Ҡаланың бер осонан икенсеһенә - медицина тикшеренеүе артынан

Өфөнөң үҙәгендә йәшәгән әсәләргә табиптарға күренеү өсөн бәләкәй сабыйҙары менән алыҫ араға йөрөгә тура килә. Ә яңы төҙөлгән микрорайондарҙа поликлиникалар бөтөнләй юҡ.

Бер йәше тулған һәр балаға мотлаҡ медицина тикшереүнеүе үтергә кәрәк. Шуға йәш әсә Зилә Авзалова йәшәгән урыны буйынса Өфөнөң 6-сы балалар поликлиникаһына ҡыҙын алып килде. Тик медицина учреждениеһында ремонт барыуы асыҡлана. Шуға табиптарҙы башҡа поликлиникаларға күсергәндәр.Кәм тигәндә баланы 8 белгескә күрһәтергә кәрәк. Ә поликлиникала тик педиатр ғына ҡабул итә. Башҡаларына эләгер өсөн ҡаланың төрлө тарафтарына барырға тура киләсәк.

Йәдкәровтар ғаиләһе лә ошо уҡ поликлиникаға беркетелгән. Бер айлыҡ Рамзанға ла медицина тикшеренеүе үткәрер өсөн улар бөтә ғаилә менән ҡала үҙәгенән Затон биҫтәһенә йыйына. Ике өлкән балаһын ҡалдырырға кеше юҡ, ә тормош иптәше әсәгә ярҙамлашыр өсөн бөтөнләй эшенән һорап киткән. Ҡала үҙәгендә табиптар юҡ, ә поликлиникалар — ҡала ситендә. Кузнецов затонында йәшәүселәр ҙә медицина ярҙамы артынан алыҫтағы поликлиникаларға йөрөргә мәжбүр. Яңы микрорайонда ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп ҡатлы йорттар ҡалҡып сыҡҡан, ә медицина учреждениелары юҡ. Әлбиәттә, барыһы ла бер юлы була алмай, әммә мөһим социаль объекттар ваҡытында төҙөлһөн ине, ти урындағы халыҡ.

Әйтергә кәрәк, районда башлыса күп балалы ғаиләләр һәм өлкән йәштәгеләр йәшәй. Айырым ҡатлам граждандарға тәғәйенләнгән йорттар ҙа бар. Медицина учреждениеларына һәм белгестәргә ҡытлыҡ проблемаһы менән Паралимпия чемпионы, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов та яҡшы таныш. Балалары менән дауаханаға мөрәжәғәт иткәндә һыу буйы оҙонлоғо сираттар һәм унда яңы тыуған сабыйҙарҙың да булыуы уны борсоуға һала.  Депутат әйтеүенсә, ун мең кешегә кәмендә 12 терапевт-педиатр булырға тейеш. Бының өсөн яңы медицина учреждениеларын төҙөргә, ә туҡтап ҡалғандарын яңынан тергеҙергә кәрәк

. Өфөлә поликлиникалар етмәү һәм социаль инфраструктура төҙөү кәрәклеге тураһында Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдергәйне. Өфө ҡала хакимиәте был мәсьәләне  тиҙ арала ыңғай хәл итеү ысулын тәҡдим итте. Йорттар төҙөүселәр мәктәп, балалар баҡсалары һәм поликлиникалар төҙөүгә йәлеп ителеүе ихтимал. Йәғни, төҙөүселәр ғәмәлдәге инвестиция килешеүҙәре сиктәрендә был бурысты үҙҙәренә алыуы мөмкин, тип белдерҙе.  

 

Подпишитесь на нас в Google Новости


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 каналында Салауат театры көнө | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 каналында Салауат театры көнө

Башҡортостан 24 каналында тематик көндәр дауам итә. Был юлы беҙҙә ҡунаҡта Салауат башҡорт дәүләт драма театры булды. Сара телеүҙәк алдында тамаша менән асылды. Театр артистары милли батырыбыҙ, шағир-ипровизатор Салауат Юлаев тураһында шиғыр уҡып ишеттерҙе һәм Салауат ҡалаһы тураһында йыр башҡарҙы....

17 июня 2021
Смотреть видео Шишмә емеш-еләк питомнигында баҡса еләге миҙгеле башланған | ГТРК «Башкортостан»

Шишмә емеш-еләк питомнигында баҡса еләге миҙгеле башланған

Яңы технология буйынса ултыртылған баҡса еләге быйыл беренсегә  уңыш биргән. Унда 2019 йылдан алып баҡсасылыҡ һәм еләкселекте үҫтереү буйынса инвестицион проект ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы махсус алым  ярҙамында 33 гектар  майҙанда баҡса еләге ултыртылған. Емеш үҫтереү өсөн тамсылап...

