Табиптан тикшерел

Республиканың медицина-генетика үҙәгендә айырым йүнәлеш буйынса эшләүсе табиптар  пациенттарҙы ҡабул итә башланы. 35 йәшен саҡ тултырған, ике бала әсәһе  Альмира Ғәрифуллина ярты йыл элек инсульт кисерә. Нәҫелдә бындай сиргә дусар булыусылар юҡ, ти ул. Шуға ла табиптар ҡатынды медицина-генетика үҙәгендәге неврологта тикшертеү өсөн  йүнәлтмә бирә. Бында белгестәр кеше генетикаһын өйрәнеп төрлө ауырыуҙарҙан дауа эҙләй. Әлеге ваҡытта үҙәктә невролог, онколог, кардиолог һәм гемотолог  ҡабул итә. Киләсәктә үҙәктә заманса технологиялар менән йыһазландырылған биш лаборотория асылыуы күҙаллана. Унда генетик тикшереү эштәре лә башҡарыласаҡ. Молекуляр генетика алымдарын индереү республикала һәр пациенттың генетик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып дауалау мөмкинлеген бирә. Үҙәк нәҫел, онкология һәм социаль ауырыуҙарҙы молекуляр-генетика алымдары ярҙамында иҫкәртергә, дауалау алымдарын билдәләргә киң мөмкинлектәр аса.Үҙәктә элек генетик яҡтан тик йөклө ҡатындар ғына тикшерелһә, быйылдан алып үҙ һаулығын  тикшерергә теләгән һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн бары тик участка терапевтынан  юллама алыу ҙа етә.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Эт-сик һаҡсыһының тоғро дуҫы | ГТРК «Башкортостан»

Эт-сик һаҡсыһының тоғро дуҫы

Уларҙы төрлө командаларҙы теүәл үтәргә ҡайҙа өйрәтәләр?  Ляхов ауылында урынлашҡан кинологтар мәктәбенә Айгиз Йомағужин Сэйлон ҡушаматлы эте менән Өфөнөң Дим районы эске эштәр бүлегенән килгән. Бала сағынан эттәр яратҡан егет, хеҙмәт итеп ҡайтҡас, полицияға кинолог булып эшкә урынлаша....

28 мая 2018
Смотреть видео Сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл

Сик буйы ғәскәрҙәре Рәсәй Ҡораллы көстәренең  иң мобиль төркөмдәренең береһе. Йөҙҙәрсә мең саҡырымға һуҙылған сик именлеген тәьмин итеү тап улырҙың бурысы. Был исемлектә ҡоро ер генә түгел. Шулай уҡ диңгеҙ һәм һауа сиктәре лә бар. 

28 мая 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Урта диңгеҙҙә мигранттарҙы ҡотҡарған “Һыуғояр” судноһы бортында сабый донъяға килгән. Ҡотҡарыусылар хәбәр итеүенсә, Ливиянан ҡасаҡтар һаны ҡырҡа артҡан. Һуңғы арала ике көндә генә улар Сицилияҡа 2 мең кеше килтергән.Санкт-Петербургта билдәле спортсы Рәсүл Абакаров ике минут эсендә күпер секциялары...

28 мая 2018
Смотреть видео Башҡортостандың ауыл хужалығына кәмендә 14 миллиард ярым һум инвестиция йәлеп ителәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың ауыл хужалығына кәмендә 14 миллиард ярым һум инвестиция йәлеп ителәсәк

Петербур халыҡ-ара иҡтисади форумында республика бер нисә эре компания менән  килешеүҙәр төҙөнө. Яңы предприятиелар Баҡалы, Туймазы һәм Асҡын райондарында төҙөләсәк. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов эшлекле конгресста Рәсәйҙең сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәксеһе менән дә осрашты. Унда Өфөлә...

28 мая 2018
В двух молочных фермах начались восстановительные работы | ГТРК «Башкортостан»

В двух молочных фермах начались восстановительные работы

В Зианчуринском районе возобновила работу сельскохозяйственная ферма. В ее составе: крупная молочно-товарная ферма и сельхозугодия, которые пустовали с 2015 года. Наши корреспонденты не раз выезжали на место. В итоге, к решению проблемы удалось подключить власти региона. Нашелся инвестор, который...

28 мая 2018
Смотреть видео Вьетнам илсеһе тәүге эшлекле сәфәрен Башҡортостандан башланы | ГТРК «Башкортостан»

Вьетнам илсеһе тәүге эшлекле сәфәрен Башҡортостандан башланы

Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәйҙәге илсеһе үҙ вазифаһындағы тәүге эшлекле сәфәрен Башҡортостандан башланы. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов был дәүләт вәкилдәре менән осрашты. Нго Дык Мань әфәнденең Рәсәй субъекттары араһынан беҙҙең төбәкте һайлауының сәбәбе - тәбиғи сығанаҡтарға бай...

28 мая 2018
Смотреть видео Ямғырҙар аҙна аҙағынаса дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Ямғырҙар аҙна аҙағынаса дауам итә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһы был көндәрҙә юлдарҙа айырыуса һаҡ булырға кәңәш итә. Ямғыр яуыу сәбәпле асфальт тайғаҡҡа әйләнә. Шуға ла билдәләнгән тиҙлекте һаҡлау, ҡапыл боролмау хәйерлерәк. Ямғырҙар, синоптиктар хәбәр итеүенсә, аҙна аҙағынаса дауам итә.

28 мая 2018
Смотреть видео Әлкә ауылы янында ауыр йөк машинаһы янды | ГТРК «Башкортостан»

Әлкә ауылы янында ауыр йөк машинаһы янды

Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Шулай уҡ әлегә янғын сәбәптәре лә билдәле түгел. Кабина тулыһынса янып бөткән, йөккә зыян килмәгән, тип хәбәр итә шаһиттар.

28 мая 2018
Смотреть видео Альп алмаһы сәскә атты | ГТРК «Башкортостан»

Альп алмаһы сәскә атты

Ҡала баҡсаларының береһен биҙәп йыл да сәскә аткан декоратив алмағас йәнә Өфө халҡы иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Хуш еҫле алһыу сәскәләр эргәһендә йәштәр кемуҙарҙан сэлфи яһап, рәссамдар сағыу картиналар яҙып, паркка килгән һәр кем гүзәллектең ләззәтен татып ҡалырға ашыға.  Алмағастың ҡырағайы...

25 мая 2018
Смотреть видео Боронғо кәсеп | ГТРК «Башкортостан»

Боронғо кәсеп

Борон-борондан халҡыбыҙ ҡул эштәренә маһир булған. Әле һирәк булһа ла боронғо кәсеп менән шөғөлләнеүсе оҫтабикәләр осрай. Шундайҙарҙың береһе, халҡыбыҙҙың ҡабатланмаҫ ҡул эштәрен тергеҙеүҙә үҙ көсөн йәлләмәгән, кешеләргә матурлыҡ өләшеүсе   Нурия Ҡыуандыҡова Ейәнсура районында йәшәй....

25 мая 2018
Яндекс.Метрика