Бөгөн республика көнө!

Башҡортостан иҡтисады тотороҡло үҫешә, төбәк тулайым продукт етештереү күләме триллион ярым һум. Сәнәғәт предприятиелары етештереү кимәлен арттыра, ауыл хужалығы яҡшы күрһәткестәргә өлгәшә. Башҡортостан төп дәүләт байрамын уңышлы хеҙмәт ҡаҙаныштары һәм күтәренке кәйеф менән ҡаршылай. Республика көнө уңайынан ойошторолған тантаналы йыйылышта Рөстәм Хәмитов Башҡортостан халҡына тәбрик һүҙе менән мөрәжәғәт итте. 1990 йылдың 11 октябре Башҡортостандың дәүләт суверенитетын иғлан иткән Декларация ҡабул итеү көнө булараҡ тарихта теркәлгән. Ватандаштарыбыҙҙың күбеһе был көндө яҡшы хәтерләй. Ул мәлдә БАССР-ҙың юғары советында үҙидара комиссияһы рәйесе вазифаһында эшләгән Румил Аҙнабаев ваҡиғаларҙы тәү сығанағынан тасуирлай. Туҡһанынсы йылдар башында Башҡортостандың яҙмышы хәл ителгән мәлдән республика йәштәре лә ситтә ҡалмай. 11 октябрь кәйефен улар студент саҡтағы иң сағыу хәтирәләр, тип таный. Был ваҡиғаның тарихи әһәмиәте тураһында республика төбәктәрендә лә әүҙем  фекер алышыуҙар барған. Башҡортостандың дәүләт булараҡ нығыныуына милләттәр дуҫлығы нигеҙ һаласағына иманыбыҙ камил ине, ти Межгорье ҡалаһының почетлы гражданины Айытбай Йомадилов. Башҡортостан бөгөн дә Рәсәйҙә милләт- һәм конфессия-ара теләктәшлек өлгөһөн дәлилләгән төбәк булараҡ танылған. Республика көнөнә арналған концертта ҡатнашыусыларҙың кәйефе байрамса.  Сәхнәлә генә түгел сәхнә артында ла сәнғәт оҫталары менән үҙешмәкәр артистар бер ғаиләләй татыу аралаша. Республика көнөн байрам итер ҡаҙаныштар етерлек. 2018 йылдағы эшмәкәрлектең көнэлгәре йомғаҡтарын барлап Рөстәм Хәмитов иҡтисади һәм социаль үҫештә алға китеш һәм тотороҡлоҡ күрһәткестәрен билдәләне. Сәнәғәт предприятиелары етештереү күләмен өс ярым процентҡа арттырған. Ойошмаларҙың тауар әйләнеше үткән йыл менән сағыштырғанда 12 процентҡа күберәк. Инфляция кимәле түбәнәйгән. Бюджет килемдәренең артыуы бар социаль бурыстарҙы үтәү мөмкинлеген бирә.  Инвестиция сәйәсәте шулай уҡ төбәктәге моноҡалаларҙы үҫтереүгә, машиналар төҙөү, нефтехимия, энергетика өлкәһен камиллаштырыуға йүнәлтелә. Республикала торлаҡ, юл төҙөлөшө, транспорт инфрастуктураһын яҡшыртыу эштәре киң йәйелдерелә.  Башҡортостан хөкүмәте социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә бюджет сығымдарының 80 процентын йүнәлтә. Республикала мәктәп ҙһәм балалар баҡсалары, һаулыҡ һаҡлау учреждениелары, мәҙәниәт йорттары төҙөлә. Туризм өлкәһе үҫеш ала. Киләһе йыл ватандаштарыбыҙ Башҡортостандың 100 йыллығын билдәләргә әҙерләнә. Был тарихи дата йәмғиәтебеҙҙе йәнә берләштерер, милләттәрҙең бай тәжрибәһенә таянып яңы үрҙәргә өлгәшергә булышлыҡ итер, тине Республика башлығы. Республика көнөнә арналған байрам саралары бөгөн һәр төбәктә үтә. Ватандаштарыбыҙға күтәренке кәйеф һәм яңы уңыштар теләйһе ҡала.

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

 Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә...

19 февраля 2020
Смотреть видео Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт семестрына рәсми старт бирелде

Башҡортостан студенттары хеҙмәт семестрына рәсми йүнәлеш алды. Өфөлә студент отрядтары көнөнә арналған тантаналы йыйылышта йәштәрҙе Радий Хәбиров тәбрикләне. “Рәсәй студент отрядтары” йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан төбәк бүлексәһендә 2 меңгә яҡын кеше теркәлгән. Улар бишенсе йыл рәттән республика...

