Башҡортостан фермерҙары Үзбәкстанда баҡса үҫтерәсәк
Республика Хөкүмәте Сәмәрҡәнд өлкәһе менән төбәк-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеү әҙерләй. Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлек өсөн мөмкинлектәр киң, тип белдерҙе. Тәү сиратта сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр булдырыла. Был йәһәттән килешеү проекты әҙер, ул быйыл Ташкентта үтәсәк Рәсәй-Үзбәкстан төбәк-ара форум барышында ҡабул ителер, тип көтөлә. Ошо көндәрҙә Сәмәрҡәнд өлкәһенең бизнес делегацияһы Башҡортостан менән бәйләнештәр төҙөү юлдары менән ҡыҙыҡһына. Импорт булараҡ улар иген, ит, һөт ризыҡтарын ҡараһа, Үзбәкстандан Башҡортостанға кизе-мамыҡ, электр тауарҙары, машина һәм йыһаздар тәҡдим итә. Өлкәләге ирекле иҡтисад биләмәләрендә иһә республика фермерҙары өсөн баҡсасылыҡ майҙандары әҙер. Инвесторҙар бөтә төр һалымдарҙан азат ителә.
Хәбәрҙәр

Егерме беренсе быуаттан ун туғыҙға
Өфөнөң 45-се мәктәбе хәҙер инде йолаға әүерелгән “Әҙәби музыкаль бал” үткәрҙе. Быйыл 22 тапҡыр ойошторолған сара Театр йылына бағышланды. Егет-ҡыҙҙар парлашып, гүзәллек һәм сафлыҡ бейеүе - вальста әйләнә. Өфөнөң 45-се мәктәбе 20 йылдан ашыу инде “Әҙәби бал” ойоштора. Быйылғы сара...

Республика Заһир Вәлитовты һуңғы юлға оҙатты
Бөгөн Башҡортостан халҡы Рәсәйҙең, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры Заһир Суфыян улы Вәлитовты һуңғы юлға оҙатты. Заһир Вәлитов 1940 йылдың көҙөндә Күгәрсен районы Вәлит...

Рәсәй транспорт полицияһы ойошторолоуға-100 йыл
Эске эштәр министрлығының был бүлексәһенә һауа, тимер юл һәм һыу транспортында тәртип һаҡлау бурысы йөкмәтелгән. Өфө тимер юл вокзалында пассажирҙар именлеген тәьмин итеүгә Холли һәм Жуля ҡушаматлы спаниель тоҡомло эттәр ҙа йәлеп ителгән. Улар хәрби ҡорал, шартлатҡыстар, наркотик...

Сибайҙа әҙәби марафон башланды
Республиканың мәҙәниәт министрлығы ойошторған был сара мартҡа тиклем дауам итәсәк. Уның сиктәрендә республиканың билдәле сәнғәт әһелдәре, эстрада йырсылары, театр эшмәкәрҙәре халыҡ менән осраша. Сибай халҡы алдында тәүгеләрҙән булып Нәзифә Ҡадырова, Азамат Тимеров, Салауат Мөхәмәтйәров...

Игорь Комаров Сибайҙағы хәл буйынса бар ҡарарҙар үтәлер тигән ышаныс белдерҙе
Игорь Комаров бөгөн шулай уҡ Сибайҙағы хәл буйынса ла кәңәшмә үткәрҙе. Ул республика етәкселеге башҡарған эштәрҙе хуплап, бар ҡабул ителгән ҡарарҙар үтәлер тигән ышаныс белдерҙе.

Башҡортостан Рәсәй президентының май указдарын тормошҡа ашырырға әҙер
Рәсәй Президенты Владимир Путин 2018-се йылда ҡул ҡуйған Май Указдарын тормошҡа ашырыуға Башҡортостан тулы ҡеүәттә әҙер. Милли проекттың маҡсаты - илдәге социаль һәм иҡтисади хәлде яҡшыртыу, халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу һәм мөмкинлектәр булдырыу. 2024-се йылға тиклем иҫәпләнгән документтың...

Өфөлә ҡатнаш алыш буйынса республика чемпионаты һәм беренселеге үтте
Башҡортостандың ММА Федерацияһы ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Муса Гәрәев иҫтәлегенә ҡатнаш алыш спорты буйынса республика чемпионаты һәм беренселеген ойошторҙо. Ярышта 150-нән ашыу йәш спортсы ҡатнашты. Сара алдынан Динамо стадионы нигеҙендә ММА үҙәген рәсми асыу тантанаһы үтте. Шулай уҡ хәрби...

Өфөләге иң ҙур бассейн ярыштарға әҙер
Башҡортостандың 100 йыллығына-100 объект проекты сиктәрендә төҙөлгән бассейнды июнь айында рәсми асыу көтөлә. Әле бында ярыштар ойошторорға тирә-яҡтағы әүҙем төҙөлөш ҡамасаулай. 37 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан спорт әҙерлеге үҙәге бинаһының башҡа залдарында төҙөкләндереү-биҙәү эштәре...

