Башҡорт балы брендын донъяға нисек танытырға?

Варатоз һәм башҡа төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан бал ҡорттарын нисек һаҡларға, башҡорт балы брендын донъяға нисек танытырға?  Ошо көндәрҙә Архангел районында уҙған умартасылар семинар-кәңәшмәһендә был хаҡта фекер алыштылар. Ишембай районы Смаҡай ауылынан килгән Илгиз Шәнгәрәев умартасылыҡ менән үҙемде белә башлағандан бирле шөғөлләнәм, ти. Башҡорт тоҡомло бал ҡорттарының юҡҡа сығыуы, ә уларҙың урынына беҙҙең шарттарға яраҡлашмаған башҡа бал ҡорттарының килеүе борсой. Ситтән килтерелгән бал ҡорттары башҡаларҙы ла варатоз һәм башҡа йоғошло ауырыуҙар менән зарарлай, ти белгестәр.  Форумда шулай уҡ башҡорт балын башҡа бер бал менән дә бутамаһындар, мутлашыуҙар булмаһын өсөн һәр бер умартаға тамға ҡуйыу тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Былтыр ғына республиканан 53 тонна татлы ризыҡ сит илгә сығарылған. Киләсәктә балдың составын тикшереп сығарыу ҙа күҙ уңында тотола. Бының өсөн махсус лабороториялар булдырыласаҡ. Апимондия конгресына тиклем уны төҙөп бөтөү һәм эшкә ебәреү күҙаллана. Белгестәр әйтеүенсә, республика 350 мең күс иҫәпләнә. Йыл һайын 5-6 мең тонна тауар балы етештерелә. Ул илебеҙҙә етештерелгән тауар балының 8 процентын тәшкил итә. …. Сарала „Башҡорт балын„ сит илдәрҙә тағы ла киңерәк йәйелдереү буйынса ла һүҙ алып барылды.Әйткәндәй, Башҡортостанда 2030 йылға тиклем умартасылыҡты үҫтереүгә республика ҡаҙнаһынан 614 миллион һум аҡса бүлеү ҡарала. Һөҙөмтәлә  бал ҡорто күстәре һаны – 460 меңгә, ә тауар балы күләме 10 мең тоннаға тиклем артыр, тип көтөлә. Етештерелгән балдың сифатын тикшереү өсөн заманса лабораториялар асыуға бәйле балды экспортҡа оҙатыу ун тапҡырға, йәғни, йылына 500 тоннаға тиклем артырға тейеш. 

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Боҙҙағы дискотека күңелдәрҙе иретте | ГТРК «Башкортостан»

Боҙҙағы дискотека күңелдәрҙе иретте

“Башҡортостан 24” каналы “Динамо” стадионы  һәм ММА федерацияһы менән берлектә студенттар көнө уңайынан ойошторған байрам 2 мең самаһы кешене берләштерҙе. Әйтергә кәрәк, һырғалаҡта студенттарҙы ғына түгел, ә балалар менән өлкәндәрҙе лә күрергә мөмкин ине. Беҙҙең менән бергә конькиҙа шыуып,...

28 января 2020
Смотреть видео Әбйәлил районында уҡытыусылар дәрестәрҙе мәсеттә үткәрә | ГТРК «Башкортостан»

Әбйәлил районында уҡытыусылар дәрестәрҙе мәсеттә үткәрә

Тупаҡ ауылында иҫке мәктәп емерелгән, ә яңыһы төҙөлөп бөтмәгән. Үҙған йылдың сентябренә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш белем йорто ни өсөн асылмай? 4-се класс уҡыусыһы Флорит Харрасов тик дүртле һәм бишле билдәләренә өлгәшә. Бигерәк тә ул математика, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кеүек фәндәрҙе яҡшы...

28 января 2020
Смотреть видео Ростуризм коронавирус сәбәпле Ҡытайға юлламалар һатыуҙы туҡтатырға тәҡдим итә | ГТРК «Башкортостан»

Ростуризм коронавирус сәбәпле Ҡытайға юлламалар һатыуҙы туҡтатырға тәҡдим итә

Рәсәйҙең туризм буйынса федераль агентлығы коронавирус сәбәпле Ҡытайға юлламалар һатыуҙы туҡтатырға тәҡдим итә. Ҡайһы бер туроператорҙар Хайнань утрауынан туристарҙы Рәсәйгә ҡайтара башлаған. Эпидемиологик хәл яҡшырғанға тиклем Ҡытайҙың ҡайһы бер ҡалаларында экскурсиялар, күмәк халыҡ...

