Сараһыҙҙан ғауғасы данына дусар пациенттар

Министрлыҡтың яңы етәксеһе алдында етди бурыс тора. Был өлкәләге ҡатмарлы хәлде яйға һалыу. Мотлаҡ препаратһыҙ йәшәй алмаған сирлеләргә табиптарҙан айҙар буйына дарыу юҡ, көтөгөҙ тигән яуап алырға тура килә. Берәүҙәр иҫкергән дарыу эсергә, икенселәр кәрәк препаратты сит төбәктәрҙән һатып алырға, өсөнсөләр  прокуратура аша талап итергә мәжбүр. Инсулин шприцындағы дата юйылған, тик Регина Сидорова уяулығы менән уның эшләнгән көнөнән иҫәпләп үҙе сығарған – дарыуҙың файҙаланыу ваҡыты мартта уҡ сыҡҡан. Иң аянысы – инсулин уның алты йәшлек ҡыҙына бирелгән. Был хәлдән һуң әсә прокуратураға ғариза яҙа.  Әле тәфтиш комитеты тикшереү алып бара. Срогы сыҡҡан инсулинды Республика балалар клиник дауахаһында файҙаланғандар. Өфөлә йәшәгән Ксения Теплова ла бауыры күсереп ултыртылған балаһына ҡулланыу ваҡыты үткән препарат бирергә мәжбүр. Мәскәүҙә операция яһаған табиптар кәңәш иткән дарыуҙы Башҡортостанда алыу мөмкинлеге юҡ, ти Ксения. Ике йәшлек Полинаға талап ителгән дарыуҙарҙы һорап әсә республика һаулыҡ һаҡлау министрлығына мөрәжәғәт иткән. Тәүҙә көтөргә ҡуштылар, һуңынан тейешле дарыуҙың аналогын яҙып бирҙеләр, ти. Балаһын билдәһеҙ дарыуҙы һынау өлгөһө итергә ризалашмаған әсә булараҡ Ксения яңғыҙ түгел. Быйыл март айында шулай уҡ бауыр күсереү операцияһын үткәргән Никитаның ата-әсәһе лә мотлаҡ препаратты Мәскәүҙән һатып алырға мәжбүр. Екатерина Вершинина бала көн һайын ҡабул иткән дарыуҙар исемлеген күрһәтә. Никита өсөн бушлай бирелгән алмаш препараттар шулай уҡ айырым кәштәлә һаҡлана. Аналогтан баш тартһаң, һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы йәшәр өсөн мөһим препаратҡа мохтаждар исемлегенән бөтөнләй төшөрөп ҡалдыра. Тәртип шулай. Сирле балаһы тарыған хәлде тасуирлап Екатерина Вершинина Орджоникидзе район прокуратураһына ғариза яҙа. Хоҡуҡ һаҡлау органы ҡушылғас та дарыуҙар табылды, хәҙер ай һайын, тиерлек дарыуханаға саҡырып тап беҙгә кәрәк препаратты тапшыралар, ти ул. Республика һаулыҡ һаҡлау министрлығы беҙҙең үтенескә һуңыраҡ яуап бирергә вәғәҙә итте.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Урал батыр эпосы төрлө телдәрҙә яңғыраны | ГТРК «Башкортостан»

Урал батыр эпосы төрлө телдәрҙә яңғыраны

Үткан аҙнала Урал батыр эпосын яттан һөйләү буйынса халыҡ-ара конкурс утте. Унынсы тапҡыр уҙғарылған ижади бәйгене ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты һәм Социаль технологиялар институты уҙғарҙы. Конкурста ҡатнашыусылар һаны йыл һайын арта, тип билдәләй ойоштороусылар. Эпосты төрлө телдә һөйләнеләр....

27 января 2020
Смотреть видео 1 февралгә тиклем сүп-сар өсөн бурыстарҙы ҡаплау талабы ҡуйылған | ГТРК «Башкортостан»

1 февралгә тиклем сүп-сар өсөн бурыстарҙы ҡаплау талабы ҡуйылған

Быйыл яҙ төбәктә “RM: контейнер майҙансыҡтары” тигән автоматлаштырылған система эшләй башлай. Ул ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыу барышын даими күҙәтеүҙән ғибәрәт. Республика хөкүмәтендә үткән сираттағы видеоселектор кәңәшмәһендә төбәк операторҙары менән подрядчиктар араһында килешеү төҙөүҙе тиҙләтеү...

