Ни өсөн бала дәрес ваҡытында буш ултыра?

Уҡыу әсәбәптарын кем алырға тейеш, мәктәпме әллә ата-әсәләрме? Ҡайһы бер ата-әсәләр балалар өсөн махсус эш  дәфтәрҙәре алыу өсөн ризаһыҙлыҡ белдерә. Яңы уҡыу йылы башланыуы ата-әсәләр өсөн, бер яҡтан, шатлыҡлы ваҡиға булһа, икенсе яҡтан, бөтмәҫ мәшәҡәттәр ҙә килтерә. Өфө ҡалаһы мәктәптәренең береһендә ике улын уҡытҡан Ирина Мөхәмәтова уҡыу йортоноң махсус дәфтәрҙәр өсөн ата-әсәләрҙән йыл һайын аҡса йыйыуына зарлана. Класс етәксеһе, әлбиттә, был юлдан сығыу юлын тапҡан.  Тирә-яҡты өйрәнеү дәреслегенең ҡулланылған булһа ла дәфтәрен, ә математика фәне дәфтәренең күсермәһен эшләткән. Өс бала әсәһе махсус дәфтәрҙәр өсөн аҡса йыйыуҙы финанс ҡыйынлыҡтар йә булмаһа уртансы улының һаулыҡ яғы насарлығы менән бәйләмәй. Ул үҙенең аҙымын дөрөҫлөк эҙләү менән аңлатты. Мәктәп директоры әйтеүенсә, бер кем баланың ата-әсәләрен махсус дәфтәрҙәр алырға мәжбүр итмәй. Мәғарифты күҙәтеү федераль хеҙмәте белгестәре аңлатыуынса, махсус дәфтәрҙәр китаптарҙың тик ҡушымтаһы ғына, уҡыусылар теләк буйынса эш дәфтәре буйынса шөғөлләнә. Закон буйынса, һәр кем үҙ теләге буйынса бағыусы ярҙамы күрһәтеү хоҡуғына эйә. Шуға ла һәр кем үҙ мөмкинлегенән сығып эш итә, тип белдерҙеләр мәғарифте күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығынан. Махсус дәфтәр-әсәбәптарҙы алыу-алмау һәр кемдең үҙ ихтыярында. Шулай ҙа бер кем дә үҙ балаһының ала ҡарға булып йөрөүен теләмәй, шуға тәҡдим менән ризалаша.

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Инорс ниһәйәт бассейнлы булды | ГТРК «Башкортостан»

Инорс ниһәйәт бассейнлы булды

Башҡортостан хөкүмәте ярҙамы менән яңы объект сафҡа инде. Ә Октябрь Проспектында урынлашҡан республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусында төҙөлөш эштәре һүлпәнәйгән. Эштәр был арала мотлаҡ йәнләнәсәк. Подрядсы ойошмалар ошондай вәғәҙәләр бирҙе. Сафҡа индерелергә тейеш республика...

6 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостан студенттары “Өйҙә” | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан студенттары “Өйҙә”

Өфөлә Республиканан ситтә һөнәри белем алған йәштәрҙең беренсе форумы үтте. Ул йәштәргә тыуған төйәктә эш һәм уҡыу мөмкинлектәре менән бер рәттән үҙ һәләттәрен дә танытырға булышлыҡ итте. Башҡортостандан сыҡҡан студенттарҙың бындай кимәлдә берләшеп аралашыуы беренсе тапҡыр. Мәскәү, Санкт-Петербург...

6 февраля 2020
Смотреть видео Һауанан алынған сир | ГТРК «Башкортостан»

Һауанан алынған сир

 Өфөлә йәшәүселәр үҙ медицина карталарында ысынбарлыҡҡа тура килмәгән ауырыуҙар яҙылыуына зарлана. Берәүҙәр, йәнәһе лә,  табипҡа нервы системаһы ҡаҡшаған, тип мөрәжәғәт итһә, икенселәре иһә картала яҙылған ауырыуҙар тураһында бөтөнләй әйтергә ҡыймай. Өҫтәп яҙылған сирҙәрҙе ҡайҙан...

5 февраля 2020
Смотреть видео Ҡазан ҡалаһында “ТРЭК 2020” конференцияһы үтә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡазан ҡалаһында “ТРЭК 2020” конференцияһы үтә

Унда  ҡатнашыусылар Өфө хирургтарының ҡан-тамырына заманса алымдар ярҙамында операция эшләүен тура эфирҙа күҙәтә. Операция бер сәғәт тирәһе дауам итә. Өфө хирургтары хәҙер пациенттың артерияларын эстән күрә ала. Махсус  ҡорамал ярҙамында табиптар хәҙер ҡан тамырҙары ауырыуҙарын алдан...

5 февраля 2020
Смотреть видео Сәләмәтлек һағында тороусы | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәтлек һағында тороусы

3 тапҡыр алтын скальпель алыусы, профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Салауат Юлаев Ордены Кавалеры Мәжит Нартайлаковҡа 60 йәш. Билдәле хирург республикала иң беренсе бауыр трансплантологияһын башҡара....

5 февраля 2020
Смотреть видео Быуат һөжүме | ГТРК «Башкортостан»

Быуат һөжүме

Башҡортостан диңгеҙселәре Александр Маринеско етәкселегендәге һыу аҫты кәмәһенең батырлығын иҫкә алды. 75 йыл элек 1945 йылдың 30 ғинуарында немецтарҙың иң ҙур лайнеры "Вильгельм Густлофф" торпедо утына тотола. Һөҙөмтәлә 4 меңдән артыҡ немец илбаҫары юҡ ителә. Тарихта ул « быуат һөжүме » тип...

5 февраля 2020
Смотреть видео Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай | ГТРК «Башкортостан»

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына иғтибарҙы бермә-бер көсәйтергә саҡырҙы, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү юлдарын билдәләргә ҡушты. 1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға...

5 февраля 2020
Смотреть видео Ваҡытлыса сара | ГТРК «Башкортостан»

Ваҡытлыса сара

Коронавирус сәбәпле 14 февралдән Рәсәйҙән Ҡытайға чартер авиарейстар яһалмаясаҡ. Был турала  Рәсәй биләмәһенә яңы коронавирус инфекцияһының инеүен һәм таралыуын иҫкәртеү буйынса штаб рәйесе Татьяна Голикова белдерҙе.Вице-премьер билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһы менән Ҡытай араһында...

5 февраля 2020
Смотреть видео Киҙеү башланыр мәл | ГТРК «Башкортостан»

Киҙеү башланыр мәл

Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар арта башлаған. Республика буйынса 27 мең 469 кеше, уларҙың 70 проценты тиерлек балалар, табиптарға мөрәжәғәт иткән.Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы шәхси профилактика...

5 февраля 2020
Смотреть видео Судьялары араһында волейбол буйынса турнир уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Судьялары араһында волейбол буйынса турнир уҙҙы

 “Динамо” спорт компексында Рәсәй Федерацияһы субъекттары судьялары араһында волейбол буйынса төбәк-ара турнир уҙҙы. Ярыш Бөйөк Ватан һуғышының 75 йыллығына арнап үткәрелде. Волейбол буйынса турнирҙы Суд Советы һәм Башҡортостан республикаһының Юғары суды ойошторған. Турнирҙа бөтәһе алты...

4 февраля 2020
Яндекс.Метрика