Алтын бишек - 2061713385 | ГТРК «Башкортостан»

Асыҡлыҡ, законлыҡ һәм һөҙөмтәлелек

Барлыҡ көстәрҙе бергә туплағанда ғына республиканың артабанғы үҫешен тәьмин итергә мөмкин. Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров асыҡлыҡ, законлыҡ һәм һөҙөмтәлелек нигеҙендә республикала йәшәгән 4 миллион кеше мәнфәғәтендә эшләргә саҡыра. Йома көнө генә Красногорск ҡалаһында эшлекле осрашыуҙар уҙғарған Радий Фәрит улын, шәмбелә республика башлығы вазифаһын башҡарыусы булараҡ таныштырҙылар. Рәсми саранан һуң ул беренсе сиратта көн үҙәгендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн район-ҡала башлыҡтары менән йыйылып һөйләште. Был хаҡта ул беҙҙең телеканалға интервьюһында белдерҙе. Ҡыш алдынан йылылыҡ, юлдар, социаль инфраструктура хаҡында хәстәрлек күреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.Тәүге рәсми осрашыу Башҡортостан республикаһының беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән булды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Мортаза Ғөбәйҙулла улының етәкселек иткәнән 1990-2010 ҡатмарлы йылдарҙа Башҡортостан социаль-иҡтисади үҫеш буйынса илдең алдынғы төбәктәре сафына баҫты. Бай тәжрибә һәм абруйлы остаздарҙың кәңәше халыҡ тормошон яҡшыртыуҙа һәм республика йәмәғәтселеген бергә тупларға мөмкинлек биререгә тейеш. Был осрашыу республика йәмәғәтселегендә хуплау тапты. Социаль селтәрҙәрҙә яңы етәксенең беренсе Президент фатихаһын алып, кәңәшләшеп эшләүе төбәк торошон яҡшыртасаҡ, тигән фекерҙә социаль селтәрҙә ултырыусылар. Йәкшәмбелә республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәсәй мосолмандары үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажутдин һәм Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон менән осрашты. Эшлекле сәфәрҙең тәүгеһе республиканың төп сәнәғәт предприятиеһы Башнефть заводтары майҙанында үтте. Радий Фәрит улы башта Рәсәйҙәге иң эре водород етештереү ҡоролмаларының береһен ҡараны, бында етештерелгән продукция нефть ҡалдыҡтарын таҙартыу өсөн файҙаланыла, Әйткәндәй, тап Башнефть биләмәһендә Евразиялағы иң ҙур таҙартыу майҙансығы урынлашҡан. Бында нефть эшкәртеүсе 4 заводтың ҡалдыҡтары таҙартыла. Төбәк етәксеһе вазифаһын башҡарыусы эшселәр менән аралашып, бында тап үҙебеҙҙә белем алған тәжрибәле белгестәр эшләүе ҡыуандыра тине. Радий Хәбиров Республика иҡтисадының төп локомотивы булған предприятиеның артабан да халыҡ мәнфәғәтендә эшләйәсәгенә ышаныс белдерҙе. Бөгөн хөкүмәт аппараты менән тәүге ултырышын да Радий Фәрит улы талапсан етәксе булараҡ башланы. Тәү сиратта йәмәғәт транспорты тармағында 1 декабргә тиклем тәртип урынлаштырыу бурысын йөкмәтте. Законһыҙ маршрут автобустары булмаҫҡа тейеш тигән талап ҡуйҙы Радий Фәрит улы. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау һәм төҙөлөш тармағында ла тәртип урынлаштыу кәрәклеген билдәләп, яңы йорттар янында  поликлиникалар төҙөү кәрәклеген билдәләне.

До отключения аналогового телевидения в Башкортостане осталось:

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Фәлсәфә фәндәре докторы Фәнил Фәйзуллин Республика көнө тураһында | ГТРК «Башкортостан»

Фәлсәфә фәндәре докторы Фәнил Фәйзуллин Республика көнө тураһында

Бер быуатлыҡ тарихҡа күҙ һалғанда Башҡортостан ҡытыршылыҡлы сәйәси юлдар үтеп, тотороҡһоҙ иҡтисади шарттарҙа йәшәп тә үҙенең милли асылын юғалтманы.  Бер аҙ тарихи ваҡиғаларҙы барлап, бөгөнгөгә анализ яһап үтергә төҡдим итәм. Республика фәндәр академияһы академигы, фәлсәфә фәндәре докторы...

13 октября 2019
Икенсе йөҙ йыллыҡҡа аяҡ баҫып... | ГТРК «Башкортостан»

Икенсе йөҙ йыллыҡҡа аяҡ баҫып...

Республиканың икенсе йөҙ йыллығына аяҡ баҫып киләсәккә етди үҫеш пландарын барлағанда, үткәндәрҙе лә иҫтә тотоу зарур. 90-сы йылдағы үҙаллылыҡ Республиканың булған потенциалын үҙ мәнфәғәтендә файҙаланып тиҫтәләрсә йылдар дауамында йыйылып килгән социаль мәсьәләләрен хәл итһә, иртәгәһе көн үҫешкә...

13 октября 2019
 Республика көнө – халыҡ байрамы! | ГТРК «Башкортостан»

Республика көнө – халыҡ байрамы!

Республика көнө төбәктә ял тип иғлан ителде. Ә байрам саралары аҙна дауамында барҙы. Ҡала-райондарҙа йәрминкәләр, сауҙа рәттәре, үҙешмәкәр, профессиональ коллективтар сығышы, конкурстар, спорт ярыштары ойошторолдо. Өфөлә үткән “Алға, Башҡортостан!” байрам концерты меңәрләгән тамашасыларҙы йыйҙы.

12 октября 2019
Башҡортостан тыуған көнөн билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан тыуған көнөн билдәләне

Аҙнаның төп ваҡиғаһын Башҡортостандың тыуған көнө билдәләне. 1990 йылдың 11 октябре республиканың дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул ителгән дата. 29-сы тапҡыр Республика көнөн ҡаршылап Башҡортостан тәүге үҙаллылыҡтың 100 йыллығын да билдәләй. Байрам уңайынан ойошторолған төп...

12 октября 2019
14 октябрҙә Башҡортостанда аналог сигнал һүндерелә | ГТРК «Башкортостан»

14 октябрҙә Башҡортостанда аналог сигнал һүндерелә

Дүшәмбе, 14 октябрҙә Башҡортостандағы барлыҡ телевизорҙарҙа аналог сигнал һүндерелә. Был көн цифралы телевидениеға күсеүҙең һуңғы этабы булараҡ ил тарихында ҡала. Республикала 23 сентябрҙән шылтыратыуҙар ҡабул итеү үҙәге эшләй. Цифралы телевидениеға күсеүҙә ирекмәндәр ҙә ярҙамға килә. 23 сентябрҙә...

11 октября 2019
Һыу сифаты тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Һыу сифаты тикшерелә

Благовещенда “Полиэф” асыҡ акционерҙар йәмғиәте предприятиеһында булған авария эҙемтәләре тикшерелә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, таҙартыу өсөн әҙерләнгән сәнәғәт ҡалдыҡтары һаҡланған резервуарҙарының береһендә стена емерелгәйне. Бәхеткә күрә, ҡорбандар һәм зыян күреүселәр юҡ. Был ваҡиғанан һуң әле “Өфө һыу...

11 октября 2019
Өфө ғалимдары асышы | ГТРК «Башкортостан»

Өфө ғалимдары асышы

30 йыл элек Өфө ғалимдары донъя асышын яһай. Өфө авиация -техник университетының фәнни хеҙмәтәкрҙәре Кайбышев һәм Вәлиевтың үтә һығылмалы күренеше төрлө фәнни йүнәлештәргә нигеҙен һалған. Наноматериалдар һәм металдар өйрәнеүсе белгестәр тап ошо университетта йыйылды. Ҡытай студенттарының да Авиация...

11 октября 2019
Тикшерел һәм сәләмәт бул | ГТРК «Башкортостан»

Тикшерел һәм сәләмәт бул

Республикала күкрәк биҙе яман шешен профилактикалауға йүнәлтелгән айлыҡ дауам итә. Уның символы - ал таҫма. Программаның төп маҡсаты – ҡатын-ҡыҙҙарға һөт биҙҙәре яман шеше хаҡында тулы мәғлүмәт еткереү, сирҙе ваҡытында асыҡлау һәм кәрәкле ярҙам күрһәтеү. Тикшерел һәм сәләмәт бул. Башҡаланың 13-сө...