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Үҙәк хәрби округының “Искәндәр-М” комплекстары Свердловск өлкәһендә күнекмәләр ваҡытында шартлы дошмандың йәшерен команда пункттарын юҡ итте. Маневрҙа 300 хәрби һәм 100 берәмек техника ҡатнашҡан. Францияла “һары жилеттар” 14-се тапҡыр ҡаршылыҡ акцияһына сыҡты. Хоҡуҡ һаҡлау органдары...

Министр урынбаҫарына шелтә
Бөгөн Республика йортонда үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу эшенә баҫым яһарға ҡушты. Ҡала һәм райондарҙың хакимит башлыҡтары яҙ һәм йәй урамдарҙы таҙартыу өсөн кәрәкле техника алыу тураһында бөгөндән уйлана башларға тейеш, тине Радий Хәбиров.

Ҡыйыҡтарҙан ҡар төшөү осраҡтары йышайҙы
Көндәрҙең ҡапыл йылытыуы сәбәпле ҡыйыҡтарҙан ҡар төшөү осраҡтары йышайҙы. Бер көндә генә Өфөлә бер нисә автомобилгә зыян килгән. Граждандарҙы һаҡлау идаралығы машиналарҙы йорттарға яҡын ҡуймаҫҡа саҡыра. Йәйәүлеләр ҙә уяулыҡты юғалтмаҫҡа тейеш. Черниковка биҫтәһендә икенсе класта уҡыусы малай...

Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы бөгөн дә юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡыра
Ҡар, епшек ҡар яуыуы, көньяҡ райондарҙа көслө буран сығыуы көтөлә. Ағастарға, тимер сымдарға ҡар һырыуы ихтимал. Елдең тиҙлеге секундына 18 метрға тиклем етәсәк. Ҡотҡарыусылар ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуған осраҡта 112 телефонына шылтыратырға саҡыра.

Республика юлдарында хәл ҡатмарлы булып ҡала
Уҙған аҙнала төрлө аварияларҙа 9 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был турала бөгөн республиканың ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығынан хәбәр иттеләр. Юл-транспорт фажиғәләренең төп сәбәбе - тиҙлекте арттырып ҡаршы яҡ юлға сығыу. Аварияларҙың байтаҡ өлөшө шәмбегә тура килә.

Суд приставтары опекунға алынған балаларҙың банктағы иҫәптәрен япҡан
Шул сәбәпле, тәрбигә алған ғаилә бурысҡа бата, был хәлде ғаилә башлығы законһыҙ, тип дәлилләй. Әммә суд приставтары икенсерәк фекерҙә. Яңы йыл алдынан Александр Буниндың 30 меңгә яҡын аҡсаһына суд приставтары арест һала. Зыян күреүсе белдереүенсә, картаға балаларҙы опекунлыҡҡа алған өсөн аҡса...

Сибай халҡы ситтән килгән политтехнологтарға ҡаршы махсус мөрәжәғәт менән сыҡты
Сибай халҡы әле бында әле тегендә ниндәйҙер белдереүҙәр яһап, ҡотҡо таратыусыларға ҡаршы махсус мөрәжәғәт менән сыҡты. Улар әйтеүенсә, ситтән килгән политтехнологтар килеп тыуған хәлде файҙаланып сәйәси капитал тупларға тырыша. Ауыр ваҡытта берҙәмлек талап ителә, ә бындай кешеләр халыҡты...

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Магнитогорскийҙа емерелгән йорт харабалары аҫтында ҡалған Ваня Фокин Мәскәүҙә дауахананан сығарылды. Бер айҙан ашыу сабый балалар хирургияһы һәм травмотология фәнни-тикшеренеү үҙәгендә дауаланды. Магнитогорскийҙың балалар дауаханаһы малайға шәхси реабилитация планы төҙөгән. Камчаткала көслө ҡар...

Бөгөн Рәсәйҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған саралар уҙғарыла
Йыл һайын 15 февралдә Рәсәйҙә совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға арналған саралар уҙғарыла. Был көн Рәсәй тарихының иҫтәлекле даталары календарына индерелгән һәм дәүләт кимәлендә билдәләнә. 30 йыл элек һалдаттар һәм офицерҙар үҙҙәренең хәрби бурысын намыҫ, батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ менән үтәп...

Бөгөн Республика клиник онкология оҫталыҡ дәрестәре үтте
Бөгөн Республика клиник онкология диспансерында билдәле профессор, медицина фәндәре докторы Пётр Царьков оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Лекциянан тыш, тәжрибәле белгес заманса ысул менән йыуан эсәктең яман шешен юҡ итеү буйынса операция эшләп күрһәтте.Республика клиник онкология диспансерында...