19 февраля 2020
Смотреть видео Милли проекттарға-төп иғтибар | ГТРК «Башкортостан»

Милли проекттарға-төп иғтибар

Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса маҡсатлы күрһәткестәрҙе 100 процентҡа еткерергә. Башҡортостан хөкүмәте президиумының киңәйтелгән ултырышында ошондай маҡсат ҡуйылды.  Хөкүмәт президиумы ултырышында 2019 йылға йомғаҡ яһалды һәм быйылға маҡсаттар билдәләнде. Дөйөм алғанда, милли...

19 февраля 2020
Смотреть видео Хөкөм ителеүселәр  керлинг буйынса чемпионат ойошторҙо | ГТРК «Башкортостан»

Хөкөм ителеүселәр керлинг буйынса чемпионат ойошторҙо

Өфөнөң 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында хөкөм ителеүселәр араһында керлинг буйынса чемпионат үтте. Боҙ майҙансығын һәм был спорт ярышының төп ҡоралы-йоморо ташты улар үҙҙәре эшләгән. Әйткәндәй, колонияла бындай ярыш беренсегә уҙғарылды. Хөкөм ителеүсе Алексей Матюшонокка станок эше күптән таныш. Әле...

19 февраля 2020
Смотреть видео Тәфтишселәр алдында яңы бурыстар | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтишселәр алдында яңы бурыстар

Рәсәй тәфтиш комитетының Башҡортостан идаралығы 2019 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен иғлан итте.  Киңәйтелгән коллегия ултырышында төбәктәге криминоген хәл даими ҡатмарлы һәм көсөргәнешле ҡала, тип баһаланды.  Тәфтишселәр үткән йылда енәйәт асыҡлау күрһәткесен 94,1 процентҡа еткергән....

19 февраля 2020
Смотреть видео Дауаланыу урынына – штраф | ГТРК «Башкортостан»

Дауаланыу урынына – штраф

Өфөлә инвалид балаһын реабилитация үҙәгенә алып килгән иргә автомобилен тейешле урынға ҡуймаған өсөн штраф яҙғандар. Ә водитель, үҙ сиратында, медицина учреждениелары янында транспорт ҡалдырырға майҙансыҡтар юҡ һәм юлдар таҙартылмаған, тип зарлана. Артур Ғәлиевҡа мөмкинлектәре сикләнгән балаһын...

19 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда киләһе көндәрҙә ҡар яуыуы көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда киләһе көндәрҙә ҡар яуыуы көтөлә

Гисметео сәхифәһе хәбәр итеүенсә, һауа температураһы күтәреләсәк. Көндөҙ урыны менән 2 градусҡаса йылыта. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, ҡар, урыны менән көслө ҡар, көндөҙ епшек ҡар яуыуы көтөлә. Айырым райондарҙа буран сығасаҡ, юлдарҙа тайғаҡ. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы оҙон юлға...

19 февраля 2020
Смотреть видео Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай | ГТРК «Башкортостан»

Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай

Башҡорт дәүләт университетында “Минең уйҙар киң Йыһанды буйлай” йыйынтығының исем туйы үтте. ”Шоңҡар” әҙәби берләшмәһенә йөрөүсе йәш яҙыусыларҙың ижади емеше тупланған йыйынтыҡ ғинуар айында баҫылып сыҡҡан. Презентацияла әҙәби берләшмәнең элекке ағзалары ла ҡатнашты. Улар ижади юлын башлап тороусы...

18 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына сувенирҙар | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына сувенирҙар

«Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы рәссамдары Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап юбилей сувенирҙарын әҙерләй башланы. Паннолар, картиналар, сәғәттәр һәм башҡа әйберҙәрҙең нисек тыуыуын хәбәрсебеҙ Ләйсән Тимербулатова күҙәтте.Александр Смирнов ҡулы аҫтында ағас түмәре һауыт һынын ала. Төрлө...

18 февраля 2020
Смотреть видео Медицина  битлектәренә хаҡтар артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Медицина битлектәренә хаҡтар артҡан

Илдең төрлө төбәктәрендә медицина  битлектәренә хаҡтар 35 тапҡырға тиклем артҡан. Ябай һаҡланыу сараһына ихтыяж ҙур, уларҙы күмәртәләп  һатып алыусылар ҙа бар.  Ҡайһы бер дарыуханаларҙа бер көн эсендә 3-4 айлыҡ  битлек һаҡламдары һатыла.  Байтаҡ дарыуханаларҙа иһә ...

18 февраля 2020
Яндекс.Метрика