Республиканың юғары уҡыу йорттарында тулҡынландырғыс мәл: белгестәргә дипломдар тапшырыла

Шат йөҙҙәр, ныҡлы аҙымдар һәм киләсәккә ҡыйыу өмөттәр. Өфө дәүләт нефть-техник университетын   ҡыҙыл дипломға тамамлаусы студенттарҙың күбеһен эш урындары көтә лә инде. Йыл һайын йәш белгестәрҙең 90-93%  йүнәлтмә буйынса эшкә урынлаштырыла.Залда алма төшөрлөк тә урын юҡ. Уҡыу йортон тамамлаусы 3000 ашыу  йәш белгестең 500-ҙән ашыуы  уны тик «бишле» билдәләренә генә бөткән. Уларҙың күбеһе  эре нефть һәм газ компанияларының исемле стипендиаттары, ғилми конкурстар һәм олимпиадалар еңеүселәре. Уҡыу алдынғылары араһында сит ил граждандары ла бар. Кот-дИвуар африка дәүләтенән Атсе Яо Доменик Бэрнабэ уҡыу йортон тамамлаусы 1000-се сит ил студенты.Доменик уҡыуға ғына түгел йәмәғәт эшенә лә өлгөрә. Ул Африка дәүләттәренән килеүсе студенттар берлеген ойошторған. Артабан уҡыуын аспирантурала дауам итергә ниәтләй. Башҡорт телен һәм мәҙәниәтен ныҡлап өйрәнергә теләй.Техник ВУЗды егеттәр менән бер рәттән  ҡыҙҙар ҙа уңышлы тамамлай. Киләсәктә яғыулыҡ-энергетика компанияларында инженерҙар, геологтар һәм башҡа техник һөнәр эйәләре итеп күрә улар үҙҙәрен.Өфө дәүләт нефть-техник университетына  белем алыу теләге менән  Башҡортостандан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, сит илдәрҙән дә киләләр. Әлеге ваҡытта уҡыу йортона документтар ҡабул итеү бара. Бер нисә йылдан бөгөнгө абитуриенттар ҙа уҡыу йортоноң ғорурлығына әйләнер.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Һамар өлкәһендә йәшәүсе башҡорттарҙың оло йыйыны үтте | ГТРК «Башкортостан»

Һамар өлкәһендә йәшәүсе башҡорттарҙың оло йыйыны үтте

Сара Һамар губернаһының 170 йыллығы һәм өлкә башҡорттары ҡоролтайының 25 йыллығына арнап ойошторолдо. Бында Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты. Йыйын Ташбулат ауылында башланды. Бынан билдәле шәхестәр Ғөбәй Дәүләтшин, Ғәббәс Дәүләтшин, Хәмзә Дәүләтшин һәм Ғөбәй Дәүләтшиндың тормош иптәше, яҙыусы...

24 июня 2021
Смотреть видео Башҡортостандың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса фәнни сессия | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса фәнни сессия

Өфөлә “Башҡортостандың этник тарихы һәм антропологияһы буйынса фәнни сессия” ойошторолдо. Бындай сессия беренсе һәм һуңғы тапҡыр 1969-сы йылда уҙғарылған. Халыҡ-ара сарала республиканан тыш, Венгрия, Беларусия, Ҡаҙағстан, Мәскәү, Санкт-Петербург, Томск, Ҡазан һәм Әстрхандан килгән белгестәр...

24 июня 2021
Смотреть видео Еңел сәнәғәтте үҫтереү программаһы буйынса ҡорамалдың ярты хаҡын кире ҡайтарырға мөмкин | ГТРК «Башкортостан»

Еңел сәнәғәтте үҫтереү программаһы буйынса ҡорамалдың ярты хаҡын кире ҡайтарырға мөмкин

Башҡортостанда еңел сәнәғәтте үҫтереү программаһы буйынса ҡорамалдың ярты хаҡын кире ҡайтарырға мөмкин. Был проект ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тармаҡ күрһәткестәрен яҡшыртырға ярҙам итте. Бөтәһе 60-ҡа яҡын ойошма лизингтың бер өлөшөн кире ҡайтарыуға ғариза яҙған. Ә ярҙам алған Өфөләге ательеларҙың береһендә...

24 июня 2021
Смотреть видео Республиканың төп законына үҙгәрештәр ҡаралды | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың төп законына үҙгәрештәр ҡаралды

Башҡортостан халыҡтарының этномәҙәни үҙенсәлеге һәм дәүләт телдәрен һаҡлау, үҫтереү Конституцияла нығытыласаҡ. Республиканың төп законына үҙгәрештәр Дәүләт йыйылышы Ҡоролтайҙың яҙғы сессиялағы һуңғы ултырышында ҡаралды. Көн тәртибенә сығарылған 50-нән ашыу закон проекты араһынан Башҡортостан...

24 июня 2021
Смотреть видео Ҡоролоҡ, ебәк күбәләге хәҙер ҡара сиңерткә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡоролоҡ, ебәк күбәләге хәҙер ҡара сиңерткә

Республиканың Урал аръяғында ҡара сиңерткәләр күпләп таралыу сәбәпле Баймаҡ районында ғәҙәттән тыш иғлан ителгән. Әле ҡоротҡос бөжәктәр Өмөтбай, Билал һәм Һәмән ауылдары биләмәләрендә 5 мең гектар майҙанда таралған. Зыян күләме бер-нисә тиҫтә миллион һум тәшкил итеүе ихтимал. Баймаҡ районында...

24 июня 2021
Смотреть видео Башҡортостанда йәнә бал ҡорттары ҡырыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йәнә бал ҡорттары ҡырыла

Ошондай күренешкә был юлы Ҡырмыҫҡалы районы умартасылары юлыҡҡан. Улар ебәргән видеонан күренеүенсә, бал ҡорттары күпләп үлеп, өйөм-өйөм менән ерҙә яталар. Яңы Бишауыл, Абдулла һәм Иҫке бәпес ауылдарында йәмғеһе 150-нән ашыу умарта күсе юҡҡа сыҡҡан. Урындағы халыҡ фекеренсә, бәләнең сәбәбе – эргә-...

23 июня 2021
Смотреть видео Прививка яһатырға теләүселәр һаны көндән-көн арта | ГТРК «Башкортостан»

Прививка яһатырға теләүселәр һаны көндән-көн арта

Яңы короновирус инфекцияһына дөйөм иммунитет барлыҡҡа килһен өсөн Өфө ҡалаһында 590 мең кеше вакцина үтергә тейеш. Прививка яһатырға теләүселәр һаны көндән көн арта. Ҡала хакимиәте кәңәшмәһендә көнүҙәк мәсъәләләрҙең береһе короновирус инфекцияһынан вакцинациялауға айырым иғтибар бирелде. Вирустың...

23 июня 2021
Смотреть видео Быуатҡа яҡын ғүмер кисергән ветеран | ГТРК «Башкортостан»

Быуатҡа яҡын ғүмер кисергән ветеран

22-се июнь тарихтағы иң ҡурҡыныс даталарҙың береһе. Был көндә яу яландарында ятып ҡалғандар, алынған яраларҙан госпиталдәрҙә вафат булғандар, концлагерҙарҙа үлгәндәр иҫкә алына. 99-сы йәшен ҡыуған  Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әлиә Мусина ла ул көндәрҙе бөгөнгөләй хәтерләй. 1941-се йылдың 21-се...

23 июня 2021
Смотреть видео Хәтер шәме | ГТРК «Башкортостан»

Хәтер шәме

Өфөнөң Совет майҙанын үҙгәртеп ҡороу һәм генерал Миңлеғәле Шайморатов һәйкәлен урынлаштырыу киләһе йылдың 9-сы майына тиклем тамамланырға тейеш. Яңыртылған майҙанды асыу тантанаһы иһә Еңеү көнөндә көтөлә. Ошо турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “Хәтер шәме” сараһында белдерҙе. Бөйөк Ватан...

23 июня 2021
Смотреть видео Импортты алмаштырыу, сәнәғәтте роботлаштырыу һәм социаль программалар | ГТРК «Башкортостан»

Импортты алмаштырыу, сәнәғәтте роботлаштырыу һәм социаль программалар

Республика ярҙамы менән донъя баҙарына сыҡҡан завод, импортты алмаштырыу мөмкинлектәре, сәнәғәтте роботлаштырыу һәм социаль программалар. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров Белорет һәм Учалы ҡалаларына булған эш сәфәрендә ошо йүнәлештәргә өҫтөнлөк бирҙе. Радий Хәбиров Рәсәйҙәге иң эре металл продукцияһы...

23 июня 2021
Яндекс.Метрика