Ни өсөн бала дәрес ваҡытында буш ултыра?

Уҡыу әсәбәптарын кем алырға тейеш, мәктәпме әллә ата-әсәләрме? Ҡайһы бер ата-әсәләр балалар өсөн махсус эш  дәфтәрҙәре алыу өсөн ризаһыҙлыҡ белдерә. Яңы уҡыу йылы башланыуы ата-әсәләр өсөн, бер яҡтан, шатлыҡлы ваҡиға булһа, икенсе яҡтан, бөтмәҫ мәшәҡәттәр ҙә килтерә. Өфө ҡалаһы мәктәптәренең береһендә ике улын уҡытҡан Ирина Мөхәмәтова уҡыу йортоноң махсус дәфтәрҙәр өсөн ата-әсәләрҙән йыл һайын аҡса йыйыуына зарлана. Класс етәксеһе, әлбиттә, был юлдан сығыу юлын тапҡан.  Тирә-яҡты өйрәнеү дәреслегенең ҡулланылған булһа ла дәфтәрен, ә математика фәне дәфтәренең күсермәһен эшләткән. Өс бала әсәһе махсус дәфтәрҙәр өсөн аҡса йыйыуҙы финанс ҡыйынлыҡтар йә булмаһа уртансы улының һаулыҡ яғы насарлығы менән бәйләмәй. Ул үҙенең аҙымын дөрөҫлөк эҙләү менән аңлатты. Мәктәп директоры әйтеүенсә, бер кем баланың ата-әсәләрен махсус дәфтәрҙәр алырға мәжбүр итмәй. Мәғарифты күҙәтеү федераль хеҙмәте белгестәре аңлатыуынса, махсус дәфтәрҙәр китаптарҙың тик ҡушымтаһы ғына, уҡыусылар теләк буйынса эш дәфтәре буйынса шөғөлләнә. Закон буйынса, һәр кем үҙ теләге буйынса бағыусы ярҙамы күрһәтеү хоҡуғына эйә. Шуға ла һәр кем үҙ мөмкинлегенән сығып эш итә, тип белдерҙеләр мәғарифте күҙәтеү федераль хеҙмәте идаралығынан. Махсус дәфтәр-әсәбәптарҙы алыу-алмау һәр кемдең үҙ ихтыярында. Шулай ҙа бер кем дә үҙ балаһының ала ҡарға булып йөрөүен теләмәй, шуға тәҡдим менән ризалаша.

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Балалар йәйге лагерҙары 13 июлдән эшләй башлай | ГТРК «Башкортостан»

Балалар йәйге лагерҙары 13 июлдән эшләй башлай

Башҡортостанда балаларҙың йәйге лагерҙары 13 июлдән эшләй башлай. Ҡала ситендәге лагерҙарҙа 21 көнлөк ике смена йә иһә 14 көнлөк өс смена ойошторола.  Коронавирус таралыуына юл ҡуймау өсөн сикләү саралары индерелеүенә бәйле, балалар ялы өсөн яуаплы ойошмаларҙың эшмәкәрлеге һәм уларҙа йәйге...

6 мая 2020
Смотреть видео Уҡыусыларға планшеттар | ГТРК «Башкортостан»

Уҡыусыларға планшеттар

Аҙ тәъмин ителгән ғаиләләрҙән 11-се класс уҡыусылары дистанцион уҡыу өсөн техника менән тәъмин ителә. Берҙәм Рәсәй партияһының төбәк йәмәғәт бүлексәһендә Башҡортостан уҡыусыларына 500 планшет тапшырылды. Уҡыу өсөн планшеттар “Өйҙә уҡырға ярҙам ит” федераль программаһына ярашлы һатып алынған. Был...

6 мая 2020
Смотреть видео Сығарылыш кластарының имтихан мәле етә  | ГТРК «Башкортостан»

Сығарылыш кластарының имтихан мәле етә

Быйыл 9-сы һәм 11-се синыфтарҙа дәрестәр  июндең бишенә тиклем барасаҡ, ә унынсыны тамалаусылар майҙың 30 тиклем шөғөлләнәсәк.  9-сы синыф уҡыусылары өсөн дәүләт һынауҙары улар алған мәктәптәрҙә буласаҡ. Был үҙгәрештәр Берҙәм Дәүләт Имтихандарын тапшырыусыларға ҡағылмай. 9-сы синыфтар...

