Радий Хәбиров Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде

Рөстәм Хәмитов ваҡытынан алда вазифаһынан китеү тураһында белдерҙе һәм халыҡҡа мөрәжәғәт итте.Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән Радий Фәрит улы Хәбиров Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Радий Хәбиров 1964 йылдың 20 мартында Ишембай районы Һайран ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1981 йылда Ишембай машиналар эшләү заводында фрезерсы уҡыусыһы булып башлаған. 1989-1992 йылдарҙа – Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында уҡыған. 1994-2003 йылдарҙа– Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында өлкән уҡытыусы, доцент, декан урынбаҫары, Хоҡуҡ институты директоры. 2003- сө йылда  Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2008 йылдан Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығының сәйәси партиялар менән эшләү департаменты директоры. 2009 сы йылдан 2016-сы йылға тиклем  Рәсәй Президентының Эске сәйәсәт буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары. Быға тиклем Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡала округы башлығы булып эшләне.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Һауанан алынған сир | ГТРК «Башкортостан»

Һауанан алынған сир

 Өфөлә йәшәүселәр үҙ медицина карталарында ысынбарлыҡҡа тура килмәгән ауырыуҙар яҙылыуына зарлана. Берәүҙәр, йәнәһе лә,  табипҡа нервы системаһы ҡаҡшаған, тип мөрәжәғәт итһә, икенселәре иһә картала яҙылған ауырыуҙар тураһында бөтөнләй әйтергә ҡыймай. Өҫтәп яҙылған сирҙәрҙе ҡайҙан...

5 февраля 2020
Смотреть видео Ҡазан ҡалаһында “ТРЭК 2020” конференцияһы үтә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡазан ҡалаһында “ТРЭК 2020” конференцияһы үтә

Унда  ҡатнашыусылар Өфө хирургтарының ҡан-тамырына заманса алымдар ярҙамында операция эшләүен тура эфирҙа күҙәтә. Операция бер сәғәт тирәһе дауам итә. Өфө хирургтары хәҙер пациенттың артерияларын эстән күрә ала. Махсус  ҡорамал ярҙамында табиптар хәҙер ҡан тамырҙары ауырыуҙарын алдан...

5 февраля 2020
Смотреть видео Сәләмәтлек һағында тороусы | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәтлек һағында тороусы

3 тапҡыр алтын скальпель алыусы, профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Салауат Юлаев Ордены Кавалеры Мәжит Нартайлаковҡа 60 йәш. Билдәле хирург республикала иң беренсе бауыр трансплантологияһын башҡара....

5 февраля 2020
Смотреть видео Быуат һөжүме | ГТРК «Башкортостан»

Быуат һөжүме

Башҡортостан диңгеҙселәре Александр Маринеско етәкселегендәге һыу аҫты кәмәһенең батырлығын иҫкә алды. 75 йыл элек 1945 йылдың 30 ғинуарында немецтарҙың иң ҙур лайнеры "Вильгельм Густлофф" торпедо утына тотола. Һөҙөмтәлә 4 меңдән артыҡ немец илбаҫары юҡ ителә. Тарихта ул « быуат һөжүме » тип...

5 февраля 2020
Смотреть видео Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай | ГТРК «Башкортостан»

Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына иғтибарҙы бермә-бер көсәйтергә саҡырҙы, уларҙы борсоған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү юлдарын билдәләргә ҡушты. 1941-се йылдың 22-се июне таңында фашистик Германия ғәскәрҙәре иҫкәртеүһеҙ Советтар Союзына баҫып инә. 4 йылға...

5 февраля 2020
Смотреть видео Ваҡытлыса сара | ГТРК «Башкортостан»

Ваҡытлыса сара

Коронавирус сәбәпле 14 февралдән Рәсәйҙән Ҡытайға чартер авиарейстар яһалмаясаҡ. Был турала  Рәсәй биләмәһенә яңы коронавирус инфекцияһының инеүен һәм таралыуын иҫкәртеү буйынса штаб рәйесе Татьяна Голикова белдерҙе.Вице-премьер билдәләүенсә, Рәсәй Федерацияһы менән Ҡытай араһында...

5 февраля 2020
Смотреть видео Киҙеү башланыр мәл | ГТРК «Башкортостан»

Киҙеү башланыр мәл

Башҡортостанда грипп һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһы менән ауырыусылар арта башлаған. Республика буйынса 27 мең 469 кеше, уларҙың 70 проценты тиерлек балалар, табиптарға мөрәжәғәт иткән.Рәсәйҙең ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығы шәхси профилактика...

5 февраля 2020
Смотреть видео Судьялары араһында волейбол буйынса турнир уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Судьялары араһында волейбол буйынса турнир уҙҙы

 “Динамо” спорт компексында Рәсәй Федерацияһы субъекттары судьялары араһында волейбол буйынса төбәк-ара турнир уҙҙы. Ярыш Бөйөк Ватан һуғышының 75 йыллығына арнап үткәрелде. Волейбол буйынса турнирҙы Суд Советы һәм Башҡортостан республикаһының Юғары суды ойошторған. Турнирҙа бөтәһе алты...

4 февраля 2020
Смотреть видео Дим биҫтәһендә балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырылды | ГТРК «Башкортостан»

Дим биҫтәһендә балалар поликлиникаһы файҙаланыуға тапшырылды

 Медицина учреждениеһы үткән быуаттың 90-се йылдарында төҙөлгән һәм ошоғаса ремонт күрмәгән.  Поликлиникалағы үҙгәрештәр тураһында хәбәрсебеҙ Альбина Зәйнетдинова репортажы.Дим биҫтәһенең балалар поликлиникаһы кескәй  һәм үҫмер пациенттарҙы ҡабул итергә әҙер.  Ярты йыл дауам...

4 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тағы ла дүрт онкология үҙәге асыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тағы ла дүрт онкология үҙәге асыла

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, ямаш шеште асыҡлаусы ҡорамалдар 60-70 процентҡа иҫкергән. Бынан тыш, кадрҙарға ҡытлыҡ һиҙелә.  Республика клиник онкология диспансерының баш табибы Адель Измайлов әйтеүенсә, шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда яман шештәрҙе асыҡлау...

4 февраля 2020
Яндекс.Метрика