28 января 2020
Смотреть видео Өфөнән көнбайышҡа сыҡҡан тоннелдә төҙөлөш эштәренә старт бирелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнән көнбайышҡа сыҡҡан тоннелдә төҙөлөш эштәренә старт бирелде

Сарала ҡатнашып Радий Хәбиров был инфраструктура объекты башҡа күләмле проекттарға этәргес бирәсәк тине.Тоннель, Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һәм М5 трассаһына тиклем юлдан торған объектта төҙөлөш эштәрен Төрөк компанияһы алып барасаҡ. Республика Башлығы эшселәрҙе үҙебеҙҙең төбәктән йәлеп итергә...

28 января 2020
Смотреть видео Үткән йылдың иҡтисади күрһәткестәре иғлан ителде | ГТРК «Башкортостан»

Үткән йылдың иҡтисади күрһәткестәре иғлан ителде

Сәнәғәт тауарҙары һәм ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса үткән йылда Башҡортостан ыңғай күрһәткестәргә өлгәшкән, был динамиканы киләсәктә нығытыу мөһим. Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров беҙ тағы ла яҡшыраҡ һөҙөмтәләргә ынтылырға тейеш, тип белдерҙе. Хәбәрсебеҙ...

28 января 2020
Смотреть видео Боҙҙағы дискотека күңелдәрҙе иретте | ГТРК «Башкортостан»

Боҙҙағы дискотека күңелдәрҙе иретте

“Башҡортостан 24” каналы “Динамо” стадионы  һәм ММА федерацияһы менән берлектә студенттар көнө уңайынан ойошторған байрам 2 мең самаһы кешене берләштерҙе. Әйтергә кәрәк, һырғалаҡта студенттарҙы ғына түгел, ә балалар менән өлкәндәрҙе лә күрергә мөмкин ине. Беҙҙең менән бергә конькиҙа шыуып,...

28 января 2020
Смотреть видео Урал батыр эпосы төрлө телдәрҙә яңғыраны | ГТРК «Башкортостан»

Урал батыр эпосы төрлө телдәрҙә яңғыраны

Үткан аҙнала Урал батыр эпосын яттан һөйләү буйынса халыҡ-ара конкурс утте. Унынсы тапҡыр уҙғарылған ижади бәйгене ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм Социаль технологиялар институты уҙғарҙы. Конкурста ҡатнашыусылар һаны йыл һайын арта, тип билдәләй ойоштороусылар. Эпосты төрлө телдә һөйләнеләр....

27 января 2020
Смотреть видео 1 февралгә тиклем сүп-сар өсөн бурыстарҙы ҡаплау талабы ҡуйылған | ГТРК «Башкортостан»

1 февралгә тиклем сүп-сар өсөн бурыстарҙы ҡаплау талабы ҡуйылған

Быйыл яҙ төбәктә “RM: контейнер майҙансыҡтары” тигән автоматлаштырылған система эшләй башлай. Ул ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу барышын даими күҙәтеүҙән ғибәрәт. Республика хөкүмәтендә үткән сираттағы видеоселектор кәңәшмәһендә төбәк операторҙары менән подрядчиктар араһында килешеү төҙөүҙе тиҙләтеү...

27 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя

25 ғинуар “Динамо” спорт комплексында студенттар көнө уңайынан ҙур сара ойошторола. Ҡунаҡтарҙы билдәле артистар сығышы, ҡиммәтле бүләктәр, дәртле йырҙар көтә. Әле сараға әҙерлек эштәре нисек бара?  Егерме мең квадрат метр майҙанды биләгән “Динамо” спорт комплексынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй...

24 января 2020
Смотреть видео Яугирҙарҙың исемдәре эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел | ГТРК «Башкортостан»

Яугирҙарҙың исемдәре эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел

75 йыл үткәндән һуң Венгрияны азат итеүҙә һәләк булған старшина Исрафил Ибраһимовтың ерләнгән урыны асыҡланған. Уның менән бергә  хәбәрһеҙ юғалған тағы 19 яугирҙың исемдәре табылған. Ибраһимовтар ғаиләһе  күптән  ырыу шәжәрәһен төҙөү менән ҡыҙыҡһына. Нәҫел ағасы әҙер, быуындар ебе...

24 января 2020
Яндекс.Метрика