К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Ҙур хыял

Өфөнән беренсе класс уҡыусыһы, йәш спортсы ил президенты Владимир Путинға үҙенең хыялы тураһында һөйләне. Үҙе бәләкәй генә булһа ла, киләсәккә ҙур хыялдар менән янып йәшәгән Дарья Крутькоға ошо көндәрҙә иң ҙур хыялдарының береһен тормошҡа ашырырға яҙҙы, ул – ил президенты менән осрашты. Бар нәмә лә ГТО нормативтарын тапшырыуҙан башланып китте, ти Дарьяның әсәһе.  Ә ҡыҙҙың хыялы тураһында хатта иң яҡын кешеләре лә белмәгән. Дарья дүрт йәштән спорт гимнастикаһы менән шөғөлләә, бер туған ағаһы Артем – саңғыла уҙышыу спортын үҙ иткән. Ә әсәй менән атай, балаларын дәртләндереү яғынан бар мөмкинлектәрҙе лә ҡуллана. Бәләкәй генә спорт мәктәбендә барлығы 400-ҙән ашыу бала шөғөлләнә. Уларҙың араһында иң бәләкәйенә – 4 йәш, иң өлкәненә 17 йәш. Араларында чемпион исемен алғандары ла бар. Ике йыл элек ошо мәктәпкә йөрөгән балаларҙың ата-әсәләре ил президентына айырым ҙур бина һорап хат та яҙа. Тик әлегә тиклем үтенес яуапһыҙ ҡала. Бәлки кескәй спортсының мөрәжәғәтенән һуң хәлдәр ыңғай яҡҡа үҙгәрер, тип ышана улар. Махсус соҡор, йәш спортсылар өсөн бына ошондай ауыр элементтарҙы үтәү өсөн кәрәк….. әлегә улар паралон матрас ҡулланырға мәжбүр. Даша бындай ҡатмарлыҡтарға иғтибар итмәй. Үҙенең бәләкәй генә аҙымдары менән ҙур маҡсатҡа ынтыла, сөнки ил президентына ҙур үрҙәр яуларға һүҙ биргән бит ул.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика