Башҡортостан грипп киҙеүенә әҙерләнә

Табиптар тиҙ арала прививка яһатып ҡалырға саҡыра.  Республикала әле 635 меңдән ашыу кеше прививка яһатҡан. Башҡортостанда 1 миллион 600 мең кешегә, шул иҫәптән 350 мең балаға грипҡа ҡаршы прививка яһау күҙаллана. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, халыҡтың юғары хәүеф янаған төркөмдәренә: хроник сирле балаларға, йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға, 60 йәштән өлкәндәргә, хәрби хеҙмәт йәшендәгеләргә, медицина, мәғариф хеҙмәткәрҙәренә прививкалар федераль ҡаҙна иҫәбенә эшләнә.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка Ҡушма штаттарында сатлама һыуыҡтар.  Илдең ҡайһы бер төбәктәрендә термометр бағанаһы 53 градусҡа тиклем төшәсәк, тип фаразлай синоптиктар. Бының сәбәбе Төньяҡ ҡотоптан килгән һалҡын һауа массаһы. Властар урындағы халыҡҡа мөмкин тиклем тышта оҙаҡ йөрөмәҫкә, тәрән тын алмаҫҡа кәңәш итә....

1 февраля 2019
Смотреть видео Торатау геопаркы донъя кимәлендә танылыу яуларға тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Торатау геопаркы донъя кимәлендә танылыу яуларға тейеш

Башҡортостандағы Торатау геопаркы матурлығы һәм үҙенсәлеклеге менән донъя кимәлендә танылыу яуларға тейеш. Ошо турала бөгөн республика йортонда Торатау геопаркы һәм ҡала мөхитенә арналған кәңәшмәлә әйтелде. Бер нисә минут элек кенә тамамланған ултырыштан хәбәрсебеҙ ғәлимйән Ибатуллин тура...

1 февраля 2019
Смотреть видео Сәләмәтлек сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәтлек сәғәте

Икмәктәге тоҙ миҡдарын аҙайтып ҡан тамырҙары сиренә бәйле үлем осраҡтары күрһәткесен кәметергә мөмкин. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин Башҡортостанда бешерелгән икмәк ризыҡтарында тоҙ күләмен кәметергә тәҡдим итә.2018 йыл йомғаҡтары буйынса республикала...

1 февраля 2019
Смотреть видео Кем көслөрәк? | ГТРК «Башкортостан»

Кем көслөрәк?

Өфөнөң 56-сы мәктәбе уҡыусылары ҡул көрәшендә көстәрен һынап ҡараны. Ошо мәктәпте тамамлаусы, Рәсәй һәм донъя чемпионы, спорт мастеры Эдуард Фазулов армреслинг, йәғни, ҡул көрәше буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Сара быйыл Рәсәйҙә уҙасаҡ Бөтә донъя универсиадаһында бағышланды. Спортсы...

1 февраля 2019
Смотреть видео Үлем менән сауҙа итеүселәргә яу | ГТРК «Башкортостан»

Үлем менән сауҙа итеүселәргә яу

 Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров суррогат һатыусыларҙы халыҡты юҡ итеүселәр менән сағыштырҙы һәм тәртип урынлаштырыласаҡ тине. Ауыл хакимиәттәре башлыҡтары республика етәксеһенә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. яуап оҙаҡ көттөрмәне, дүшәмбелә үк “Алкоголь” шартлы атамаһы менән...

31 января 2019
Смотреть видео Өфө Гандбол командаһының элекке спортсыһы Надежда Иманғолованың балаһы сиргә дусар | ГТРК «Башкортостан»

Өфө Гандбол командаһының элекке спортсыһы Надежда Иманғолованың балаһы сиргә дусар

Ҡыҙыҡайҙы дауаларға 130 мең һум аҡса кәрәк. Ғаилә йәмәғәтселек ярҙамына мохтаж. Ике йәшлек Лиза әсә ҡарынында кислородҡа ҡытлыҡ кисереү һөҙөмтәһендә хәрәкәт боҙолоу синдромынан ыҙа сигә.  Һуңғы арала киҫкен респиратор инфекция нигеҙендә эпилепсия башланған. Тыуғанда сәләмәтлеге шикләндерерлек...

31 января 2019
Смотреть видео Һаҡ булығыҙ, грипп! | ГТРК «Башкортостан»

Һаҡ булығыҙ, грипп!

Төбәктә киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән сирләүселәр һаны 22 меңгә еткән. Уның яртыһынан күберәге – балалар.  Лабораториялағы тикшереүҙәргә ярашлы, был диагноз 140 кешегә ҡуйлған. Белгестәр фаразлауынса, киҙеү эпидемияһы февраль-март айҙарына тура киләсәк.  

31 января 2019
Смотреть видео Милли проекттар һәм маҡсатлы программалар | ГТРК «Башкортостан»

Милли проекттар һәм маҡсатлы программалар

Радий Хәбиров Дәүләт Думаһында эшләгән Башҡортостан депутаттарын республика мәнфәғәтенә федераль сараларҙы әүҙемерәк йәлеп итергә саҡырҙы. Хөкүмәт йортонда үткән осрашыуҙа һүҙ төбәктең милли проекттар һәм маҡсатлы программаларҙа ҡатнашыу мөмкинлеген киңәйтеү тураһында барҙы.  Үткән йылда...

31 января 2019
Смотреть видео Башҡортостанда эсәр һыуға бәйле ҡануниәт яңыртыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эсәр һыуға бәйле ҡануниәт яңыртыла

 Законға ярашлы хәҙер муниципаль берәмектәр урындағы халыҡты сифатлы эсәр һыу сығанаҡтары менән тәьмин итеүҙе махсус программаға ярашлы алып барырға тейеш. Был туралағы документ бөгөн республика парламентында өсөнсө һәм һуңғы уҡыуҙа ҡабул ителде.

31 января 2019
Смотреть видео Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры Өфөгә килә | ГТРК «Башкортостан»

Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры Өфөгә килә

14 февралдән алып 20-һенә тиклем Өфө “Нур” татар дәүләт театры сәхнәһендә  алты спектакль  уйналасаҡ. Был турала бөгөн беҙҙең каналда “Хәйерле иртә, республика!” тапшырыуында  театр директоры Илфир Яҡупов һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Олег Фазылйәнов  һөйләне. ...

30 января 2019