Өфөлә рус теленең киләсәге хәл ителә

Бөгөн Өфөлә Рәсәй рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Рус теленең Рәсәй һәм унан башҡа төбәктәрҙә ҡулланышы  тураһында фекер алыша. Башҡортостандың башҡалаһына Рәсәйҙең 76 төбәге һәм сит илдәрҙән 400 делегат килде.  Рәсәйҙең рус теле уҡытыусылары йәмғиәте форумы ике йылға бер тапҡыр ойошторола. Алтынсы конгрестың Өфөлә үтеүе осраҡлы түгел. Башҡортостан төрлө милләт вәкилдәренең туған телен һәм, халыҡ-ара аралашыу теле булараҡ, рус телен өйрәнеүҙә һәм үҫтереүҙә ҙур тәжрибә туплаған төбәк тип танылған. Республикала туған телдәрҙе үҫтереү маҡсатында өҫтәмә документтар ҡабул ителде, телдәрҙе өйрәнеү һәм үҫтереү өлкәһендә гранттар системаһы раҫланды. Уҡыусыларҙың 90 проценты рус телендә белем ала, мәктәптә рус теле дәүләт кенә түгел, туған тел дәрәжәһендә уҡытыла. Конгрестың ғилми өлөшөндә ғалимдар хәҙерге ваҡытта рус теленең әһәмиәте, дөйөм һәм өҫтәмә белем биреүҙә уның роле, шулай уҡ уны сит тел булараҡ өйрәнеүгә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләргә байҡау яһай. Аралашыуҙың төрлө киңлектәре барлыҡҡа килгән осорҙа рус телмәренең үҙгәреш кисереүенә ғилми баһа бирә.  Түңәрәк өҫтәлдәр Өфөнөң юғары белем биреү йорттары һәм мәктәптәрендә үтә. Был ҡунаҡтарға Башҡортостандағы хеҙмәттәштәренең эшмәкәрлеге менән яҡындан танышырға һәм тәжрибә уртаҡлашырға булышлыҡ итә.

Подпишитесь на нас в Instagram

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Мәскәүҙә  “Нуриев миҙгелдәре” халыҡ-ара проекты башланды | ГТРК «Башкортостан»

Мәскәүҙә “Нуриев миҙгелдәре” халыҡ-ара проекты башланды

Ул билдәле балетмейстер Рудолф Нуриевтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арнала. Бәләкәй Рудольф Ағиҙелдең иң ҡалҡыу ярына ултырып, Өфөнән сыҡҡан поездарҙы күҙәтергә яратҡан. Сәйәхәткә сығып китеү тураһында гел генә хыялланған ул. Мәскәү-Владивосток поезында донъяға килгәнгәлер, бәлки, тормошо ла...

23 марта 2018
Смотреть видео Республикала онкологик ауырыуҙарҙы дауалау буйынса төбәк программаһы эшләнә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала онкологик ауырыуҙарҙы дауалау буйынса төбәк программаһы эшләнә

Башҡортостанда  үлем осраҡтарының 41 проценты ҡан әйләнеше системаһы ауырыуҙарына, 13 проценты яман шешкә тура килә. Әммә  һуңғы йылдарҙа халыҡ онкология ауырыуҙарынан йышыраҡ  һәләк була башлаған. Заманса ысулдар яман шеш менән яфаланған балаларҙың 80 процентын дауаларға ...

23 марта 2018
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағын етди үҙгәрештәр көтә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау тармағын етди үҙгәрештәр көтә

Алдағы йылдарҙа был өлкәгә өҫтәмә 15 миллиард һум аҡса бүленә. Республика башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдында сығыш яһап, халыҡтың сәләмәтлеген яҡшыртыу  иң төп бурыс, тип билдәләне.

