Республика көнө алдынан Өфөлә беренсе лицей йорт туйланы

Уҡыусыларҙың шатлығын республика башлығы Рөстәм Хәмитов уртаҡлашты. Башҡаланың беренсе урта мәктәбе Мостай Кәрим урамындағы бинаны 1968 йылдан биләй. Әлегә тиклем уҡыу йортонда алты йөҙгә яҡын бала белем алһа, яңыртылған мәктәп 775 уҡыусыға иҫәпләнгән. 20-се быуаттың 20-се йылында асылған мәктәптең тарихында төҙөкләндереү эштәре бер генә тапҡыр үтмәгән. Бөгөнгө яңырыу – иң күләмлеһе. “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” программаһы сиктәрендә мәктәптең иҫке биш ҡатлы бинаһы ҡайтанан ҡоролған, ә уның эргәһендә йәнә 4 ҡатлы яңы бина төҙөлгән.10-сы төҙөлөш идаралығының ун йыл эсендә файҙаланыуға тапшырған егерменсе мәктәбенә символик асҡыс тапшырылды. Республика башлығы ике йыл элек таушалған бина урынында ошондай мөһабәт мәктәп үҫеп сығырына ышаныуы ла ҡыйын ине. Әммә беҙ белем биреү өсөн шарттар булдырыуға көсөбөҙҙө йәлләмәйбеҙ, тип белдерҙе. Ғилемдән башҡа уңышлы тормош ҡороп булмай, хәҙер мөмкинлектәр киң, Рөстәм Зәки улы балаларҙы ошо мөмкинлектәрҙе әүҙем файҙаланырға өндәне. Мультимедия системалары, интерактив программалар, электрон тренажерҙар, башҡа күп функциялы ҡоролмалар  һәр класта тиерлек урынлаштырылған. Балалар белемде мауыҡтырғыс алымдар аша ала. Был кинәнескә уҡытыусылар ҙа шат. Нина Зәйнуллина 46 йыл мәктәптә физика дәрестәрен алып бара. Егерме беренсе быуат мәктәбендә нигеҙле белем биреү менән бер рәттән тормошта мөһим оҫталыҡтар үҙләштереү шарттары ла заманса. Хеҙмәт дәрестәре хәҙер яңы йыһаздар ярҙамында үтә. Лицейҙа физика, математика, химия, информатика фәндәре тәрән өйрәнелә. Уҡыусылар өсөн шулай уҡ спорт,шахмат, бейеү, ижад менән шөғөлләнер өсөн иркен залдар бар. Китапхана ла ябай ғына түгел, хәҙер ул мәғлүмәт үҙәге. Балаларҙың сәләмәтлегенә етди иғтибар бирелә, медицина блогында стоматология кабинета ла асыҡ. Ашханала бер лы 400 уҡыусы туҡлана ала. Оҙон тәнәфестә уйын майҙансығына ла сығып ял итеп алырға мөмкин. Лицей әлегә бер сменалы уҡыу программаһын файҙаланасаҡ. Ленин районында бындай мәктәптәр күп түгел. 100 йыл самаһы элек мәғариф комиссариатының өлгөлө-күрһәтмә мәктәбе булараҡ асылған белем йорто бөгөн дә беренсе дәрәжәһен раҫларға вәғәҙә бирә. Быны уның данлыҡлы уҡыусылары ла дәлилләй.  Тулы күләмдәге уҡыу тәртибенә барыһы ла әҙер.  Дәрестәр иртәгәнән башлана.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Төҙөп бөтөргә ярамай емерергә... | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөп бөтөргә ярамай емерергә...

“Автомобилист” баҡса йорто ҡасабаһында йәшәүселәргә йортһоҙ тороп ҡалыу ҡурҡынысы янай. Асыҡланыуынса, милекселәрҙең ер бүлемдәре ауыл хужалығы ихтыяжы өсөн тәғәйенләнгән. Урындағы халыҡ өй һатып алғанда бөтә документтар ҙа теүәл ине, тип билдәләй.  Купцовтар ғаиләһе йәшәгән йорттоң икенсе...

5 часов 7 минут назад
Смотреть видео Ауыл медицинаһы | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл медицинаһы

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре ил Президенты ҡушыуы буйынса ауыл медицинаһы торошона етди иғтибар итәсәк. Республика был йәһәттән эҙмә-эҙлекле эш бара, быйыл 90 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк. Ауыл кешеләре хәҙер ашығыс медицина ярҙамы машинаһын үҙҙәре саҡыра, ә фельдшер-акушер пункттары...

5 часов 10 минут назад
Смотреть видео Башҡортостанда Милли проекттарҙы бойомға ашырыу барышы Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активының республика башҡарма власы вәкилдәре менән осрашыуында тикшерелде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Милли проекттарҙы бойомға ашырыу барышы Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активының республика башҡарма власы вәкилдәре менән осрашыуында тикшерелде

 Беренсе вице-премьер Илшат Тажитдинов белдереүенсә, 2019 йылда проекттарға йүнәлтелгән сығымдарҙың 91,6 проценты үҙләштерелгән. Башҡортостанда 50 мәжбүри, 8 инициативалы проект бойомға ашырыла. Маҡсатҡа ярашлы күрһәткестәргә өлгәшеү даими күҙәтеү аҫтында. Был эштә Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының...