17 июня 2021
Смотреть видео “Ҡарағай” шифаханаһы ял итеүселәр өсөн йәнә асыҡ | ГТРК «Башкортостан»

“Ҡарағай” шифаханаһы ял итеүселәр өсөн йәнә асыҡ

Тапбитар дауаханаларҙа ғына түгел, шифаханаларҙа ла кешеләрҙең һаулығы һағында. Башҡортостаныбыҙҙың күркәм шифаханаларының береһе – Ҡарағай, ял итеүселәр өсөн йәнә асыҡ. Бер йыл самаһы ул ковид обсерват булараҡ эшләне. Был ваҡыт арауығында ял йорто танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Бөтә корпустар ҙа...

17 июня 2021
Смотреть видео 500 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған табиптар династияһы | ГТРК «Башкортостан»

500 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған табиптар династияһы

Өфөлә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған байрам саралары үтә.  Тармаҡ алдынғыларын дәүләт һәм республика наградалары менән бүләкләйәсәктәр. Шулай уҡ, баш ҡалала медицина хеҙмәткәрҙәренең парады уҙғарыла. Әйткәндәй, Башҡортостанда бөтәһенә бер һөнәр һәм 500 йыллыҡ хеҙмәт стажы булған...

17 июня 2021
Смотреть видео Өфөлә “Горилла ММА” турниры уҙҙы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Горилла ММА” турниры уҙҙы

Өфө “Горилла ММА” турнирының 34-се серияһын ҡабул итте. Бер кистә баш ҡала тамашасылары 11 көрәш ҡарай алды. Әйткәндәй, улар араһында дүрт спортсы Башҡортостан исемен яҡланы. Әҙерләнеү бүләмәһендә үҙенсәлекле атмосфера. Һәр спортсы майҙанға сығып уңышлы сығыш яһарға теләй. Ейәнсура районы егете...

16 июня 2021
Смотреть видео “Ретро шлягер” конкурсы | ГТРК «Башкортостан»

“Ретро шлягер” конкурсы

Улар халыҡ йырҙарына бәрәбәр. Ишембайҙа республиканың мәҙәни тарихында беренсе тапҡыр “Ретро шлягер” конкурсы үтте. Башҡортостан кимәлендә уҙғарылһа ла, конкурсты бөгөндән федераль күләмдә тип атарға мөмкин. Ҡатнашыусылар географияһы ошоно дәлилләй. Әйткәндәй, беҙҙең телекомпания был ярыштың...

16 июня 2021
Смотреть видео Динар Ғилметдинов отставкаға китте | ГТРК «Башкортостан»

Динар Ғилметдинов отставкаға китте

Башҡортостандың баш Дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов отставкаға китте. Был турала ул кисә “Рәсәй” медиа-үҙәгендә үткән матбуғат конференцияһында иғлан итте. Динар Заһит улы үҙенең етәкселеге аҫтында күп йылдар эшләгән юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторҙарына һәм республика халҡына...

16 июня 2021
Смотреть видео Балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны | ГТРК «Башкортостан»

Балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны

Башҡортостанда 14 йәшкәсә балалар араһында коронавирус менән сирләүселәр һаны артҡан. Үҫеш 9-сы майҙан алып күҙәтелә тип хәбәр иттеләр хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә. Шуға күрә балалар ҡатнашлығында күңел асыу, спорт һәм мәҙәни сараларҙы кәметергә тәҡдим ителә. Пандемияға бәйле сикләү кесаҙна...

16 июня 2021
Смотреть видео Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ | ГТРК «Башкортостан»

Тамыры ныҡ ағасты ел йыҡмаҫ

 Баймаҡ районы Буранбай ауылында ял көндәре шәжәрә байрамы гөрләп үтте. Ғөбәйҙуллиндар нәҫеле быуындар бәйләнешен барлап, барлыҡ туғандарын һаҡмар буйындағы аҡланда йыйҙы. Улар үткәнен онотмай һәм бөгөн дә киләсәк быуынға үҙ батырҙары хаҡында хәтирәләрҙе еткерә. Бөйөк Ватан һуғышын үткән...

15 июня 2021
Смотреть видео Өфөлә Муса Гәрәевты иҫкә алдылар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Муса Гәрәевты иҫкә алдылар

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 2022-лә 100 йыл тула. Батырҙы иҫкә алып Өфөлә Еңеү паркында ветерандар, авиация хеҙмәткәрҙәре, кадеттар уның һәйкәленә сәскәләр һалды. Ни генә тиһәләр ҙә, бәләкәйҙән хәрби хеҙмәт итергә, космонавт, осоусы булырға...

15 июня 2021
Яндекс.Метрика