11 октября 2019
Рәсәй һәм Үзбәкстан финанс органдары кәңәшмәһе | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм Үзбәкстан финанс органдары кәңәшмәһе

Башҡортостандың дәүләт финанстары менән идара итеү тәжрибәһе менән Үзбәкстан ҡаҙнасылары ҡыҙыҡһына. Сит ил делегацияһының рәсми визиты сиктәрендә Өфөлә Рәсәй һәм Үзбәкстан финанс органдары кәңәшмәһе ойошторолдо. Федераль казначейство һәм Үзбәкстан финанстар министрлығы белгестәре бюджет үтәлешен,...

11 октября 2019
Республика көнө | ГТРК «Башкортостан»

Республика көнө

Бөгөн Башҡортостан халҡы 29-сы тапҡыр Республика көнөн билдәләй. 1990 йылдың 11 октябрендә дәүләт суверенитеты тураһындағы декларацияға ҡул ҡуйыла. Байрам уңайынан ҡала-райондарҙа байрам саралары уҙа. Тантаналарҙың төп урыны итеп Өфө һайлаған. Баш ҡалала йәрминкәләр, сауҙа рәттәре, концерт...

11 октября 2019
Ауыл-хужалығы йәрминкәләре | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл-хужалығы йәрминкәләре

Республика көнө уңайынан бөгөн Башҡортостандың район-ҡалаларында ауыл-хужалығы йәрминкәләре үтә. Ойошторусылар төрлө күңел саралары һәм бүләктәр ҙә әҙерләй. Сифатлы продукция, ауыл хужалығы тауарҙарын фермер, шәхси хужалыҡтар һәм эшҡыуарҙар тәҡдим итәсәк. Байрам йәрминкәһе өсөн Өфөгә райондарҙан...

11 октября 2019
Смотреть видео Башҡаларға хеҙмәт итеп, үҙем янам | ГТРК «Башкортостан»

Башҡаларға хеҙмәт итеп, үҙем янам

Башҡорт дәүләт университетында республиканың 100 һәм юғары уҡыу йортоның 110 йыллығы сиктәрендә философия фәндәре докторы, Дамир Жәүәт улы Вәлиев иҫтәлегенә күргәҙмә асылды. Тантаналы сарала профессорҙың туғандары, һабаҡташтары һәм студенттар ҡатнашты. Күргәҙмәлә Дамир Жәүәт улының шәхси әйберҙәре...

10 октября 2019
Смотреть видео Мостай уҡыуҙары | ГТРК «Башкортостан»

Мостай уҡыуҙары

Башҡортостандың мәғариф министрлығы, Өфө ҡалаһы мәғариф идаралығы, мәғәрифте үҫтереү институты һәм Өфө ҡалаһының Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы "Мостай уҡыуҙары" төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияға йомғаҡ яһаны.12 сентябрҙән 25 сентябргә тиклем Башҡортостандың халыҡ шағыры...

10 октября 2019
Смотреть видео Быйыл Республика 29-сы тапҡыр төп тантанаһын билдәләргә әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Республика 29-сы тапҡыр төп тантанаһын билдәләргә әҙерләнә

Ошо уңайҙан күп халыҡ ҡатнашлығында байрам ойошторола.  11-се октябрҙә һәр ҡала һәм районда күңел асыу саралары үтәсәк-мәҙәни һәм спорт саралары, экологик акциялар, ауыл хужалығы йәрминкәләре, сувенир продукцияһы, халыҡ кәсептәре әйберҙәре, халыҡ ҡулланылышындағы тауарҙар һатыу, социаль...

10 октября 2019
Смотреть видео Башҡортостанда “Однозначно” тип аталған социаль компания старт алды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда “Однозначно” тип аталған социаль компания старт алды

Был турала “Рәсәй” медиаүҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында  хәбәр иттеләр. Проект “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә ойошторола. Уның  маҡсаты - тиҙлек режимын боҙоу осраҡтарын иҫкәртеү. 13 октябргә тиклем автоинспекторҙар водителдәр менән аңлатыу...

10 октября 2019
Смотреть видео Рәсәй гвардияһының махсус отряды – СОБР ойошторолоуға 27 йыл тулды | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй гвардияһының махсус отряды – СОБР ойошторолоуға 27 йыл тулды

Иң-иңдәр генә тупланған был ғәскәрҙәр Башҡортостанда ла уңышлы эшләй һәм төбәктәге генә түгел, илдәге, донъялағы  махсус операцияларҙа ҡатнаша. Һөнәри байрамын билдәләп, әлеге ваҡытта сафта булған СОБР хеҙмәткәрҙәре отставкалағы хеҙмәттәштәрен тәбрикләне. Улар алдында Рәсәй гвардияһы...

10 октября 2019
Смотреть видео Республикала йылылыҡ өсөн  түләү үҙгәрҙе | ГТРК «Башкортостан»

Республикала йылылыҡ өсөн түләү үҙгәрҙе

Быға тиклем аҡса 12 айға бер тигеҙ бүленә ине. Хәҙер иһә 8 ай түләгәндән һуң ҡалған 4 ай өсөн иҫәпләшмәҫкә лә мөмкин.Хәҙер, йылытыу осоронда түләүгә күсеү дөйөм йорт иҫәпләү приборҙары күрһәтмәһенән сығып, ҡулланылған йылы өсөн түләргә мөмкинлек бирә. Белгестәр билдәләүенсә, күп фатирлы йорттарҙа...

10 октября 2019
Смотреть видео Һирәк осраған ижади эштәр | ГТРК «Башкортостан»

Һирәк осраған ижади эштәр

 Нуриман районында йәшәүсе ут күршеләр шешә һәм уның ҡапҡастарынан балаҫ, йәнлек һындары һәм ағастар эшләү менән мауыға. Матур балаҫ йәки хайуан һәм ҡош-ҡорт һыны килеп сыҡһын өсөн тәүҙә шешә ҡапҡастарына Галя Мусина тишектәр яһап сыға. Уларҙы бер-береһенә йәбештереү өсөн ныҡлы һәм сифатлы энә...

10 октября 2019
Смотреть видео “Миловка паркы” торлаҡ комплексының 400-гә яҡын өлөшсөһө тиҙҙән яңы фатирҙарҙа өй туйлаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

“Миловка паркы” торлаҡ комплексының 400-гә яҡын өлөшсөһө тиҙҙән яңы фатирҙарҙа өй туйлаясаҡ

Республика етәксеһенең алданған өлөшсөләрҙең инициатив төркөмө менән осрашыуында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Кәңәшмә һорау-яуап режимында үтте. Өлөшсөләр республика һәм ҡала етәкселәренә үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы бирҙе. Радий Хәбиров тағы ла бер тапҡыр һәр йорт мотлаҡ төҙөлөп бөтәсәк, тине....

10 октября 2019
Смотреть видео Йәш белгестәр ағас алыу хоҡуғына эйә | ГТРК «Башкортостан»

Йәш белгестәр ағас алыу хоҡуғына эйә

Башҡортостанда өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалы ғаиләләр, инвалид балалы ғаиләләр, шулай уҡ урман тармағының 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәр йорт, башҡа ҡаралты төҙөү, уларҙы ремонтлау, йылытыу өсөн ағас алыу хоҡуғына эйә.  Ошо туралағы закон проекты парламент ҡарамағына тапшырылды....

10 октября 2019
Смотреть видео Республиканың инвестиция портфеле 2020 йылда 39 миллиард һумға етергә тейеш | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың инвестиция портфеле 2020 йылда 39 миллиард һумға етергә тейеш

Республиканың 2024 йылға тиклем үҫеш стратегияһына ярашлы, төбәк тулайым продукты күләмен 2 триллион һумға еткереү күҙ уңында тотола. Быға өлгәшеү  иҡтисадтың 65 процентын тәшкил иткән ғәмәли секторға нигеҙләнә.  Әүҙем предприятиелар менән бер рәттән шәхси эшҡыуарлыҡ объекттарына ла имен...

10 октября 2019
Смотреть видео Дәүләтов икмәге | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләтов икмәге

Йыл һайын беҙҙең төбәк исеменән сығыш яһаған ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүсе ойошма-предприятиелар баш ҡаланан  алтын миҙалдар яулап ҡайта. Быйылғы күргәҙмәлә ҡатнашыусылар араһында Шаранда урынлашҡан “Дәүләтов икмәге” икмәкханаһы ла бар. Икмәк бешереүҙең онотола барған алымдарын Надежда...

10 октября 2019
Смотреть видео Алтын көҙҙөң алтын мәлдәре | ГТРК «Башкортостан»

Алтын көҙҙөң алтын мәлдәре

Мәскәүҙә асылған “Алтын көҙ- 2019”  аграр күргәҙмәһендә Республика етәксеһе Радий Хәбиров Рәсәй хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведевты Башҡортостан ауыл хужалығы тармағының ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Аграр сәнәғәт тауарҙары һәм предприятелары уңыштары күргәҙмәһе ил башҡалаһында быйыл 21-се...

10 октября 2019
Яндекс.Метрика