға башлауы ла ил кимәлендәге премияның Өфөлә үтеүенә бер сәбәпсе булды. Киләһе премияла еңеүселәр рәтендә башҡорт телендәге “Онлайн хәбәрсе”не күрергә теләһәгеҙ, ҡулығыҙға камера алып, кәрәкле тип һанаған темаларға видеолар төшөрөп беҙгә ебәрә алаһығыҙ. Сөнки был программа халыҡтан сыҡҡан “халыҡ хәбәрселәре” менән эшләнә. Улар ярҙамында көнүҙәк проблемаларға иғтибар йүнәлтелә, хәл ителмәгән мәсьәләләр ҙә сиселә.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тәфтишселәр бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтишселәр бүләкләнде

Өфөлә үҙ эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән тәфтишселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Тәфтиш комитетының үҙ-аллы эшләүенә 9 йыл. Сағыштырмаса ҡыҫҡа  ваҡыт эсендә ул үҙен тулы ҡеүәттә эшләүсе айырым структур берәмек итеп күрһәтте. Әлеге ваҡытта идаралыҡта 295 тәфтишсе эшләй, уларҙың 68-е ҡатын-ҡыҙ....

16 января 2020
Смотреть видео Дуҫлыҡ сылбыры  | ГТРК «Башкортостан»

Дуҫлыҡ сылбыры

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы үтте. 300 метрҙан ашыу сылбырға теләгән һәр кем бер нисә аҙна эсендә үҙ теләктәрен яҙып ҡалдырҙы. Ғәҙәти булмаған акцияны 2019 йылдың 20 декабрендә Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм хөкүмәт вице-...

16 января 2020
Смотреть видео Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу башлана. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын...

16 января 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә Федераль...

16 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана

Милли проекттарҙа билдәләнгән төп һәм иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе демографияға бәйле. Бала табыу йәше үҫә, 2012 йылғаса 30 йәшкә тиклемгеләр әсә бәхетен татыһа, әле бала табыуҙы 30-ҙан һуңға ҡалдыралар. Байтағы бер балала туҡталып ҡала. Бигерәк тә ҡала ерендәгеләр демографияны упҡынға һөйрәй....

16 января 2020
Смотреть видео Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр

Ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе Башҡортостан йәмәғәтселегендә ҡыҙыу фекер алышыуҙар тыуҙырҙы. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк штабы рәйестәше Надежда Крылова илдең төп законы – Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тәҡдименә үҙ ҡарашын белдерҙе....

16 января 2020
Смотреть видео Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә

Илдең йәшәйешендә генә түгел, уның ҡоролошонда ла үҙгәреш көтөлә. Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хөкүмәтте формалаштырыуҙа парламенттың хоҡуҡтарын киңәйтергә тәҡдим итте. Конституция ла байтаҡ үҙгәреш кисерә. Социаль сәйәсәттә демографияны алға этәрер реаль аҙымдар...

16 января 2020
Смотреть видео Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте

Был сара Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ойошторолдо. Маҡтау ҡағыҙҙарына уҙған йыл дауамында юғары һөнәри  уңыштарға өлгәшкән  иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре  лайыҡ булды. Рәсәйҙең  тәүге  баҫмаһы  “Ведомости”  донъя күргәндән алып, әлеге көнгә тиклем гәзит...

15 января 2020
Смотреть видео Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды | ГТРК «Башкортостан»

Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды

Яңы Иглин биҫтәһе төҙөлөү менән ауылда белем усағы етмәү көнүҙәк мәсъәлә ине. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” программаһы һәм “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ҡар бурандың уйнап тороуы  бер кемгә лә ҡамасауламаны, Иглин ауылында оло байрам....

15 января 2020
Смотреть видео Легендар ГАЗ-63 | ГТРК «Башкортостан»

Легендар ГАЗ-63

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Тәтешле оҫталары легендар ГАЗ-63 машинаһын тергеҙгән. Бындай  автомобилдәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы 1930 йылдарға барып тоташа. Горький автомобилдәр эшләү заводы хеҙмәткәрҙәре бөтә юлдарҙан да үтә алыу ҡеүәтенә эйә йөк машинаһын уйлап таба. Бөйөк Ватан һуғышы...

15 января 2020
Яндекс.Метрика