Атылған аттар

Нуриман районында билдәһеҙ кешеләр  халыҡтың бер өйөр атын атҡан. Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов дауам итә. Рифҡәт Хәлилов бер көндә 7 баш йылҡы малын юғалта. Билдәһеҙҙәр 200 баш аттан торған өйөрҙөң, етәүҙен атып киткәндәр. Әлегә тағын нисә баш юғалған икәнен белеп тә булмай, ти фермер. Сөнки атыу тауышынан мал өркөп төрлө яҡҡа ҡасҡан. Әгәр ҙә яралған булһа, тимәк ул ауылға кире ҡайта алмаясаҡ. Аттарҙы эҙләүҙә ауыл халҡы ярҙам итә. Урындағы халыҡ әйтеүенсә, был хәл 2016 йылда башлана. Тик аттарҙы кем атҡаны быйыл ғына асыҡлана. Бөгөнгә 8 атты атып үлтергәндәр. Тағы ла яраланған 20 баш йылҡы малын таба алмайҙар. Ә күпме һарыҡтар атылған, уның иҫәбе һаны ла юҡ. Асыҡланыуынса, бында крәҫтиән фермер хужалығы ғына зыян күрмәгән. Ябай ауыл халҡы малын да атҡандар. Енәйәтселәрҙе әле тапмағандар. Был хәл буйынса эске эштәр министрлығы енәйәт эше асҡан. Таш урынынан ҡуҙғалмағас зыян күреүселәр, эште үҙ ҡулдарына алырға була. Ауыл халҡы йылҡы малын үлтереүҙә шикләнеүсенең йортона бара. Тик эшҡыуарҙы өйөндә лә, эш урынында ла тотоп булманы. Ауыл халҡы билдәләүенсә, иң мөһиме ул аттарҙы шаһиттарһыҙ үлтерә. Ә ауыл ере өсөн ат – ҙур юғалтыу. Аптырағандан, зыян күреүселәр, район хакимиәтенә мөрөжәғәт итә. Нуриман районы хакимиәте башлығы һүҙҙәренсә, был хәл менән улар таныш. Һәм полиция хеҙмәткәрҙәре махсус тикшереүҙәр алып бара, тип белдерә. Шулай ҙа көн дауамында ауыл халҡы ғәйепләнеүсегә шылтырата алды. Тик осрашыуға ул килмәне. Ҡалған шылтыратыуҙарға ла яуап бирмәне. Ауыл халҡы иһә, ҡасанда булһа ла ғәҙеллек еңеп сығыр тип ышана.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Цифралы ирекмәндәр | ГТРК «Башкортостан»

Цифралы ирекмәндәр

Башҡортостанда цифралы телевидениеға күсергә ярҙам иткән ирекмәндәрҙе тәбрикләнеләр.  Иң әүҙемдәренә Рәсәйҙең цифралы үҫеш министрлығы менән республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмә саралары агентлығы маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырҙы. Иң йәш ирекмәнмәнгә - 14, иң олоһона – 65 йәш. Волонтерҙар...

14 февраля 2020
Смотреть видео Һатып алынған ерҙәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы түгел | ГТРК «Башкортостан»

Һатып алынған ерҙәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы түгел

 Өфө районы Рус Юрмашы ауыл советында урынлашҡан 50 гектар ер бүлемендә  баҡсасылар ширҡәте төҙөлөргә тейеш булған. Әммә һуңынан был участоктарҙың ауыл хужалығы тәғәйенәленешендәге ерҙә урынлашыуы асыҡлана. Хәләл аҡсаһына ер бүлемдәре һатып алып, йор һалыу тураһында хыялланған халыҡ...

14 февраля 2020
Смотреть видео Йылытыу өсөн икеләтә түләү | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу өсөн икеләтә түләү

Һәр ваҡыттағыса яңы йылдан һуң, кешеләр коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙәр артыуға зарлана. Был юлы халҡ ғинуар айында йылытыу өсөн килгән ике түләүгә ризаһыҙлыҡ белдерә. Коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн килгән яңы түләүҙәр хатта ғүмер буйы иҡдисатсы булып эшләгән Рәшиҙә Абдрахман ҡыҙын да...

14 февраля 2020
Смотреть видео Тормошҡа ашҡан хыял | ГТРК «Башкортостан»

Тормошҡа ашҡан хыял

Радий Хәбиров Өфөлә йәшәүсе 8 класс уҡыусыһын үҙенең эш урыны менән таныштырҙы. Елена Казанцеваның хыялы томошҡа ашты.  "Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры" акцияһы барышында ҡыҙ Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булырға теләүе тураһында яҙған. Радий Хәбиров эш урынын күрһәтте, эш тәртибе тураһында...

14 февраля 2020
Смотреть видео Өс миллион һумлыҡ сәйәхәт | ГТРК «Башкортостан»

Өс миллион һумлыҡ сәйәхәт

 Өфөлә Назаровтар ғаиләһе ял итергә барыу өсөн туристик агентлығына миллионлаған аҡса бирә, әммә юлға ла сыҡмай, аҡсаһын да кире ҡайтара алмай. Республика эске эштәр министрлығы тикшереү эштәре башланы. Варвара Назарова диңгеҙ күрергә, аҡ ҡомдо тотоп ҡарарға хыяллана. Уның теләген тормошҡа...

14 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда хажға барыу тәртибе үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда хажға барыу тәртибе үҙгәрә

 Изге ғәмәл ҡылырға ниәтләүселәр хәҙер юлламаларҙы турист агентлыҡтары түгел, ә тура республика мосолмандары Диниә назаратынан һатып аласаҡ. Яңы ҡағиҙә маҡсаты – хажға барыусыларҙы алдап, уларҙың аҡсаларын урларға маташыуҙы сикләү. Ошо хаҡта Рәсәйҙең хаж эштәре буйынса Советының Өфөләге...

14 февраля 2020
Смотреть видео Дауаланыу һәм дауанан һуң һаулыҡты тергеҙеү мөмкинлеген һәр кемгә | ГТРК «Башкортостан»

Дауаланыу һәм дауанан һуң һаулыҡты тергеҙеү мөмкинлеген һәр кемгә

Сәләмәтлек сәғәтенең сираттағы ултырышында Башҡортостанда реабилитация үҙәген камиллаштырыу мәсьәләһе ҡаралды. Радий Хәбиров һуғыш ветерандарының Республика клиник госпиталендәге медицина реабилитацияһы бүлеге эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе. Өфөлә биш йыл элек асылған үҙәктә Башҡортостандың төрлө...

14 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортса йәнһүрәттәр арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортса йәнһүрәттәр арта

 Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы мультипликаторҙары республикала йәшәгән халыҡтарҙың әкиәттәренә таянып йәнһүрәттәр төшөргән. Уларҙы тамашасылар телеэкрандарҙа, кинотеатрҙарҙа бушлай ҡарай ала. Ағастар терелгән, болот һөйләшә, ә боҙҙоң күҙҙәре бар... Төрлө халыҡ...

13 февраля 2020
Смотреть видео “Бәпембә” йорт туйлай | ГТРК «Башкортостан»

“Бәпембә” йорт туйлай

 Өфө районы Зубов ауылында 1954 йылдан эшләгән балалар баҡсаһы яңы бинаға күсте. Киләһе дүшәмбенән ул балаларҙы тулы төркөмдәргә ҡабул итә башлай. Зубов ауылында йәшәгән йәштәр был балалар баҡсаһын түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Дилара Шарбанова өс бала әсәһе. Олоһо мәктәп уҡыусыһы, уртансыһы...

13 февраля 2020
Смотреть видео Цифралы дәрес | ГТРК «Башкортостан»

Цифралы дәрес

Республика инженер лицей-интернатында цифрлы дәрес үтте. Сара  өс йыл рәттән Бөтә Рәсәй белем биреү проекты сиктәрендә ойошторола. Лицей-интернаттың 8-се синыф уҡыусылары «Шәхси ярҙамсылар» тип исемләнгән үҙенсәлекле асыҡ дәрестә ҡатнашты. Махсус дәрестең партнеры булып билдәле интернет...

13 февраля 2020
Яндекс.Метрика