Балалар өсөн юғары технологиялы протездар
Башҡортостандың Страховкалау фонды Сколково белгестәре менән килешеү төҙөнө. Был килешеү сиктәрендә тыумыштан ҡулһыҙ һәм төрлө сәбәптәр менән ҡулын юғалтҡан кешеләргә бушлай протездар ҡуйыласаҡ. Ҡул суғы һәм ҡушар протезы яһалма ҡулдың элекке өлгөһөнән ағза функцияларын ҡайтарыу үҙенсәлеге менән...

40 миллиард һумлыҡ килешеү
Сочиҙағы инвестиция форумында Башҡортостан 40 миллиард һумлыҡ килешеүҙәр төҙөнө. Ҡара диңгеҙ ярындағы эшлекле осрашыуҙар барышында республика төрлө компаниялар менән ошондай суммаға килешеү төҙөнө. Инвестиция майҙансыҡтарының интерактив таҡталары. Тап ошо замана ысулы ярҙамында йүнселлек менән...

Бергә йырлап алайыҡ
Башҡортостан телевидениеһына 60 йыл тулыу уңайынан «Башҡортостан” дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы башҡорт телендә 60 караоке бүләк итә. Бында күптәрҙең күңеленә хуш килгән ретро,заманса хиттар,йәштәр өсөн дәртле йырҙар тәҡдим ителә.

Берҙәмлектә-көс
Ҡырмыҫҡалы районы Ҡамышлы ауылы советы биләмәһендә йәшәүселәр мәсет һәм сиркәү төҙөгән. Әле Ҡамышлы ауылында сиркәү төҙөү башланған. Үрге Төкөндә аҙан тауышы бөтә ауылға яңғырай. 2015 йылда төҙөлгән мәсеткә килеүселәр һаны көндән көн арта. Каникулдарҙа уҡыусыларҙың, шулай уҡ ауыл йәштәренең иман...

Яңы поликлиника
Өфө районының Максимовка ауылында яңы поликлиника асылды. Модулле амбулатория нигеҙендә төҙөлгән яңы бина бөтә заман талаптарына ла яуап бирә. 7 меңдән ашыу кеше йәшәгән ауыл өсөн был ҙур бүләк. Максим Прытков 30 йылдан ашыу Масимовка ауылында йәшәй. Хәҙер инде беренсегә ҡалаға бармай ғына, тыуған...

Хужаһыҙ күпер
Өфөлә йәшәүселәр ике яҡты тоташтырған күперҙең ҡарҙан таҙартылмауы өсөн борсола. Был күпер 2007- се йылда төҙөлгән. Күперҙән йәш әсәләр һәм оло кешеләр йыл һайын көрт йырып үтергә мәжбүр. Урындағы халыҡ һүҙҙәренсә, күперҙе ҡарҙан таҙартыу һәм нығытыу өсөн улар ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итә, әммә...

Алдаҡсыға ниндәй яза?
Өфөнөң Киров районы суды Эдуард Ишбаев эше буйынса тәүге ултырыш үткәрҙе. Халыҡҡа фатир менән һәм уҡырға инергә ярҙам итәм, тип миллионлап аҡса урлаған енәйәтсе судья һәм алданыусылар алдында яуап тота. Судтың ултырыштар залы өсөн ғәҙәти түгел күренеш – көлөү тауыштары яңғырай....

Рәсәй инвестиция форумы
Сочила бөгөн Рәсәй инвестиция форумы башлана. Унда Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация ҡатнаша. Инвестфорум ике көн дауам итә. Власть вәкилдәре, эшҡыуарҙар төрлө милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу юлдарын өйрәнә. Әйткәндәй, быйыл Сочила...

Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы “Мостай Кәрим – изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы” тип аталған әҙәби-педагогик бәйге иғлан иткәйне. Бөгөн тантаналы рәүештә уның еңеүселәрен тәбрикләнеләр. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында әҙиптең ҡыҙы Әлфиә Кәримова ла булды. Бәйгелә уҡыусылар, мәктәп һәм...

Сибайҙа хәл арҡаһында күптәр сәйәси капитал туплап ҡалырға тырыша
Әле бында әле тегендә ниндәйҙер белдереүҙәр яһап ҡотҡо таратыусыларға ҡаршы ҡала халҡы махсус мөрәжәғәт менән сыҡты.

Сибай карьерын һелтеле һыу менән тултырыу дауам итә
Эштәр 20-се мартҡа тиклем тамамланырға тейеш. Ҡалала әле беҙҙең ижади төркөм эшләй. Хәбәрсебеҙ Закир Шәрипов студия менән тура бәйләнешкә сыға.

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре
Нижневартовск ҡалаһында биш ҡатлыҡ йорт янған. Янғын күптәр эштә булғанда башланған, шуға ла һәләк булыусылар юҡ. 100 квадрат метрҙа ут ҡыйыҡты тулыһынса ялмап алған. Йорттан 40-лап кеше эвакуацияланған. Лос-Анжелеста бер водитель полиция хеҙмәткәрҙәренең уяулығын тикшереп ҡараған. Үҙ...
- 1
- 2
- 3
- 4
- 5
- 6
- 7
- 8
- 9
- …
- следующая ›
- последняя »