Депутат билдәһе

Беҙҙең телеканал Псков өлкәһендә Басср-ҙың юғары советы депутаты Олег Красавиндың йондоҙо табылыуы тураһында хәбәр иткәйне. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙың улына тапшырылырға тейеш ине. Әммә, значок бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай музейына бүләк ителде. Ни өсөн ғаилә ҡомартҡыһы туғандарына барып етмәне.  Олег Красавин 23 йәшендә БАССР-ҙың юғары советына депутат итеп һайлана. Беренсе саҡырылыш депутаттарына бронзанан ҡойолған значоктар таратыла. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас Олег Николаевич тәүгеләрҙән булып хеҙмәткә алына һәм Стәрлетамаҡта ойошторолған 170-се уҡсылар дивизияһына эләгә. Дивизия данлыҡлы юл үтә. Уның яугирҙарының күпселеге Псков ерендә башын һала. Олег Красавиндың депутат тураһындағы значогы һәм портупея өлөшө тап бында табыла. Уға Рыбаково ауылынан Александр Червонцев тигән кеше юлыға һәм туғандарын эҙләп табырға ҡарар итә. Урындағы эҙәрмәндәр Башҡортостандан коллегалары менән бәйләнешкә сыға. Стәрлетамаҡтың тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы һәм БДУ филиалы белгестәре Псков өлкәһенә барып значок һәм портупеяны ала. Улар Олег Красавиндың улы ҡайҙан йәшәгәнен дә асыҡлай. Белгестәр Череповец ҡалаһына юлланғанда Валерий Красавин вафат була. Ул атаһынан ҡалған ҡомартҡыны ни бары 4 көндән күрә алыр ине. Башҡортостан эҙәрмәндәре Олег Красавиндың значогын Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай музейына тапшырҙы. Парламент вәкилдәре билдәләүенсә, ул ҡиммәтле ҡомартҡы булып тора. Сөнки, музейҙа беренсе саҡырылыш депутаттарының значоктары юҡ.  Череповец ҡалаһында Башҡортостан эҙәрмәндәре Олег Красавиндың яҡындары менән аралаша. Улар БАССР-ҙың юғары советы депутаты тураһында фотоальбом да тапшыра. Фотоальбомды Олег Красавиндың ҡатыны 1938 йылда йыя башлай. Оҙаҡ йылдар дауамында унда бай материал туплана. Хәҙер, был ҡомартҡыны һәм депутат значогын ҡарап, белгестәр үҙ тарихыбыҙға ҡайта ала. Әйткәндәй, Олег Красавиндың улы Валерий Красавин атаһының значогын ғына түгел, атаһының ҡәберен дә барып күрә алмай баҡыйлыҡҡа күсте. БАССР-ҙың юғары советы депутаты Белоруссияла ерләнгән. 

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тәфтишселәр бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтишселәр бүләкләнде

Өфөлә үҙ эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән тәфтишселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Тәфтиш комитетының үҙ-аллы эшләүенә 9 йыл. Сағыштырмаса ҡыҫҡа  ваҡыт эсендә ул үҙен тулы ҡеүәттә эшләүсе айырым структур берәмек итеп күрһәтте. Әлеге ваҡытта идаралыҡта 295 тәфтишсе эшләй, уларҙың 68-е ҡатын-ҡыҙ....

16 января 2020
Смотреть видео Дуҫлыҡ сылбыры  | ГТРК «Башкортостан»

Дуҫлыҡ сылбыры

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы үтте. 300 метрҙан ашыу сылбырға теләгән һәр кем бер нисә аҙна эсендә үҙ теләктәрен яҙып ҡалдырҙы. Ғәҙәти булмаған акцияны 2019 йылдың 20 декабрендә Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм хөкүмәт вице-...

16 января 2020
Смотреть видео Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу башлана. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын...

16 января 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә Федераль...

16 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана

Милли проекттарҙа билдәләнгән төп һәм иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе демографияға бәйле. Бала табыу йәше үҫә, 2012 йылғаса 30 йәшкә тиклемгеләр әсә бәхетен татыһа, әле бала табыуҙы 30-ҙан һуңға ҡалдыралар. Байтағы бер балала туҡталып ҡала. Бигерәк тә ҡала ерендәгеләр демографияны упҡынға һөйрәй....

16 января 2020
Смотреть видео Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр

Ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе Башҡортостан йәмәғәтселегендә ҡыҙыу фекер алышыуҙар тыуҙырҙы. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк штабы рәйестәше Надежда Крылова илдең төп законы – Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тәҡдименә үҙ ҡарашын белдерҙе....

16 января 2020
Смотреть видео Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә

Илдең йәшәйешендә генә түгел, уның ҡоролошонда ла үҙгәреш көтөлә. Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хөкүмәтте формалаштырыуҙа парламенттың хоҡуҡтарын киңәйтергә тәҡдим итте. Конституция ла байтаҡ үҙгәреш кисерә. Социаль сәйәсәттә демографияны алға этәрер реаль аҙымдар...

16 января 2020
Смотреть видео Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте

Был сара Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ойошторолдо. Маҡтау ҡағыҙҙарына уҙған йыл дауамында юғары һөнәри  уңыштарға өлгәшкән  иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре  лайыҡ булды. Рәсәйҙең  тәүге  баҫмаһы  “Ведомости”  донъя күргәндән алып, әлеге көнгә тиклем гәзит...

15 января 2020
Смотреть видео Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды | ГТРК «Башкортостан»

Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды

Яңы Иглин биҫтәһе төҙөлөү менән ауылда белем усағы етмәү көнүҙәк мәсъәлә ине. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” программаһы һәм “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ҡар бурандың уйнап тороуы  бер кемгә лә ҡамасауламаны, Иглин ауылында оло байрам....

15 января 2020
Смотреть видео Легендар ГАЗ-63 | ГТРК «Башкортостан»

Легендар ГАЗ-63

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Тәтешле оҫталары легендар ГАЗ-63 машинаһын тергеҙгән. Бындай  автомобилдәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы 1930 йылдарға барып тоташа. Горький автомобилдәр эшләү заводы хеҙмәткәрҙәре бөтә юлдарҙан да үтә алыу ҡеүәтенә эйә йөк машинаһын уйлап таба. Бөйөк Ватан һуғышы...

15 января 2020
Яндекс.Метрика