Асыҡлыҡ, законлыҡ һәм һөҙөмтәлелек

Барлыҡ көстәрҙе бергә туплағанда ғына республиканың артабанғы үҫешен тәьмин итергә мөмкин. Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Фәрит улы Хәбиров асыҡлыҡ, законлыҡ һәм һөҙөмтәлелек нигеҙендә республикала йәшәгән 4 миллион кеше мәнфәғәтендә эшләргә саҡыра. Йома көнө генә Красногорск ҡалаһында эшлекле осрашыуҙар уҙғарған Радий Фәрит улын, шәмбелә республика башлығы вазифаһын башҡарыусы булараҡ таныштырҙылар. Рәсми саранан һуң ул беренсе сиратта көн үҙәгендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн район-ҡала башлыҡтары менән йыйылып һөйләште. Был хаҡта ул беҙҙең телеканалға интервьюһында белдерҙе. Ҡыш алдынан йылылыҡ, юлдар, социаль инфраструктура хаҡында хәстәрлек күреү кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.Тәүге рәсми осрашыу Башҡортостан республикаһының беренсе президенты Мортаза Рәхимов менән булды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Мортаза Ғөбәйҙулла улының етәкселек иткәнән 1990-2010 ҡатмарлы йылдарҙа Башҡортостан социаль-иҡтисади үҫеш буйынса илдең алдынғы төбәктәре сафына баҫты. Бай тәжрибә һәм абруйлы остаздарҙың кәңәше халыҡ тормошон яҡшыртыуҙа һәм республика йәмәғәтселеген бергә тупларға мөмкинлек биререгә тейеш. Был осрашыу республика йәмәғәтселегендә хуплау тапты. Социаль селтәрҙәрҙә яңы етәксенең беренсе Президент фатихаһын алып, кәңәшләшеп эшләүе төбәк торошон яҡшыртасаҡ, тигән фекерҙә социаль селтәрҙә ултырыусылар. Йәкшәмбелә республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Рәсәй мосолмандары үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажутдин һәм Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон менән осрашты. Эшлекле сәфәрҙең тәүгеһе республиканың төп сәнәғәт предприятиеһы Башнефть заводтары майҙанында үтте. Радий Фәрит улы башта Рәсәйҙәге иң эре водород етештереү ҡоролмаларының береһен ҡараны, бында етештерелгән продукция нефть ҡалдыҡтарын таҙартыу өсөн файҙаланыла, Әйткәндәй, тап Башнефть биләмәһендә Евразиялағы иң ҙур таҙартыу майҙансығы урынлашҡан. Бында нефть эшкәртеүсе 4 заводтың ҡалдыҡтары таҙартыла. Төбәк етәксеһе вазифаһын башҡарыусы эшселәр менән аралашып, бында тап үҙебеҙҙә белем алған тәжрибәле белгестәр эшләүе ҡыуандыра тине. Радий Хәбиров Республика иҡтисадының төп локомотивы булған предприятиеның артабан да халыҡ мәнфәғәтендә эшләйәсәгенә ышаныс белдерҙе. Бөгөн хөкүмәт аппараты менән тәүге ултырышын да Радий Фәрит улы талапсан етәксе булараҡ башланы. Тәү сиратта йәмәғәт транспорты тармағында 1 декабргә тиклем тәртип урынлаштырыу бурысын йөкмәтте. Законһыҙ маршрут автобустары булмаҫҡа тейеш тигән талап ҡуйҙы Радий Фәрит улы. Шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау һәм төҙөлөш тармағында ла тәртип урынлаштыу кәрәклеген билдәләп, яңы йорттар янында  поликлиникалар төҙөү кәрәклеген билдәләне.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Һатып алынған ерҙәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы түгел | ГТРК «Башкортостан»

Һатып алынған ерҙәр төҙөлөш өсөн ҡулайлы түгел

 Өфө районы Рус Юрмашы ауыл советында урынлашҡан 50 гектар ер бүлемендә  баҡсасылар ширҡәте төҙөлөргә тейеш булған. Әммә һуңынан был участоктарҙың ауыл хужалығы тәғәйенәленешендәге ерҙә урынлашыуы асыҡлана. Хәләл аҡсаһына ер бүлемдәре һатып алып, йор һалыу тураһында хыялланған халыҡ...

14 февраля 2020
Смотреть видео Йылытыу өсөн икеләтә түләү | ГТРК «Башкортостан»

Йылытыу өсөн икеләтә түләү

Һәр ваҡыттағыса яңы йылдан һуң, кешеләр коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн түләүҙәр артыуға зарлана. Был юлы халҡ ғинуар айында йылытыу өсөн килгән ике түләүгә ризаһыҙлыҡ белдерә. Коммуналь хеҙмәтләндереү өсөн килгән яңы түләүҙәр хатта ғүмер буйы иҡдисатсы булып эшләгән Рәшиҙә Абдрахман ҡыҙын да...