23 марта 2018
Смотреть видео Бөгөн метеорологтар көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн метеорологтар көнө

Бөгөн Өфөлә һалҡын. Ел көнъяҡ-көнсығыштан, талғын. Ҡар яуа. Был һауа торошоноң һәр кем күҙенә салыныр өлөшө генә. Көндәрҙең ниндәй булырын алдан әйтеүсе метеорологтар бөгөн һөнәри байрамын билдәләй. Һауа торошон белер өсөн бөгөн Интернетты асыу ҙа етә. Урамға сығып термометр, тәҙрәгә бағып яуым-...

23 марта 2018
Алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә | ГТРК «Башкортостан»

Алыҫ юлға сыҡмаҫҡа кәңәш ителә

Башҡортостан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы  бөгөн юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға саҡырып водителдәргә мөрәжәғәт итте.   Ҡар яуыу сәбәпле юлдарҙа ҡар һырынтылары барлыҡҡа килде, транспорт хәрәкәте ҡатмарлашты. Синоптиктар  мәғлүмәттәренә ҡарағанда,  киләһе өс...

23 марта 2018
Салауат Юлаевтың яҡшы уйын күрһәтеп тә  Тракторҙан сираттағы еңелеүе | ГТРК «Башкортостан»

Салауат Юлаевтың яҡшы уйын күрһәтеп тә Тракторҙан сираттағы еңелеүе

Юлаевсыларҙың баш тренеры Эркка Вестерлунд СИләбе хоккейсыларының уйынын маҡтап, Салауат Юлаев командаһы киләһе уйынға етди әҙерләнәсәк, тип белдерҙе. Кисә Башҡортостан хоккейсылары һөжүм артынан һөжүм ойошторһа ла, Силәбе  командаһынан 4 кә 1 иәҫбенә отолдо.

22 марта 2018
Смотреть видео "Ватан" интернет радиоһы тәүге тура эфирын үткәрҙе | ГТРК «Башкортостан»

"Ватан" интернет радиоһы тәүге тура эфирын үткәрҙе

Уның алып барыусыһы Фәтих Муллахмәтов “Бүреләр” төркөмө солисы Илшат Абдуллин менән әңгәмәләште. Улар оҙаҡламай үҙҙәренең ҙур концертын ойоштора. “Ватан Лайф”та һөйләшеү ошо сара һәм ғөмүмән рок төркөмөнөң ижады тураһында барҙы. Ватан интернет радиоһындағы тура эфир башланыуға бер-нисә минут ҡала....

22 марта 2018
Ҡурсаҡсы көнө | ГТРК «Башкортостан»

Ҡурсаҡсы көнө

21-се быуат башында барлыҡҡа килгән өр-яңы байрамдар араһында ҡурсаҡсы көнө киң танылыу ала. Халыҡ-ара УНИТА берләшмәһе Конгресы уны 2003-сө йылда иғлан итеп, был көндө ҡурсаҡ театрҙарын данлау йолаһына нигеҙ һалырға ниәтләгән. Ижад кешеләре бар донъяла был тәҡдимде ихлас ҡабул итә. Ҡурсаҡсы...

22 марта 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

“Уралвагонзавод” та “Терминатор-2” хәрби машинаһы эшләнгән. Рәсәй оборона министрлығының махсус заказы буйынса ул күпләп етештереләсәк.  Францияның элекке президенты Николя Саркозиға 2007 йылда уның һайлау алды кампанияһын законһыҙ иғәнәләү тураһында ғәйепләү белдерелгән. Коррупция менән...

22 марта 2018
Смотреть видео Күкрәк тултырып бер тын алыр инем | ГТРК «Башкортостан»

Күкрәк тултырып бер тын алыр инем

Бүздәк районы Восточная ауылында йәшәүселәр һулар һауанан мәхрүм. Быға йорттар янында асылған предприятие сәбәпсе. Торбаларҙы нефть ҡалдыҡтарынан таҙартыусы ойошма менән күршеләш йәшәүҙән халыҡ тамам биҙгән. 3 йәшлек Богданға бөгөн дә саф һауала йөрөү бәхете теймәй. Сабыйҙарҙы ололар көнө буйы...

22 марта 2018
Яндекс.Метрика