Табиптан тикшерел

Республиканың медицина-генетика үҙәгендә айырым йүнәлеш буйынса эшләүсе табиптар  пациенттарҙы ҡабул итә башланы. 35 йәшен саҡ тултырған, ике бала әсәһе  Альмира Ғәрифуллина ярты йыл элек инсульт кисерә. Нәҫелдә бындай сиргә дусар булыусылар юҡ, ти ул. Шуға ла табиптар ҡатынды медицина-генетика үҙәгендәге неврологта тикшертеү өсөн  йүнәлтмә бирә. Бында белгестәр кеше генетикаһын өйрәнеп төрлө ауырыуҙарҙан дауа эҙләй. Әлеге ваҡытта үҙәктә невролог, онколог, кардиолог һәм гемотолог  ҡабул итә. Киләсәктә үҙәктә заманса технологиялар менән йыһазландырылған биш лаборотория асылыуы күҙаллана. Унда генетик тикшереү эштәре лә башҡарыласаҡ. Молекуляр генетика алымдарын индереү республикала һәр пациенттың генетик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып дауалау мөмкинлеген бирә. Үҙәк нәҫел, онкология һәм социаль ауырыуҙарҙы молекуляр-генетика алымдары ярҙамында иҫкәртергә, дауалау алымдарын билдәләргә киң мөмкинлектәр аса.Үҙәктә элек генетик яҡтан тик йөклө ҡатындар ғына тикшерелһә, быйылдан алып үҙ һаулығын  тикшерергә теләгән һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн бары тик участка терапевтынан  юллама алыу ҙа етә.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ишле ғаиләләрҙән беренсе класс уҡыусыларына бушлай мәктәп тауарҙары биреләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Ишле ғаиләләрҙән беренсе класс уҡыусыларына бушлай мәктәп тауарҙары биреләсәк

Башҡортостанда аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән беренсе класс уҡыусылары бушлай мәктәп кәрәк-яраҡтары аласаҡ. Республика Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары был хоҡуҡты ҡанун менән нығытты. Һуңғы өс йылда мәктәп кәрәк-яраҡтары республика Хөкүмәте бойороҡтары нигеҙендә бүленеп килде. Уҙған йылда 19...

4 июня 2018
Смотреть видео Праймериз-алдан һайлау, асыҡ һайлау | ГТРК «Башкортостан»

Праймериз-алдан һайлау, асыҡ һайлау

Башҡортостанда берҙәм алдан тауыш биреү көнөндә 662 иҫәп участкаһы эшләне. Шуларҙың 77-һе — Өфөлә. «Берҙәм Рәсәй» беренсе тапҡыр асыҡ праймериз уҙғарҙы. Ошо ысул менән сәйәси фирҡә артабан үҙ исеменән депутатлыҡҡа кандидат күрһәтеү мәсьәләһен хәл итә. Тейешле күләмдә тауыш йыйған кандидаттар иһә...

4 июня 2018
Смотреть видео Тағы ла бер үлемесле авария | ГТРК «Башкортостан»

Тағы ла бер үлемесле авария

Ҡырмыҫҡалы районындағы үлемесле аварияға бәйле бөгөн яңы мәғлүмәт билдәле булды. “Лада Калина” водителенә 26 йәш. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ул юл ҡағиҙәләрен боҙған. Әммә аварияла кемдең ғәйепле икәнен тәфтишселәр асыҡлаясаҡ. Кисә Лада автомобиле боролошҡа ингән КАМАЗ-ға барып бәрелде. Еңел...

4 июня 2018
Смотреть видео Тәбиғәт көйһөҙләнеүен дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Тәбиғәт көйһөҙләнеүен дауам итә

Бер көндә ҡар, иртәгәһенә ямғыр яуа. Өфөлә бөгөнгө иртәнге ҡойма ямғыр юлдарҙа хәрәкәтте туҡтатты тиерлек. Бер-нисә минут эсендә башҡала урамдары ямғыр һыуҙары менән тулды. Юлдарҙың айырым өлөштәренән бөтөнләй үтерлек түгел ине.   Синоптиктар мәғлүмәттәренә ҡарағанда, иртәгәнән көндәрҙе...

4 июня 2018
Смотреть видео Рәсәй-Башҡортостан радиоһы һәр йортта | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй-Башҡортостан радиоһы һәр йортта

Беҙҙең яратып тыңлаған радиобыҙ заманса форматҡа-ФМ диапазонға күсә. Әле 20 районда һынау бара. Хәҙер төбәк халҡы яратҡан радиоһын өйҙә лә, юлда ла тыңлай ала. Әйткәндәй, бөгөндән тапшырыуҙарҙың сығыу ваҡыты үҙгәрә. Рәсәй-Башҡортостан радиоһында эфир ваҡыты артып, милли телдәргә иғтибар күберәк...

1 июня 2018
Смотреть видео Бөгөн балаларҙың бөтә теләктәре бойомға аша | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн балаларҙың бөтә теләктәре бойомға аша

Ошо туралағы ҡарар 1925 йылда Женева ҡалаһында балалар именлеге мәсьәләләренә арналған Бөтә донъя конференцияһында ҡабул ителгән.Икенсе донъя һуғышынан һуң, Парижда 1949 йылда ҡатын-ҡыҙҙар конгресы үтә, унда ҡатнашыусылар балаларҙың берҙән-бер бәхет гарантияһы - донъяла тыныслыҡ булдырыу тураһында...

1 июня 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мәскәү өлкәһендә Рәсәйҙә эшләнгән ТУ-214 ОН самолетын тикшереүҙең сираттағы өлөшө уңышлы тамамланды. Авиалайнер  “Асыҡ һауа” килешеүендә ҡатнашыусылар-56 ил белгестәре алдында дүрт тапҡыр осоп үтте. Самолет сентябрҙә һуңғы тапҡыр тикшереү үтәсәк. Бельгияның Льеж ҡалаһы үҙәгендә атыш...

1 июня 2018
Смотреть видео Малсылыҡ тармағын үҫтереү буйынса түңәрәк өҫтәл үтте | ГТРК «Башкортостан»

Малсылыҡ тармағын үҫтереү буйынса түңәрәк өҫтәл үтте

Республикала малсылығы тармағын үҫтереү буйынса ауыл хужалығы министрлығында түңәрәк өҫтәл үтте. Кооператив етәкселәре, шәхси эшкыуарҙар, фермерҙар ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов менән көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Башҡортостандың бөтә райондары ла ит малсылығын үҫтереү өсөн әҙер. Иң...

1 июня 2018
Смотреть видео Республикала барлыҡ бюджеттарға ла һалым йыйыу яҡшырған | ГТРК «Башкортостан»

Республикала барлыҡ бюджеттарға ла һалым йыйыу яҡшырған

Бөгөн Башҡортостан һалым хеҙмәтенең киңәйтелгән ултырышы үтте. Унда билдәләүенеүсә, 3 ай эсендә төбәктә 113 миллиард 764 миллион һум һалым йыйылған. Был уҙған йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 46 ярым процентҡа күберәк. Ә Башҡортостан тупланма ҡаҙнаһына 48 миллиард һум күсерелгән. Республика...

1 июня 2018
Яндекс.Метрика