27 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя

25 ғинуар “Динамо” спорт комплексында студенттар көнө уңайынан ҙур сара ойошторола. Ҡунаҡтарҙы билдәле артистар сығышы, ҡиммәтле бүләктәр, дәртле йырҙар көтә. Әле сараға әҙерлек эштәре нисек бара?  Егерме мең квадрат метр майҙанды биләгән “Динамо” спорт комплексынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй...

24 января 2020
Смотреть видео Яугирҙарҙың исемдәре эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел | ГТРК «Башкортостан»

Яугирҙарҙың исемдәре эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел

75 йыл үткәндән һуң Венгрияны азат итеүҙә һәләк булған старшина Исрафил Ибраһимовтың ерләнгән урыны асыҡланған. Уның менән бергә  хәбәрһеҙ юғалған тағы 19 яугирҙың исемдәре табылған. Ибраһимовтар ғаиләһе  күптән  ырыу шәжәрәһен төҙөү менән ҡыҙыҡһына. Нәҫел ағасы әҙер, быуындар ебе...

24 января 2020
Смотреть видео Һыу ҙа, канализация ла юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Һыу ҙа, канализация ла юҡ

Башҡала үҙәгендә урынлашҡан иҫке йорт 1983-сө йылдарҙа уҡ авария хәлендә тип танылған. Әммә әлегә тиклем Миәс урамы, 42-се йортта йәшәүселәргә яңы торлаҡ бирелмәгән. Йортта бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт башҡарылмаған. Зәбирә Хөснийәрованың атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Бүлмә уға ваҡытлыса...

24 января 2020
Смотреть видео Башҡортостан спиртлы эсемлектәр сауҙаһын үҙгәртә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан спиртлы эсемлектәр сауҙаһын үҙгәртә

 Тәүге яңылыҡтарҙың береһе – байрам осоронда араҡы-шарап һатыуҙы сикләү. Суррогатҡа ҡаршы көрәштең һөҙөмтәһе юҡ түгел. Республикалаяңы йыл каникулдары осоронда спиртлы эсемлектәрҙе сикләү тураһындағы ҡанун бығаса көтөлмәгән һөҙөмтәләр биргән. Эш араҡы-шарап менән сауҙа итеүҙең 27 ...

24 января 2020
Смотреть видео Йәш балаларҙың үлем осрағы һанын кәметеү күрһәткесе буйынса Башҡортостанда ыңғай һөҙөмтәләр кәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Йәш балаларҙың үлем осрағы һанын кәметеү күрһәткесе буйынса Башҡортостанда ыңғай һөҙөмтәләр кәрәк

Был хаҡта Радий Хәбиров сәләмәтлек сәғәтенең сираттағы ултырышында белдерҙе. 2019 йылдың 11 айында республикала тыуған мең баланың һәр бишенсеһе һәләк булған. Сәләмәтлек сәғәтенең Республика клиника перинаталь үҙәгендә ойошторолған күсмә ултырышында яңы тыуған балаларҙың үлем осрағын кәметеү,...

24 января 2020
Смотреть видео Өфөлә Төркиәнең почетлы консуллығын асырға планлаштыралар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Төркиәнең почетлы консуллығын асырға планлаштыралар

 Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Мехмет Самсар менән осрашыуҙа белдерҙе. Республикалар тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, әммә ике яҡ та был бәйләнеште тағы ла нығытырға кәрәк, тигән фекерҙә. Әлеге мәлдә Башҡортостан менән Төркиә...

24 января 2020
Смотреть видео Төҙөп бөтөргә ярамай емерергә... | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөп бөтөргә ярамай емерергә...

“Автомобилист” баҡса йорто ҡасабаһында йәшәүселәргә йортһоҙ тороп ҡалыу ҡурҡынысы янай. Асыҡланыуынса, милекселәрҙең ер бүлемдәре ауыл хужалығы ихтыяжы өсөн тәғәйенләнгән. Урындағы халыҡ өй һатып алғанда бөтә документтар ҙа теүәл ине, тип билдәләй.  Купцовтар ғаиләһе йәшәгән йорттоң икенсе...

23 января 2020
Смотреть видео Ауыл медицинаһы | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл медицинаһы

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре ил Президенты ҡушыуы буйынса ауыл медицинаһы торошона етди иғтибар итәсәк. Республика был йәһәттән эҙмә-эҙлекле эш бара, быйыл 90 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк. Ауыл кешеләре хәҙер ашығыс медицина ярҙамы машинаһын үҙҙәре саҡыра, ә фельдшер-акушер пункттары...

23 января 2020
Яндекс.Метрика