14 февраля 2020
Смотреть видео Тормошҡа ашҡан хыял | ГТРК «Башкортостан»

Тормошҡа ашҡан хыял

Радий Хәбиров Өфөлә йәшәүсе 8 класс уҡыусыһын үҙенең эш урыны менән таныштырҙы. Елена Казанцеваның хыялы томошҡа ашты.  "Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры" акцияһы барышында ҡыҙ Башҡортостан Башлығының эш кабинетында булырға теләүе тураһында яҙған. Радий Хәбиров эш урынын күрһәтте, эш тәртибе тураһында...

14 февраля 2020
Смотреть видео Өс миллион һумлыҡ сәйәхәт | ГТРК «Башкортостан»

Өс миллион һумлыҡ сәйәхәт

 Өфөлә Назаровтар ғаиләһе ял итергә барыу өсөн туристик агентлығына миллионлаған аҡса бирә, әммә юлға ла сыҡмай, аҡсаһын да кире ҡайтара алмай. Республика эске эштәр министрлығы тикшереү эштәре башланы. Варвара Назарова диңгеҙ күрергә, аҡ ҡомдо тотоп ҡарарға хыяллана. Уның теләген тормошҡа...

14 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда хажға барыу тәртибе үҙгәрә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда хажға барыу тәртибе үҙгәрә

 Изге ғәмәл ҡылырға ниәтләүселәр хәҙер юлламаларҙы турист агентлыҡтары түгел, ә тура республика мосолмандары Диниә назаратынан һатып аласаҡ. Яңы ҡағиҙә маҡсаты – хажға барыусыларҙы алдап, уларҙың аҡсаларын урларға маташыуҙы сикләү. Ошо хаҡта Рәсәйҙең хаж эштәре буйынса Советының Өфөләге...

14 февраля 2020
Смотреть видео Дауаланыу һәм дауанан һуң һаулыҡты тергеҙеү мөмкинлеген һәр кемгә | ГТРК «Башкортостан»

Дауаланыу һәм дауанан һуң һаулыҡты тергеҙеү мөмкинлеген һәр кемгә

Сәләмәтлек сәғәтенең сираттағы ултырышында Башҡортостанда реабилитация үҙәген камиллаштырыу мәсьәләһе ҡаралды. Радий Хәбиров һуғыш ветерандарының Республика клиник госпиталендәге медицина реабилитацияһы бүлеге эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирҙе. Өфөлә биш йыл элек асылған үҙәктә Башҡортостандың төрлө...

14 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортса йәнһүрәттәр арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортса йәнһүрәттәр арта

 Әмир Абдразаҡов исемендәге "Башҡортостан" киностудияһы мультипликаторҙары республикала йәшәгән халыҡтарҙың әкиәттәренә таянып йәнһүрәттәр төшөргән. Уларҙы тамашасылар телеэкрандарҙа, кинотеатрҙарҙа бушлай ҡарай ала. Ағастар терелгән, болот һөйләшә, ә боҙҙоң күҙҙәре бар... Төрлө халыҡ...

13 февраля 2020
Смотреть видео “Бәпембә” йорт туйлай | ГТРК «Башкортостан»

“Бәпембә” йорт туйлай

 Өфө районы Зубов ауылында 1954 йылдан эшләгән балалар баҡсаһы яңы бинаға күсте. Киләһе дүшәмбенән ул балаларҙы тулы төркөмдәргә ҡабул итә башлай. Зубов ауылында йәшәгән йәштәр был балалар баҡсаһын түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Дилара Шарбанова өс бала әсәһе. Олоһо мәктәп уҡыусыһы, уртансыһы...

13 февраля 2020
Смотреть видео Цифралы дәрес | ГТРК «Башкортостан»

Цифралы дәрес

Республика инженер лицей-интернатында цифрлы дәрес үтте. Сара  өс йыл рәттән Бөтә Рәсәй белем биреү проекты сиктәрендә ойошторола. Лицей-интернаттың 8-се синыф уҡыусылары «Шәхси ярҙамсылар» тип исемләнгән үҙенсәлекле асыҡ дәрестә ҡатнашты. Махсус дәрестең партнеры булып билдәле интернет...

13 февраля 2020
Смотреть видео Үтескә аҡса алмаһа ла, бурыслы | ГТРК «Башкортостан»

Үтескә аҡса алмаһа ла, бурыслы

Башҡортостанда йыш осрай торған фамилиялы кешеләргә аҙаштарының бурыстары өсөн яуап бирергә тура килә. Уларҙың иҫәптәренән аҡса юғала, мөлкәтенә арест һалына. Республикала бындай осраҡтар артҡандан-арта ғына. Ни өсөн ошолай кешеләрҙе бутайҙар һәм ғәйеп кемдә? Рәлиә Сәхибгәрәева асыҡларға тырышты....

13 февраля 2020
Яндекс.Метрика