5 часов 14 минут назад
Смотреть видео Көйөргәҙелә ике айҙан яңы бассейн файҙаланыуға ташырыласаҡ, мәҙәниәт йорто биләмәһе йәйгә яңы төҫ алырға тейеш, ә Бөгөлсәндә мәктәпкә капиталь ремонт хәл ителде | ГТРК «Башкортостан»

Көйөргәҙелә ике айҙан яңы бассейн файҙаланыуға ташырыласаҡ, мәҙәниәт йорто биләмәһе йәйгә яңы төҫ алырға тейеш, ә Бөгөлсәндә мәктәпкә капиталь ремонт хәл ителде

 Радий Хәбиров эш сәфәре менән Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһында булды. Тулыраҡ беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙмала. 175 урынға иҫәпләнгән Бөгөлсән ауылы мәктәбе 1968 йылда төҙөлгән. 50 йыл эсендә белем усағы бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт күрмәгән. Даими ремонтты коллектив йыл да үҙ...

5 часов 15 минут назад
Смотреть видео “ Башҡортостан 24”каналы «Динамо» комплексы менән берлектә үҙ  тамашасыһын һырғалаҡта шыуырға саҡыра. | ГТРК «Башкортостан»

“ Башҡортостан 24”каналы «Динамо» комплексы менән берлектә үҙ тамашасыһын һырғалаҡта шыуырға саҡыра.

25 ғинуар, студенттар көнө уңайынан боҙ майҙансығында ҙур байрам сараһы үткәрә. Байрамдың махсус ҡунағы мультиинструменталист Зәйнетдин. Әлеге мәлдә әҙерлек эштәре бара.

11 часов 52 минуты назад
Смотреть видео Благовар районындағы фермер фин тоҡомло аҡ төлкөләр үрсетә | ГТРК «Башкортостан»

Благовар районындағы фермер фин тоҡомло аҡ төлкөләр үрсетә

 Улар башҡа төлкөләрҙән күпкә ҙурыраҡ, тиреләре лә зиннәтлерәк. Күп сығымдар талап иткән эштә район хакимиәте лә төрлө яҡтан ярҙам күрһәтә. Марат Ҡаҙаев аҡ төлкөләрҙе Себер тарафтарында эшләгән сағында күреп ҡала һәм был йәнлектәргә ғашиҡ була. Күптән фермер хужалығы асыу теләге менән янған ир...

22 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнашырға тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан федераль проекттарҙа әүҙем ҡатнашырға тейеш

 Маҡсат, республикала тормошҡа ашырылған социаль программаларҙы финанслауҙа ил бюджетынан да ярҙам алыу. Был турала Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров белдерҙе.  Башҡортостан Хөкүмәте президиумының сираттағы ултырышында 7 мәсьәлә ҡаралды. Уларҙың араһында республиканың...

22 января 2020
Смотреть видео Минең бизнесым | ГТРК «Башкортостан»

Минең бизнесым

2024 йылға тиклем Башҡортостандағы һәр район-ҡалала эшҡыуарҙарға ярҙам үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк.  Эшлекле аралашыуҙар өсөн махсус бүлмәләр, үҙ-үҙенә эшләргә теләүселәр өсөн коворкинг үҙәктә интернет, эш урыны булдырылған. “Минең бизнесым” үҙәгенең Өфөләге офисында әле 35 резидент. Уларҙың...

22 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан  снюстар менән көрәшеүҙе ҡанун  нигеҙендә алып барасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан снюстар менән көрәшеүҙе ҡанун нигеҙендә алып барасаҡ

Февралдең унынан республиканың сауҙа селтәрендә ошондай ағыулы матдәләрҙе бәлиғ булмағандарға һатыу тулыһынса тыйыла. Закон проекты Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарының утыҙынсы ғинуарға тәғәйенләнгән ултырышында бер юлы өс уҡыуҙа ла ҡаралып, ҡабул ителер, тип көтөлә.  Был турала Парламент...

22 января 2020
Смотреть видео Бер йәшәргә яраҡһыҙ урындан икенсеһенә | ГТРК «Башкортостан»

Бер йәшәргә яраҡһыҙ урындан икенсеһенә

69 йәшлек Евгения Митрофановна янғын сығыу сәбәпле йортһоҙ тороп ҡалғас, район хакимиәте пенсионерҙы ташландыҡ мәктәпкә күсерә. Прокуратура был хәлде контролгә алғас ҡына, уға маневр фондынан бүлмә бүлеп бирәләр. Әммә яңы урында ла йәшәрлек шарттар юҡ, тип зарлана ханым. Бишенсе ҡатҡа менеү – минең...

22 января 2020
Яндекс.Метрика