Табиптан тикшерел

Республиканың медицина-генетика үҙәгендә айырым йүнәлеш буйынса эшләүсе табиптар  пациенттарҙы ҡабул итә башланы. 35 йәшен саҡ тултырған, ике бала әсәһе  Альмира Ғәрифуллина ярты йыл элек инсульт кисерә. Нәҫелдә бындай сиргә дусар булыусылар юҡ, ти ул. Шуға ла табиптар ҡатынды медицина-генетика үҙәгендәге неврологта тикшертеү өсөн  йүнәлтмә бирә. Бында белгестәр кеше генетикаһын өйрәнеп төрлө ауырыуҙарҙан дауа эҙләй. Әлеге ваҡытта үҙәктә невролог, онколог, кардиолог һәм гемотолог  ҡабул итә. Киләсәктә үҙәктә заманса технологиялар менән йыһазландырылған биш лаборотория асылыуы күҙаллана. Унда генетик тикшереү эштәре лә башҡарыласаҡ. Молекуляр генетика алымдарын индереү республикала һәр пациенттың генетик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып дауалау мөмкинлеген бирә. Үҙәк нәҫел, онкология һәм социаль ауырыуҙарҙы молекуляр-генетика алымдары ярҙамында иҫкәртергә, дауалау алымдарын билдәләргә киң мөмкинлектәр аса.Үҙәктә элек генетик яҡтан тик йөклө ҡатындар ғына тикшерелһә, быйылдан алып үҙ һаулығын  тикшерергә теләгән һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн бары тик участка терапевтынан  юллама алыу ҙа етә.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Күҙгә төшкән сүп кеүек | ГТРК «Башкортостан»

Күҙгә төшкән сүп кеүек

Өфөлә йәшәүсе Адель Башарова хирургтар менән судлашырға мәжбүр. Күҙҙәре насар күреү сәбәпле, ул офтальмологтарға мөрәжәғәт итеп, лазер операцияһын эшләтә. Әммә операциянан һуң, ул күҙенең эсендә салфетканың ебе тороп ҡалыуын күрә.  Адель Башарованың күҙҙәре бәләкәй сағынан уҡ насар күргән....

23 июля 2018
Смотреть видео Рәсәйәҙәге иң ҙур һабантуй | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйәҙәге иң ҙур һабантуй

Рәсәйәҙәге иң ҙур һабантуй 200 меңдән ашыу кешене йыйған.  Байрам Мәскәүҙең көньяғында "Коломенское" музей-ҡурсалыҡ биләмәһендә үтте. Унда башҡорт һәм татар ауылдары ҡоролғайны. Ҡунаҡтар был халыҡтарҙың көнкүреше һәм мәҙәниәте менән таныша алды. Теләүселәргә милли ризыҡтарҙы әҙерләү һәм төрлө...

23 июля 2018
Смотреть видео Башҡортостанда иман йорттары берәүгә артты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда иман йорттары берәүгә артты

Әбйәлил районының Шәрип ауылында аҙан тауышы яңғыратып мәсет асылды. Әбйәлил районының тағы ла бер-нисә ауылында быйыл иман йорттары үҙ ишектәрен асасаҡ. Шәрип ауылында борондан диндарҙар күп булған, бында революцияға тиклем мәҙрәсә лә эшләгән. Үкенескә ҡаршы, совет осоро елдәре был төбәкте лә урап...

20 июля 2018
Смотреть видео Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙар | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һайлауҙар

9 сентябрь -  Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға депутаттар һайлау көнө. 5-се саҡырылыш депутаттары июнь айында һуңғы ултырыштарын үткәрҙе.  Әле һайлау кампанияһын ойоштороу эштәре бара. Ул тағы ла ай ярым дауам итәсәк. Бөгөн Хәйерле иртә, республика тапшырыуында телевизор ҡараусыларҙы...

20 июля 2018
Смотреть видео Ил президенты Владимир Путин яңы маҡтаулы исем тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы | ГТРК «Башкортостан»

Ил президенты Владимир Путин яңы маҡтаулы исем тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы

Ул “Рәсәйҙең атҡаҙанған мәғлүмәт һәм элемтә хеҙмәткәре” һәм “Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисты” тип аталасаҡ. Яңы указ менән бергә был исемдәрҙе алыу ҡағиҙәләре лә раҫланды. Дәүләт наградаһына ярашлы ғәмәлдәге законға тейешле үҙгәрештәр индерелде. Владимир Путин билдәләүенсә, журналист һөнәре ул мөһим...

20 июля 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Дуҫ, йәки дошман. Америка Ҡушма штаттары президенты Владимир Путинды Вашингтонға ҡунаҡҡа саҡырған. Беҙҙең ил башлығы менән Дональд Трамтың осрашыуы көҙгә билдәләнеүе ихтимал. Уларҙың Хельсинкилағы һөйләшеүҙәрҙән һуң, Америка лидерын үҙен бик йомшаҡ тотҡаны өсөн тәнҡитләһәләр ҙә, ул  Путин...

20 июля 2018
Смотреть видео Урман хужалыҡтары яңы техника менән йыһазландырыласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Урман хужалыҡтары яңы техника менән йыһазландырыласаҡ

Ағас ҡырҡыу, сығарыу һәм ташыу өсөн махсус машиналарҙан тыш хужалыҡтар ябай тракторҙарға  ла мохтаж. Улар янғын һүндереү, урман һыҙаттарын тәртиптә тотоу кеүек ҡәҙимге эштәрҙә ҡулланыла. Республика хөкүмәте президиумы “Ҡырҡынды файҙалы үҙләштереү саралары тураһында” инициативалы проектты...

20 июля 2018
Смотреть видео Өфөлә йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәре бара | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәре бара

Ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар ҡаҙналыҡтарҙы йүнәтә, йылылыҡ үткәреүсе трассаларҙа торбалар алыштырыла. Быйыл мәҫәлән, Өфө инженерҙар селтәрҙәре баш ҡалала яҡынса 1 мең 500 метр йылылыҡ үткәреүсе торбалар алыштыралар. Ҡаҙанлыҡтарҙа төплө ремонт бара. Белгестәр әйтеүенсә, бөтә эштәр ҙә...

20 июля 2018
Смотреть видео Боҙборсаҡ ямғыры | ГТРК «Башкортостан»

Боҙборсаҡ ямғыры

Республикала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы дауыл хәүефе тураһында иҫкәртеүҙе дауам итә. Кисә генә Мәләүездә эре боҙборсаҡ яуған. Урындағы халыҡ тәбиғәттең был күренешен фото һәм видеоға төшөрөп интернет селтәренә һалған. Гидрометереология үҙәге хеҙмәткәрҙәре бөгөн дә Башҡортостанда көслө ел...

20 июля 2018
Смотреть видео Енәйәтсе үҙ хөкөмөн алды | ГТРК «Башкортостан»

Енәйәтсе үҙ хөкөмөн алды

Бөгөн ҙур транспорт компанияларының береһе етәксеһе урынбаҫары Альфред Исламовтың енәйәт эше буйынса суд ҡарары сыҡты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр март айында ул танышы Әмирйән Вәлиуллинды үлтереүҙә ғәйепләнеп, ҡулға алынғайны. Әмирйән Вәлиуллин ҡала – ара рейстарҙы хеҙмәтләндереүсе бер-нисә автобус...

20 июля 2018