Табиптан тикшерел

Республиканың медицина-генетика үҙәгендә айырым йүнәлеш буйынса эшләүсе табиптар  пациенттарҙы ҡабул итә башланы. 35 йәшен саҡ тултырған, ике бала әсәһе  Альмира Ғәрифуллина ярты йыл элек инсульт кисерә. Нәҫелдә бындай сиргә дусар булыусылар юҡ, ти ул. Шуға ла табиптар ҡатынды медицина-генетика үҙәгендәге неврологта тикшертеү өсөн  йүнәлтмә бирә. Бында белгестәр кеше генетикаһын өйрәнеп төрлө ауырыуҙарҙан дауа эҙләй. Әлеге ваҡытта үҙәктә невролог, онколог, кардиолог һәм гемотолог  ҡабул итә. Киләсәктә үҙәктә заманса технологиялар менән йыһазландырылған биш лаборотория асылыуы күҙаллана. Унда генетик тикшереү эштәре лә башҡарыласаҡ. Молекуляр генетика алымдарын индереү республикала һәр пациенттың генетик үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып дауалау мөмкинлеген бирә. Үҙәк нәҫел, онкология һәм социаль ауырыуҙарҙы молекуляр-генетика алымдары ярҙамында иҫкәртергә, дауалау алымдарын билдәләргә киң мөмкинлектәр аса.Үҙәктә элек генетик яҡтан тик йөклө ҡатындар ғына тикшерелһә, быйылдан алып үҙ һаулығын  тикшерергә теләгән һәр кем мөрәжәғәт итә ала. Бының өсөн бары тик участка терапевтынан  юллама алыу ҙа етә.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Абхазияла көньяҡ хәрби округтың һауа десанты күнекмәләр сиктәрендә яр буйын шартлы дошмандан һаҡлау өсөн Гудаута полигонына төштө. Күнекмәлә 2 мең 500 хәрби, 600 берәмеа техника, шул иҫәптән “Аллигатор” вертолеттары ҡатнашҡан. Ленинград өлкәһендәге “Петрофлекс” заводында янғын сыҡҡан. Фажиғә...

14 августа 2018
Смотреть видео Стәрлетамаҡта пенсионерҙы туҡмаған егет бәйләнешкә сыҡҡан | ГТРК «Башкортостан»

Стәрлетамаҡта пенсионерҙы туҡмаған егет бәйләнешкә сыҡҡан

Мин бер кемдән дә ҡасмайым, эшкә киттем тип яҙған ул үҙенең социаль селтәрҙәге битендә. Оло йәштәге ирҙе туҡмаусы егеткә 25 йәш, уның исеме Динислам. Пенсионер автомобиль водителенә иҫкәртеү яһағас, егет машинаһынан сығып уға ташлана һәм туҡмай башлай. Быны яҡындағы автомобилдең видео теркәүесе...

14 августа 2018
Смотреть видео Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе  ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең оҫталығын һынай | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренең оҫталығын һынай

Ил  Президенты гранты иҫәбенә  үткәрелгән «Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡулдары менән» Бөтә Рәсәй фестиваленең һайлап алыу туры үтеп, финалистар исемлеге асыҡланды. Улар араһында Башҡортостандан да оҫтабикә бар. Кем ул? Ләйсән Тимербулатова таныштыра. «Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡулдары менән» Бөтә Рәсәй...

13 августа 2018
Смотреть видео Тажикстанда махсус миссия | ГТРК «Башкортостан»

Тажикстанда махсус миссия

Таджикистанға командировкаға ебәрелгән Башҡортостан уҡытыусылары контрактты тағы ла 1 йылға оҙайтҡан. Федераль проект буйынса былтыр Таджик республикаһы мәктәптәренә Рәсәйҙән 30 мөғәллим ебәрелгәйне. Иң ҙур делегация Башҡортостандан – 10 уҡытыусы. Уларға киләһе уҡыу йылында тағы ла 3-әү ҡушыла....

13 августа 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Румыния генераль прокуратураһы Бухареста хөкүмәткә ҡаршы акцияла тәртип һаҡлаған жандармдарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты. Ил президенты ла манифестацияла ҡатнашыусыларҙы ҡыуғандда хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡулланған алымдарҙы тәнҡитләгән. 450-ләп кеше йәрәхәтнгән акцияла ҡатнашыусылар парламентты таратып,...

13 августа 2018
Смотреть видео Инорс биҫтәһендәге урмандың  һаҙлыҡ арҡаһында юҡҡа сығыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Инорс биҫтәһендәге урмандың һаҙлыҡ арҡаһында юҡҡа сығыуы ихтимал

Урындағы халыҡ йәшеллекте һаҡлап алып ҡалыу өсөн көрәшә. Бар ғүмерен ошонда үткәргән Виктор Куванин ағастарҙың күҙ алдында сереүен тыныс ҡына кисерә алмай. Бар бәләне ул йылғаны ҡом-тупраҡ менән ҡаплаған хакимиәткә япһара.Урман һаҙлыҡтан ғына түгел, ә бында килтереп түккән суп-сарынан дә зыян күрә....

13 августа 2018
Смотреть видео Хәйбулла районында-ҡоролоҡ | ГТРК «Башкортостан»

Хәйбулла районында-ҡоролоҡ

Республиканың бик күп райондарында ямғырҙар яуып торһа, Хәйбулла районында-ҡоролоҡ. Ошоға тиклем районда бер тапҡыр ҙа тиерлек ямғыр яуғаны юҡ. Сәсеүлектәрҙең 42 проценты зыян күргән. Шуға ла районда климат шарттарына яраҡлаштырылған бойҙайҙың 50-нән ашыу сорты һынау үтә.

13 августа 2018
Смотреть видео Республикаға тағы ла эҫе көндәр килде | ГТРК «Башкортостан»

Республикаға тағы ла эҫе көндәр килде

Бөгөн һауа температураһы 27-29 градусҡа тиклем күтәреләсәк.Яуым-төшөм көтөлмәй. Ел дә талғын ғына иҫәсәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы был көндәрҙә янғын сығыу ихтималлығы юғары булыу тураһында иҫкәртә. Айырыуса, Хәйбулла районында. Тәбиғәткә ял итергә сығыусыларға янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен...

13 августа 2018
Смотреть видео Сәләмәт булһын кескәйҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәт булһын кескәйҙәр

Республика кардиология үҙәгендә “Башҡортостан сабыйҙарына-сәләмәт йөрәктәр” проекты сиктәрендә Өфө табиптары менән берлектә Мәскәү һәм Томск ҡалаһы кардиохирургтары биш йәшлек балаға ҡатмарлы операция эшләне. Тыумыштан йөрәк кәмселеге менән ауырыған сабыйға яңы махсус протез-кондуит ҡуйылды. ...

10 августа 2018
Смотреть видео Хәйбулла районында урман янғындары сығыу хәүефе юғары булып ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Хәйбулла районында урман янғындары сығыу хәүефе юғары булып ҡала

Башҡортостан биләмәһендә үткән тәүлектә 1 ярым гектар майҙанда өс урында урман янғын сыҡҡан. Йыл башынан республикала ошондай 118 янғын теркәлгән. Бөгөн республикала янғындарға бәйле хәл тотороҡло. Тик Хәйбулла районында ғына урман янғындары сығыу хәүефе юғары булып ҡала.

10 августа 2018
Яндекс.Метрика