6 мая 2020
Смотреть видео Уҡытыусыларға премия | ГТРК «Башкортостан»

Уҡытыусыларға премия

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре буйынса 100 балл йыйған сығарылыш уҡыусылары әҙерләгән өсөн уҡытыусыларға премия тапшырыла. Тейешле указға Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, премия 2020 йылдан уҡ тапшырыла башлай. Уның күләме – 50 мең һум. Указ...

6 мая 2020
Смотреть видео Ярҙам итеү акцияһы дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Ярҙам итеү акцияһы дауам итә

Үҙизоляция ваҡытында мохтаждарға ярҙам итеү акцияһы дауам итә. Битлектәр тегелә, аҙыҡ-түлек таратыла. Был изге эшкә көндән-көн күберәк кеше ҡушыла.  Махсус костюмды бесеү – теүәллек талап итә. Тегеү өҫтәле артында оҫталар түгел, ә сүс-оптик техниктары булғанға күрә яуаплылыҡ  икеләтә...

6 мая 2020
Смотреть видео Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәренә түләүселәр һаны кәмегән | ГТРК «Башкортостан»

Торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәренә түләүселәр һаны кәмегән

Башҡортостанда торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәттәрен түләүҙәр 95 проценттан 80 процентҡан тиклем аҙайған һәм артабан да түләүселәр һаны кәмер, тип көтөлә.  Көрсөк эҙемтәләрен еңеләйтеү йәһәтенән дәүләт торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә төрлө саралар күрә. Субсидиялар автоматик рәүештә...

6 мая 2020
Смотреть видео Рәсәйҙең Фән һәм мәғариф министрлығы уҡыу йылын ҡасан тамамлау тураһында мәғлүмәттәр иғлан итте | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең Фән һәм мәғариф министрлығы уҡыу йылын ҡасан тамамлау тураһында мәғлүмәттәр иғлан итте

Федераль министрлыҡ вәкилдәре ошо хаҡта “Ҙур тәнәфес” телеграмм каналында яҙып сыҡты. Ведомство 9-сы һәм 11-се синыфтарҙа дәрестәр июндең бишенә тиклем барасаҡ, тип билдәләгән. Ә унынсыны тамамлаусылар майҙың утыҙына тиклем шөғөлләнә. Туғыҙынсы синыф уҡыусылары өсөн дәүләт һынауҙары  улар...

5 мая 2020
Смотреть видео Өфө реконструкторҙары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы мотоциклдарҙы тергеҙә  | ГТРК «Башкортостан»

Өфө реконструкторҙары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы мотоциклдарҙы тергеҙә

Был мотоциклдарҙы хәрби-тарихи клуб вәкилдәре беҙҙең ижади төркөм өсөн махсус күрһәтә. 190-сы Очаков пехота полкы берлеге мототехникаларҙы тергеҙеү менән хәҙер 12 йыл дауамында шөғөлләнә. Өфө реконструкторҙары легендар М-72 техникаһын сафҡа индергән. “Бронетехника” маркалы ошондай мотоцклдар 8 мең...

5 мая 2020
Смотреть видео Ишембай яҙғы ташҡынды имен үткәрә  | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай яҙғы ташҡынды имен үткәрә

Башҡортостанда көндәрҙең ныҡлап йылытыуы сәбәпле, тауҙарҙа ҡар ирей. Был күренеш йылғаларҙың ташыуына алып килә. Ишембайҙа техниканың ташҡынға әҙерлеген тикшереү ошолай үтә. 42-се янғын һүндереү һәм ҡотҡарыу часендә янғын һүндереү өсөн 2 машина, аҙыҡ-түлек ташырға ҡар һәм һаҙлыҡта йөрөгөс, ишкәкле...

5 мая 2020
Смотреть видео  Өфөлә йылытыу миҙгеле тамамланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йылытыу миҙгеле тамамланды

Был турала баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр. Һауа температураһының бер-нисә көн дауамында плюс билдәһенә сығыуы сәбәпле, Өфөлә торлаҡ йорттарға йылы биреү тулыһынса туҡтатыла. Бынан тыш, ҡалалағы ойошмалар, учреждение һәм биналар йылытыу селтәренән алына. Хәҙер иһә торбаларҙы ремонтлау башлана....

5 мая 2020
Яндекс.Метрика